МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Конгресс менән бәйле иҫкә төшөрөүҙәр
Беҙ, башҡа осраҡтарҙа кеүек, конгресс үткәрелгән саҡта ла Аллаға һәм яҡындарыбыҙға ҡарата яратыу күрһәтергә теләйбеҙ (Мт 22:37—39). 1 Коринфтарға 13:4—8-ҙә ысын мәсихсе мөхәббәт тасуирлана: «Мөхәббәт түҙемле, шәфҡәтле... Мөхәббәт әҙәпһеҙ ҡыланмай, үҙенә файҙа эҙләмәй, ярһымай... [...] мөхәббәт бер ваҡытта ла һүрелмәҫ». «Конгресс менән бәйле иҫкә төшөрөүҙәр» тигән видеояҙманы ҡараған ваҡытта шуның тураһында уйланығыҙ: мин нисек ошо рухи байрам ваҡытында башҡаларға яратыу күрһәтә алам?
БЕҘ НИСЕК БАШҠАЛАРҒА ЯРАТЫУ КҮРҺӘТӘ АЛАБЫҘ?
-
урындар алғанда
-
музыкаль заставка уйнай башлағанда
-
конгресс үткәрелгән ҡалала туҡталғанда
-
ирекле хеҙмәтсе булып хеҙмәт иткәндә