Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Вәғәзләү һәм өйрәтеү ҡулыңдан килә!

Вәғәзләү һәм өйрәтеү ҡулыңдан килә!

Тәүҙә Муса Йәһүә биргән йөкләмәне үтәй алмаҫ тип уйлаған (Сғ 4:10, 13). Һинең дә ҡасан да булһа шундай хистәр кисергәнең булдымы? Бәлки, һин Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙма өйрәнәһеңдер һәм, бер ҡасан да өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләй алмаҫмын, тип уйлайһыңдыр. Ә, бәлки, һин мәктәптә уҡыйһыңдыр һәм ҡараштарың менән уртаҡлашырға ҡыймайһыңдыр. Йәки телефондан йә йәмәғәт урындарында вәғәзләргә ҡурҡаһыңдыр. Йәһүәнән изге рух биреүен һора (1Пт 4:11). Шикләнмә, Алла һиңә һәр ҡайһы йөкләмәне үтәп сығырға ярҙам итәсәк (Сғ 4:11, 12).

«ҠЫЙЫУ БУЛЫҒЫҘ! ВӘҒӘЗСЕЛӘР» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Аояма исемле апай-ҡәрҙәш нимәнән ҡурҡҡан?

  • Уға ныҡ һәм ҡыйыу булырға нимә ярҙам иткән? (Ир 20:7—9).

  • Хеҙмәттең яңы төрөндә ҡатнашыу уға нисек тәьҫир иткән?

  • Йәһүә һиңә хеҙмәттәге ниндәй ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә ала?