Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

JW.ORG сайтында көндәлек тормошҡа ҡағылышлы аҡыллы кәңәштәр тап

JW.ORG сайтында көндәлек тормошҡа ҡағылышлы аҡыллы кәңәштәр тап

Алла Һүҙендәге кәңәштәр ошо һуңғы көндәрҙә булған ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә (2Тм 3:1, 16, 17). Әммә ҡай саҡта тап беҙҙең осраҡҡа тура килгән принциптарҙы табыр өсөн ярҙам кәрәк булырға мөмкин. Мәҫәлән, кемдер балаларын тәрбиәләр өсөн кәңәштәр эҙләйҙер, үҫмерҙәр иман һынауына дусар булалыр. Ә кемдер, бәлки, тормош иптәшен юғалтҡанға ғазапланалыр. JW.ORG сайтындағы материал һиңә Изге Яҙманан ошо һәм башҡа осраҡтарға ҡағылышлы принциптарҙы табырға ярҙам итер (Ғһ 2:3—6).

JW.ORG сайтында ИЗГЕ ЯҘМА ТӘҒЛИМӘТТӘРЕ тигән һалынмаға баҫ. (1-се рәсемде ҡара.) Шунан һуң исемлектән кәрәкле рубриканы һайла. Йә КИТАПХАНА > МӘҠӘЛӘЛӘР ЙЫЙЫНТЫҒЫ тигәнгә баҫ һәм кәрәкле рубриканы һайла. (2-се рәсемде ҡара.) Шул уҡ рубрикалар JW Library® a ҡушымтаһында ла бар. Сайтта йәки ҡушымтала мәҡәләләрҙе ҡарап сығып була. Йәиһә, эҙләү юлына конкрет теманы яҙып, кәрәкле мәҡәләне табып була.

Эҙләү юлына ошо темаларҙы яҙ, һәм уҡырға теләгән мәҡәләләрҙең исемен үҙеңә яҙып ал.

  • Балаларҙы тәрбиәләү

  • Үҫмерҙәр депрессияһы

  • Тормош иптәшен юғалтыу

a Тулы мәҡәләләр йыйынтығы әлегә jw.org сайтында ғына бар.