Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | 2 ФЕССАЛОНИКАЛАРҒА 1—3

Ҡанунһыҙлыҡ кешеһе асылыр

Ҡанунһыҙлыҡ кешеһе асылыр

2:6—12

Павел ошо аяттарҙа кем һәм нимә тураһында әйткән?

  • Уны «тотҡарлаған» нәмә (6-сы аят). Күрәһең, һүҙ илселәр тураһында бара.

  • «Билдәле булыу» (6-сы аят). Илселәрҙең үлеменән һуң мөртәттәр йыйылышта асыҡ итеп ялған тәғлимәттәр тарата башлай, һәм уларҙың ике йөҙлөлөгө асыҡлана.

  • «Ҡанунһыҙлыҡтың йәшерен көсө» (7-се аят). Павел көндәрендә кемдең «ҡанунһыҙлыҡ кешеһе» булыуын аңлауы ауыр булған.

  • «Ҡанунһыҙлыҡ кешеһе» (8-се аят). Бөгөнгө көндәрҙә ул төркөм булараҡ христиан дине әһелдәре.

  • «Раббы Ғайса уны [ҡанунһыҙлыҡ кешеһен]... Үҙе килгән саҡтағы балҡышы менән юҡ итер» (8-се аят). Ғайса Йәһүәнең был яуыз донъяға ҡаршы сығарған ҡарарҙарын, шул иҫәптән «ҡанунһыҙлыҡ кешеһе[нә]» сығарылған ҡарарҙы тормошҡа ашыра башлар. Был уның батша булараҡ килеү осорон асыҡ итеп күрһәтәсәк.

Ошо аяттар нисек һине әүҙем һәм ваҡытты бушҡа сарыф итмәйенсә вәғәзләргә дәртләндерә?