Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Ысын мәсихселәр эскерһеҙ мөхәббәт менән айырылып тора. Ҡиммәтле берҙәмлекте яҡлағыҙ

Ысын мәсихселәр эскерһеҙ мөхәббәт менән айырылып тора. Ҡиммәтле берҙәмлекте яҡлағыҙ

НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ? Ғайса, үҙе үләсәк төнгә ҡаршы, шәкерттәренең «тулыһынса бер» булыуы хаҡында доға ҡылған (Ях 17:23). Берҙәмлекте һаҡлар өсөн, беҙгә, яратыу сағылдырып, асыу һаҡламаҫҡа кәрәк (1Кр 13:5).

ҠАЙҺЫ БЕР КӘҢӘШТӘР

  • Йәһүәнән өлгө алып, башҡаларҙа яҡшы яҡтарҙы күрергә тырыш.

  • Кисерергә әҙер бул.

  • Һорауҙы сискәс, уны кире күтәрмә (Ғһ 17:9).

«„БЕР-БЕРЕГЕҘҘЕ ЯРАТЫҒЫҘ“. АСЫУ ҺАҠЛАМАҒЫҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРАҒЫҘ ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИРЕГЕҘ:

  • Видеояҙманың беренсе өлөшөндә Хелен үҙенең ҡәрҙәшенә асыу һаҡлағанын нисек аңлай?

  • Видеояҙманың икенсе өлөшөндә Хелен үҙенең насар уйҙарын нисек итеп еңә һәм нисек уңай ҡараш һаҡлап ҡала?

  • Һөҙөмтәлә Хелен йыйылышта берҙәмлек һаҡланыуына үҙ өлөшөн нисек индерә?

Асыу һаҡлаһаҡ, беҙ иң башта кемгә зыян килтерәбеҙ?