Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

21—27 октябрь

ЗӘБУР 100—102

21—27 октябрь

37-се йыр һәм доға | Инеш һүҙ (1 мин.)

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР

1. Йәһүәнең тоғро мөхәббәтен ҡәҙерләгеҙ

(10 мин.)

Йәһүәгә ҡарата көслө яратыу үҫтерегеҙ (Зәб 100:5; w23.03 12 б., 18, 19 абз.).

Йәһүә менән дуҫлығығыҙҙы емерә алған һәр нәмәнән ҡасығыҙ (Зәб 101:2, 3; w23.02 17 б., 10 абз.).

Йәһүә һәм уның ойошмаһы тураһында ялған таратҡан кешеләрҙе кире ҡағығыҙ (Зәб 101:5; w11-TAT 15/7 16 б., 7, 8 абз.).

ҮҘЕГЕҘҘӘН ҺОРАҒЫҘ: «Мин социаль селтәрҙәрҙе һәм мессенджерҙарҙы нисек ҡулланам? Был Йәһүә менән дуҫлығыма зыян килтермәйме?»

2. Рухи ынйылар

(10 мин.)

  • Зәб 102:6. Ни өсөн мәҙхиә йырлаусы үҙен баба ҡошо менән сағыштырған? (it-2-U 295 б., 14, 15 абз.).

  • Был аҙнала Изге Яҙманы уҡып, һеҙ ниндәй рухи ынйылар таптығыҙ?

3. Изге Яҙманы уҡыу

ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ

4. Һөйләшеү башлағыҙ

(3 мин.) ӨЙҘӘН-ӨЙГӘ ЙӨРӨП ВӘҒӘЗЛӘҮ (lmd 2-се дәрес, 3-сө пункт).

5. Ҡыҙыҡһыныу үҫтерегеҙ

(5 мин.) ӨЙҘӘН-ӨЙГӘ ЙӨРӨП ВӘҒӘЗЛӘҮ. Изге Яҙма өйрәнеүе тәҡдим ит (lmd 9-сы дәрес, 4-се пункт).

6. Үҙ ҡарашығыҙҙы аңлатығыҙ

(4 мин.) Әңгәмә. ijwbq 129. Тема: «Изге Яҙмаға үҙгәрештәр йә ялған фекерҙәр өҫтәлгәнме?» (th 8-се дәрес).

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

137-се йыр

7. «Мин һиңә йәбешкәнмен, ә һин мине тотоп тораһың»

(15 мин.)

Фекер алышыу. ВИДЕОЯҘМАНЫ күрһәт. Шунан тыңлаусыларыңдан һора:

  • Анна нисек тоғро мөхәббәт күрһәткән?

  • Беҙ нисек Аннанан өлгө ала алабыҙ?

8. Йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеү

Йомғаҡлау һүҙе (3 мин.) | 96-сы йыр һәм доға