ОСИЯ 1—7
АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР |Йәһүә тоғро яратыу күрһәтеүҙә шатлыҡ таба. Ә һин?
Был яратыуҙы күрһәтергә үҙ бурыстарыңды үтәү теләге, сафлыҡ, тоғролоҡ, яҡын күреү дәртләндерә. Осия һәм уның ҡатыны Ғүмәриә миҫалында Йәһүә тоғро яратыу күрһәтеүҙә һәм кисереүҙә өлгө күрһәткән (Ос 1:2; 2:7; 3:1—5).
Ғүмәриәнең тоғро яратыуы булмағаны нимәнән күренгән?
Израилдәрҙең тоғро яратыуы булмағаны нимәнән күренгән?
Осия тоғро яратыу сифатын нисек сағылдырған?
Йәһүә тоғро яратыу сифатын нисек сағылдырған?
УЙЛАНЫР ӨСӨН. Мин Йәһүәгә ҡарата тоғро яратыуҙы нисек күрһәтә алам?