28 октябрь — 3 ноябрь
ЗӘБУР 103, 104
30-сы йыр һәм доға | Инеш һүҙ (1 мин.)
1. Йәһүә «беҙҙең тупраҡ икәнебеҙҙе онотмай»
(10 мин.)
Ҡыҙғаныу сифаты Йәһүәне аҡыл менән эш итергә дәртләндерә (Зәб 103:8; w23.07 21 б., 5 абз.).
Беҙ хаталар ҡылғанда, Йәһүә беҙгә ҡул һелтәмәй (Зәб 103:9, 10; w23.09 6—7 бб., 16—18 абз.).
Йәһүә көсөбөҙҙән килмәгәнде көтмәй (Зәб 103:14; w23.05 26 б., 2 абз.).
ҮҘЕГЕҘҘӘН ҺОРАҒЫҘ: «Мин тормош иптәшем менән нисек мөғәмәлә итәм? Йәһүәнән өлгө алып, аҡыл менән эш итәмме?»
2. Рухи ынйылар
(10 мин.)
-
Зәб 104:24. Был аяттан Йәһүәнең ижад шишмәһе һайыҡмағаны тураһында нимә белеп була? (cl-U 55 б., 18 абз.).
-
Был аҙнала Изге Яҙманы уҡып, һеҙ ниндәй рухи ынйылар таптығыҙ?
3. Изге Яҙманы уҡыу
(4 мин.) Мк 5:18—29 (th 11-се дәрес).
4. Һөйләшеү башлағыҙ
(3 мин.) ЙӘМӘҒӘТ УРЫНДАРЫНДА ВӘҒӘЗЛӘҮ (lmd 3-сө дәрес, 4-се пункт).
5. Ҡыҙыҡһыныу үҫтерегеҙ
(4 мин.) ӨЙҘӘН-ӨЙГӘ ЙӨРӨП ВӘҒӘЗЛӘҮ. Изге Яҙманы өйрәнергә ризалашҡан кеше менән «Изге Яҙманы өйрәнеү курсына рәхим итегеҙ!» тигән видеояҙма буйынса фекер алыш (th 9-сы дәрес).
6. Телмәр
(5 мин.) lmd 1-се ҡушымта, 6-сы пункт. Тема: «Ир ҡатынын „үҙ-үҙен яратҡан кеүек“ яратырға тейеш» (th 1-се дәрес).
44-се йыр
7. Көсөбөҙҙөң сиктәрен нисек аңларға?
(15 мин.). Фекер алышыу.
Йәһүә өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләһәк, был уны ла шатландырыр, үҙебеҙҙе лә бәхетле итер (Зәб 73:28). Әммә мөмкинлектәребеҙҙең сикле булыуын иҫәпкә алмаһаҡ, был күңел тыныслығын юғалтыуға һәм өмөт өҙөлөүгә килтерергә мөмкин.
«Үҙебеҙҙән күпте талап итмәһәк, күберәк эшләй алырбыҙ» тигән ВИДЕОЯҘМАНЫ күрһәт. Шунан һуң тыңлаусыларыңдан һора:
-
Йәһүә беҙҙән нимә көтә? (Мҡ 6:8)
-
Йәш ҡыҙ ҡәрҙәшкә рухи маҡсаты тураһында артыҡ борсолмаҫҡа нимә ярҙам иткән?
8. Йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеү
(30 мин.) bt-TAT 17-се бүлек, 8—12 абз., 137 б. рамка