Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Йософ һымаҡ бул — әхлаҡһыҙлыҡтан ҡас

Йософ һымаҡ бул — әхлаҡһыҙлыҡтан ҡас

Беҙҙе енси әхлаҡһыҙлыҡ ҡылырға ҡотортһалар, Йософ үрнәге беҙгә дөрөҫ эш итергә ярҙам итер. Хужаның ҡатыны Йософто әхлаҡһыҙлыҡҡа төшөрөргә тырышҡан һайын, Йософ уны кире ҡаҡҡан (Бш 39:7—10). Ул: «Шундай золомдо ҡылып, Алла алдында гонаһлы булайыммы?» — тигән. Күренеүенсә, Йософ Йәһүәнең никахтағы тоғролоҡҡа нисек ҡарағаны хаҡында уйланған. Шуға күрә, хәл бик ныҡ киҫкенләшкәс, Йософ ҡасып киткән. Ул шуны аңлаған: тотҡарланыу уның әхлаҡи яҡтан саф булып ҡалырға тәүәккәллеген ҡаҡшатыр ине (Бш 39:12; 1Кр 6:18).

«ӘХЛАҠҺЫҘЛЫҠТАН ҠАСЫҒЫҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Чин исемле ағай-ҡәрҙәш ниндәй хәлгә осраған?

  • Синыфташ ҡыҙ математика дәресе буйынса ярҙам һорағас, Чин нимә хаҡында уйланған?

  • Синыфташының үтенесе Чинға нисек тәьҫир иткән?

  • Чинға кем һәм нисек ярҙам иткән?

  • Әхлаҡһыҙлыҡтан ҡасыр өсөн, Чин нимә эшләгән?

  • Ошо видеояҙманы ҡарап, һин нимәгә өйрәндең?