Инеш һүҙҙәр
«НИ ӨСӨН ҒАЙСА ПӘЙҒӘМБӘР ЯФА СИГЕП ҮЛГӘН?» тигән брошюра
Һора: Һеҙҙең ҡасан да булһа ошондай һүҙҙәр ишеткәнегеҙ бармы?
Уҡы: Ях 3:16
Тәҡдим ит: Был брошюрала Ғайса пәйғәмбәрҙең яфа сигеп үлеүе беҙҙең тормошобоҙға нисек тәьҫир итә ала икәне аңлатыла.
«НИ ӨСӨН ҒАЙСА ПӘЙҒӘМБӘР ЯФА СИГЕП ҮЛГӘН?» тигән брошюра (һуңғы бит)
Һора: Ошо һорауға һәм киң таралған ҡайһы бер яуаптарға иғтибар итегеҙ. [Беренсе һорауҙы һәм мөмкин булған яуаптарҙы уҡы.] Һеҙ был турала нимә уйлайһығыҙ?
Уҡы: Мт 4:1—4
Тәҡдим ит: Иблис Ғайса менән һөйләшеп уға ҡотҡо һалған икән, тимәк ул яуызлыҡтың символы ғына түгел. Һеҙ ошо мәҡәләнән Иблис тураһында Изге Яҙмала тағы нимә әйтелгәне тураһында белә алаһығыҙ.
ПЛАНДАРҘЫ ҠУЛЛАНЫРҒА ӨЙРӘН
Һора: Аллаға ышанған күп кенә кеше уға яҡыныраҡ булырға теләй. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, Изге Яҙма беҙҙе Аллаға яҡынлашырға саҡыра. Һеҙ был хаҡта белә инегеҙме?
Уҡы: Яҡ 4:8а
Тәҡдим ит: Ошо планда Изге Яҙма нигеҙендә Аллаға нисек яҡынлашып булыуы тураһында әйтелә. [Тейешле планды ҡулланып, «Һеҙ Алла Батшалығының идараһы аҫтында йәшәргә теләр инегеҙме?» тигән өҫтәмә исем буйынса фекер алыш.]
МИНЕҢ ИНЕШ ҺҮҘҘӘРЕМ
Өҫтә килтерелгән инеш һүҙҙәрҙе ҡулланып үҙеңдең инеш һүҙҙәреңде төҙө.