18-СЕ ҺОРАУ
Нисек Аллаға яҡынлашып була?
«Һин доғаларҙы тыңлайһың, төрлө кешеләр һиңә килер».
Мәҙхиә 65:2
«Бөтә йөрәгең менән Йәһүәгә таян, үҙеңдең аңлау һәләтеңә таянма. Һәр юлыңда уны күҙ уңында тот, һәм ул һуҡмағыңды тура итер».
Ғибрәтле һүҙҙәр 3:5, 6
«Мәңгелек тормошҡа эйә булыр өсөн, һинең турала — берҙән-бер хаҡ Алла тураһында һәм һин ебәргән Ғайса Мәсих тураһында белем алырға кәрәк».
«[Алла] бит беҙҙең һәр беребеҙгә яҡын».
«Мин өҙлөкһөҙ доға ҡылам, һәм мөхәббәтегеҙ, теүәл белемегеҙ артҡандан-арта барһын һәм аҡыллылығыҙ һәр яҡтан үҫә барһын, тип ялбарам».
«Әгәр ҡайһығыҙҙың да булһа аҡыллылығы етмәһә, уны һәр кемгә мул итеп, шелтәләмәйенсә биреүсе Алланан һораһын, һәм уға биреләсәк».
«Аллаға яҡынлашығыҙ, ул да һеҙгә яҡынлашыр. Гөнаһ ҡылыусылар, ҡулдарығыҙҙы пакландырығыҙ; икеләнеүселәр, йөрәктәрегеҙҙе сафландырығыҙ».
«Алланы яратыу — уның әмерҙәрен үтәү, ә уның әмерҙәре ауыр түгел».