АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР
Хакимлыҡты Йәһүә ҡулланғандай ҡуллан
Йәһүә иң юғары хакимлыҡҡа эйә (1Бат 22:19; it-U «Иегова воинств», 3 абз.).
Йәһүә үҙенең хакимлығы аҫтында булғандарҙы хөрмәт итә (1Бат 22:20—22; w21.02 4 б., 9 абз.).
Йәһүә фәрештәнең тәҡдимен ҡабул иткән һәм уға тәҡдиме буйынса эш итергә рөхсәт биргән (1Бат 22:23; it-U «Ложь», 8 абз.).
Айырыуса өлкәндәргә һәм ғаилә башлыҡтарына хакимлыҡтарын ҡулланыуҙа Йәһүәнән өлгө алырға кәрәк (Еф 6:4; 1Пт 3:7; 5:2, 3). Шулай эшләһәләр, уларҙың хакимлығы аҫтында булғандар шатлыҡ кисерер һәм үҙҙәрен бәхетле итеп тойор.