Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Яңы хеҙмәт йылына маҡсаттарың ниндәй?

Яңы хеҙмәт йылына маҡсаттарың ниндәй?

Беҙ Йәһүәгә бар көсөбөҙҙө һалып хеҙмәт итергә һәм уны шатландырырға теләйбеҙ. Быға өлгәшер өсөн, беҙгә рухи маҡсаттар ҡуйырға кәрәк. Ундай маҡсаттарға көсөбөҙҙө һәм ваҡытыбыҙҙы сарыф итеү һис тә юҡҡа түгел, сөнки улар беҙгә өлгөрөп еткән мәсихсе булып китергә ярҙам итә (1Тм 4:15). Ни өсөн беҙгә ваҡыт-ваҡыт рухи маҡсаттарыбыҙҙы тикшереп торорға кәрәк? Сөнки тормошта төрлө үҙгәрештәр булып тора, һәм ниндәйҙер маҡсаттарға ирешеү ҡайһы саҡ хәлебеҙҙән килмәҫкә лә мөмкин. Ә инде ниндәйҙер маҡсаттарыбыҙға өлгәшкән булһаҡ, яңыларын ҡуйырға була.

Маҡсаттарҙы ҡарап сығыу өсөн иң уңайлы ваҡыт — ул яңы хеҙмәт йылының башы. Бәлки, был теманы ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу ваҡытында ҡарап сығып, беҙ үҙебеҙ өсөн дә, ғаиләбеҙ өсөн дә маҡсаттар ҡуя алырбыҙ.

Түбәндә килтерелгән өлкәләрҙә маҡсаттарың ниндәй һәм, уларға ирешер өсөн, һин ниндәй аҙымдар яһарға уйлайһың?

Изге Яҙманы уҡыу һәм шәхси өйрәнеү, йыйылыш осрашыуҙарына йөрөү һәм унда ҡатнашыу (w02-ТАТ 1/9 11 б., 14, 15 абз.).

Вәғәз (w23.05 27 б., 4, 5 абз.).

Мәсихселәргә хас сифаттар (w22.04 23 б., 5, 6 абз.).

Башҡаһы: