МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Туғандарыбыҙға нисек вәғәҙләргә?
Ғайсаның Мәсих икәнен белгәс, Андрей был шатлыҡлы хәбәрҙе ағаһы Симонға әйткән (Ях 1:40—42). Беҙҙең дә туғандарыбыҙҙың ҡайһы берәүҙәре хәҡиҡәтте теләп ҡабул итер. Башҡалары иһә, бәлки, шул тиклем тиҙ ҡабул итмәҫ һәм ыңғай ҡарашта булмаҫ. Беҙ өмөтһөҙлөккә бирелергә һәм хәҡиҡәттә булмаған туғандарыбыҙҙы Алла фатихаларына лайыҡһыҙ тип иҫәпләргә тейешме? Әлбиттә, юҡ!
ОШО һОРАУҘАР ЯРҘАМЫНДА, «ТУҒАНДАРЫБЫҘҒА НИСЕК ВӘҒӘЗЛӘРГӘ?» ТИГӘН МӘҠӘЛӘНЕ (km-U 12/04 8 б.) ҠУЛЛАНЫП, ФЕКЕР АЛЫШ:
-
Ни өсөн туғандарға вәғәзләгәндә зирәк булырға кәрәк? (1Пт 3:15).
-
Туғандарыбыҙ хаҡында эскерһеҙ ҡайғыртыу уларҙың ҡыҙыҡһыныуын нисек уята ала? (1Кр 3:6). Яйлап ҡына ҡыҙыҡһыныу үҫтереп, туғанына хәҡиҡәткә килергә ярҙам итеү хаҡында берәй осраҡ һөйлә.
-
Туғандарыбыҙҙың беҙҙең менән ҡыҙыҡһыныуы уларға вәғәзләргә нисек мөмкинлек аса?
-
Туғандарға вәғәзләгәндә нимә эшләргә ярамай? (1Пт 3:1, 2). Иренә йә ҡатынына «бер ниндәй һүҙҙәрһеҙ» хәҡиҡәткә килергә ярҙам итеү хаҡында үҙеңдең йә башҡа ҡәрҙәштең осрағы менән уртаҡлаш.
-
Туғандарыбыҙ, үҙҙәренә вәғәзләүебеҙҙе теләмәһә, нимә эшләргә? (1Пт 2:12).