Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Ишекте бала асһа

Ишекте бала асһа

Хеҙмәттә ишекте бала асһа, беҙгә унан ата-әсәһен саҡырыуын һорарға кәрәк. Шулай итеп беҙ уның ата-әсәһенә хөрмәт күрһәтербеҙ (Ғһ 6:20). Бала беҙҙе өйгә инергә саҡырһа, беҙгә баш тартырға кәрәк. Ата-әсәһе өйҙә булмаһа, беҙ башҡа ваҡытта килербеҙ.

Ишекте йәш үҫмер, мәҫәлән, өлкән синыф уҡыусыһы, асһа, барыбер ата-әсәһен саҡырыуын һорарға кәрәк. Ата-әсәһе өйҙә булмаһа, ата-әсәйең һиңә нимә уҡырға икәнен үҙеңә һайларға рөхсәт итәме, тип һорап була. Рөхсәт иткән булһалар, беҙ йәш үҫмергә әҙәбиәт тәҡдим итә алабыҙ йә иғтибарын сайтыбыҙға йүнәлтә алабыҙ.

Ҡыҙыҡһыныу күрһәткән йәш үҫмергә ҡабат килһәк, беҙгә уның ата-әсәһе менән танышырға кәрәк. Шул саҡта беҙ килеүебеҙҙең маҡсатын аңлата алырбыҙ һәм Изге Яҙмалағы ғаиләләр өсөн файҙалы һәм ышаныслы кәңәштәрҙе күрһәтә алырбыҙ (Зәб 119:86, 138). Баланың ата-әсәһенә хөрмәт һәм иғтибар күрһәтеүебеҙ яҡшы шаһитлыҡ булып торасаҡ. Был шулай уҡ, ғаиләнең башҡа ағзаларына һөйөнөслө хәбәрҙе еткерер өсөн, мөмкинлектәр асыр (1Пт 2:12).