Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

«Сит илаһтарҙы ырғытығыҙ»

«Сит илаһтарҙы ырғытығыҙ»

Йәһүә үҙенә йән-тән менән бирелгәнлеккә лайыҡ. Яҡуп боттарға табыныуҙы тыйған ҡанун барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк быны яҡшы белгән (Сғ 20:3—5). Шуға күрә Йәһүә уға Бейт-Илгә ҡайтырға ҡушҡас, ул үҙе менән булғандарға боттарҙан арынырға ҡушҡан. Яҡуп сит илаһтарҙы, шул иҫәптән бетеү булараҡ ҡулланылған алҡаларҙы йыйып алып, уларҙан арынған (Бш 35:1—4). Йәһүә, һис шикһеҙ, Яҡуптың был ҡылығын хуплаған.

Ә нисек беҙ тик Йәһүәгә генә тоғро ҡала алабыҙ? Беҙгә боттарға табыныуҙан һәм сихырсылыҡ менән бәйле һәр нәмәнән дә ситтә торорға кәрәк. Мәҫәлән, сихырсылыҡ менән бәйле әйберҙәрҙән ҡотолорға, күңел асыуҙарҙы һайлауға иғтибарлы булырға кәрәк. Үҙеңдән һора: «Вампирҙар, зомби йә тәбиғи булмаған күренештәр хаҡында уҡырға яратаммы? Мин һайлаған күңел асыуҙарҙа сихырсылыҡ ҡылыу, әпсен уҡыу һәм ҡарғыш төшөрөү зыянһыҙ һәм ҡыҙыҡлы нәмә итеп һүрәтләнмәйме?» Беҙ Йәһүә нәфрәт иткән бөтә нәмәнән ситтә торорға тейеш (Зәб 97:10).

«ИБЛИСКӘ ҠАРШЫ ТОРОҒОҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА, ШУНАН ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Палеса исемле өйрәнеүсе ниндәй проблема менән осрашҡан?

  • Ни өсөн сихырсылыҡ менән бәйле берәй хәл тыуһа, өлкәндәргә мөрәжәғәт итеү мөһим?

  • Иблискә ҡаршы тороғоҙ, Йәһүәгә яҡынлашығыҙ (Яҡ 4:7, 8)

    Йәһүәнең беҙҙе яҡлауын теләһәк, ниндәй әйберҙәрҙән ҡотолорға кәрәк?

  • Палеса нисек эш иткән?

  • Һин йәшәгән ерҙә ендәрҙең тәьҫиренән нисек һаҡланып була?