Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ҒӘМӘЛДӘР 21, 22

«Раббының ихтыярынса булһын!»

«Раббының ихтыярынса булһын!»

21:8—14

Павел изге рухтың уны Иерусалимға барырға дәртләндергәнен тойған. Унда уны ҡыйынлыҡтар көткән (Ғм 20:22, 23). Иң яҡшы ниәттәрҙән сығып, мәсихселәр уны бармаҫҡа өгөтләй башлаған. Әммә Павел уларға: «Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Ниңә илайһығыҙ һәм минең йөрәгемде телгеләйһегеҙ?» — тип әйткән (Ғм 21:13). Әйҙәгеҙ бер ҡасан да, кеше Йәһүәгә хеҙмәт итер өсөн ҡорбандарға барһа, уны быны эшләмәҫкә өгөтләмәйек.