МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО
Ашығыс медицина ярҙамына алдан уҡ әҙерлән
Ни өсөн был мөһим? Беҙгә ашығыс медицина ярҙамы йәки ҡапыл дауаханаға ятырға кәрәк булырға мөмкин. Шундай осраҡтарҙа иң яҡшы дауа алыр өсөн, беҙгә хәҙер үк ашығыс хәлгә әҙерләнергә кәрәк. Шулай итеп һин тормош бүләгенә һәм Йәһүәнең ҡанға ҡарата ҡанунына хөрмәт күрһәтерһең (Ғм 15:28, 29).
Нисек әҙерләнергә?
-
Йәһүәгә доға ҡыл һәм, яҡшылап уйланып, «Ихтыяр белдереү һәм дауалау тураһындағы ышаныс ҡағыҙы» (dpa) a тигән документты тултыр. Һыуға сумдырылған вәғәзселәр был документты әҙәбиәт өсөн яуаплы булған ҡәрҙәштән һорай ала. Ә бәлиғ булмаған балалары өсөн улар «Шәхес танытмаһы» (ic) тигән документты һорап ала ала.
-
Ауырлы апай-ҡәрҙәштәргә өлкәндәрҙән «Ауырлы ҡатындар өсөн мәғлүмәт» (S-401) тигән бланкты һорап алырға кәрәк. Был бланк ауырлы саҡта һәм бала тыуҙырған ваҡытта медицина менән бәйле һорауҙарҙа аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер.
-
Дауаханаға ятырға йәки ҡан ебәреү менән берәй төрлө медицина процедураһы талап ителһә, был хаҡта алдан уҡ өлкәндәргә хәбәр ит.
Өлкәндәр нисек ярҙам итә ала? Улар һиңә «Ихтыяр ҡағыҙын» тултырырға ярҙам итә ала. Әммә улар һинең урыныңа ҡарарҙар ҡабул итмәйәсәк һәм шәхси һайлау яһарға кәрәк булған һорауҙарҙа үҙ фекерен белдермәйәсәк (Рм 14:12; Гл 6:5). Өлкәндәргә, минең осраҡта ҡан ебәреү менән бәйле һорау тыуырға мөмкин, тип әйтһәң, улар шунда уҡ был хаҡта дауаханалар менән бәйләнеш тотоу комитетына (КСБ) хәбәр итер.
КСБ нисек ярҙам итә ала? КСБ-ла хеҙмәт иткән ағай-ҡәрҙәштәр табиптарға һәм юристарға ҡан ебәреүгә ҡағылышлы дини ҡарашыбыҙҙы аңлатыр өсөн өйрәтелгәндәр. Был ҡәрҙәштәр һине дауалаған табип менән ҡан ебәреү процедураһын алмаштырған башҡа альтернатив ысулдар тураһында һөйләшеп алыр һәм, кәрәк булһа, дини ҡарашыңды иҫәпкә алырға әҙер булған табипты табырға ярҙам итер.
«ҠАН ҠУЛЛАНЫУҒА БӘЙЛЕ ҺОРАУҘАРҘА НИСЕК АҠЫЛЛЫ ҠАРАР ҠАБУЛ ИТЕРГӘ?» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ЯУАП БИР:
-
Был видеояҙма һиңә ҡан ҡулланыу менән бәйле ашығыс медицина ярҙамына нисек әҙерләнергә ярҙам итә ала?
a «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китаптың 39-сы дәресе ҡан ҡулланыу менән һорауҙарҙа дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ярҙам итер.