МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Ҡабат килеп китеүҙәр яһайбыҙ
НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ? Батшалыҡ хаҡындағы хәбәргә ҡыҙыҡһыныу күрһәткән кешеләрҙең күбеһе Алла тураһында хәҡиҡәтте белергә теләр ине (Иш 55:6). Шундай кешеләргә Алла тураһында белем алырға ярҙам итер өсөн, уларға ҡат-ҡат килергә кәрәк. Һәр бер кешенең үҙ шарттары, шуға күрә беҙ яраҡлаша белергә тейеш. Әгәр беҙ һәр бер ҡабат килеү алдынан яҡшы итеп әҙерләнһәк, һөйләшеү өсөн теманы алдан һайлаһаҡ һәм Изге Яҙма өйрәнеүе башларға маҡсат ҡуйһаҡ, беҙҙең хеҙмәтебеҙ күпкә уңышлыраҡ булыр.
ҠАЙҺЫ БЕР КӘҢӘШТӘР
-
Кешегә мөмкин тиклем тиҙерәк, мәҫәлән, бер нисә көндән һуң, килеп китергә тырыш (Мт 13:19).
-
Ихтирамлы бул, үҙеңде дуҫтарса һәм тәбиғи тот.
-
Йылы итеп иҫәнләш. Кешегә исеме менән өндәш. Килеп китеүеңдең маҡсатын иҫенә төшөр: бәлки, һин берәй һорауға яуап бирергә, тура килгән мәҡәләне килтерергә, берәй видеояҙма күрһәтергә, Изге Яҙма өйрәнеүе нисек үткәнен күрһәтергә вәғәҙә иткәнһеңдер. Кеше башҡа темаға фекер алышырға теләһә, һөйләшеүҙе дауам итергә әҙер бул (Фп 2:4).
-
Кеше йөрәгендә ултыртылған хәҡиҡәт орлоҡтарына һыу һибер өсөн, уның менән Изге Яҙмалағы фекерҙәр һәм башҡа өҫтәмә мәғлүмәт менән уртаҡлаш (1Кр 3:6). Кеше менән яҡыныраҡ танышырға тырыш.
-
Киләһе килеп китеүгә нигеҙ һал.