ЛЕВИТТАР 8, 9
АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР |Йәһүәнең хуплауына дәлил
8:6—9, 12; 9:1—5, 23, 24
Һарун һәм уның улдары рухани хеҙмәтенә бағышланғас, Йәһүә ут ярҙамында уларҙың беренсе яндырыу ҡорбанын йотҡан. Был Йәһүәнең уларҙы хуплағанын күрһәткән. Шулай итеп Йәһүә бының барыһын күҙәткән халыҡҡа ошо руханиҙарға һәр яҡлап ярҙам итеп торорға өндәгән. Бөгөн Йәһүә бөйөк баш рухани итеп Ғайса Мәсихте ҡуллана (Ев. 9:11, 12). 1919 йылда Ғайса майланған ир-аттарҙан торған бәләкәй төркөмдө «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» итеп билдәләгән (Мт 24:45). Ышаныслы хеҙмәтсенең Йәһүәнең фатихаһына, ярҙамына һәм хуплауына эйә булғанына ниндәй дәлилдәр бар?
-
Ҡаты эҙәрлекләүҙәргә ҡарамаҫтан, ышаныслы хеҙмәтсе беҙҙе рухи ризыҡ менән артабан да тьәмин итә.
-
Алдан уҡ әйтелгәнсә, һөйөнөслө хәбәр «бөтә донъяла иғлан» ителә (Мт 24:14).
Беҙ нисек итеп ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсегә һәр яҡлап ярҙам итә алабыҙ?