Ғайса был ҡиссаны бер кеше унан: «Минең яҡыным кем?» — тип һорағас, һөйләгән (Лк 10:25—29). Ғайса мәсихселәр йыйылышы төрлө-төрлө кешеләрҙән, шул иҫәптән, самарияндарҙан һәм башҡа халыҡ кешеләренән торасағын белгән (Ях 12:32). Был ҡиссанан күренеүенсә, Ғайсаның шәкерттәре, башҡаларға ҡарата, хатта үҙҙәренән айырылып торған кешеләргә ҡарата ла яратыу күрһәтер өсөн, тырышлыҡ һалырға тейеш.
ҮҘЕҢДӘН ҺОРА:
-
«Сығыштары менән минән айырылып торған ҡәрҙәштәр менән үҙемде нисек тотам?»
-
«Мин күбеһенсә уртаҡ яҡтарыбыҙ күп булған ҡәрҙәштәр менән генә аралашаммы?»
-
«Мин „йөрәгемде асы[п]“, сығыштары менән төрлө булған ҡәрҙәштәрҙе яҡшыраҡ белә аламмы?» (2Кр 6:13).
Мин кемде саҡырырға теләйем...
-
үҙем менән хеҙмәткә барырға
-
үҙемә бергә ашап алырға
-
ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу кисенә.