1 Яхъя 3:1—24
3 Атаның беҙгә ҡарата яратыуы ни ҡәҙәр бөйөк! Ул беҙгә үҙенең балалары тип аталырға рөхсәт итте, һәм беҙ ысынлап та Алла балалары. Донъя беҙҙе белмәй, сөнки уның тураһында белем алмаған*.
2 Ҡәҙерлеләрем, хәҙер беҙ Алла балалары, әммә ниндәй буласағыбыҙ беҙгә әле асылманы. Шуны ғына беләбеҙ: ул үҙен асыҡ итеп күрһәткәс, беҙ уға оҡшаш булырбыҙ, сөнки уны ысынында ниндәй булһа, шундай итеп күрербеҙ.
3 Уға өмөтләнгән һәр кем үҙен сафландыра, сөнки ул саф.
4 Гонаһ ҡылып йөрөүсе һәр кем ҡанунды боҙа, сөнки гонаһ — ҡанунһыҙлыҡ ул.
5 Һеҙ Ғайсаның беҙҙе гонаһтарҙан азат итер өсөн килгәнен беләһегеҙ, ә уның үҙендә гонаһ юҡ.
6 Уның менән берҙәмлектә булған кеше гонаһ ҡылып йөрөмәй, ә гонаһ ҡылып йөрөүсе уны күрмәгән дә, белмәй ҙә.
7 Һөйөклө балаларым, һеҙҙе бер кем дә юлдан яҙҙырмаһын. Тәҡүә тормош алып барған кеше, Ғайса тәҡүә булған кеүек, тәҡүә була.
8 Ә гонаһ ҡылып йөрөүсе — Иблистән, сөнки Иблис баштан уҡ* гонаһ ҡыла. Алла Улы Иблис эштәрен емерергә тип килде лә.
9 Алла балалары гонаһ ҡылып йөрөмәй, сөнки уларҙа Алла рухы бар*. Улар гонаһ ҡылып йөрөй алмай, сөнки улар — Алла балалары.
10 Алла балаларын һәм Иблис балаларын ошолай танып була: тәҡүә тормош алып бармаған, шулай уҡ үҙ ҡәрҙәшен яратмаған һәр кем — Алланан түгел.
11 Бына һеҙ баштан уҡ ишеткән әмер: беҙ бер-беребеҙҙе яратырға тейеш.
12 Иблистән* булған һәм ҡустыһын үлтергән Ҡабил кеүек булмайыҡ. Ә ни өсөн ул уны үлтергән? Сөнки уның эштәре яуыз, ә ҡустыһының эштәре хаҡ булған.
13 Ҡәрҙәштәр, донъяның һеҙҙе нәфрәт иткәненә аптырамағыҙ.
14 Беҙ үле булғаныбыҙҙы, ә хәҙер ҡәрҙәштәрҙе яратҡанға терелгәнебеҙҙе беләбеҙ. Яратмаған кеше үле булып ҡала.
15 Ҡәрҙәшен нәфрәт иткән һәр кем — кеше үлтереүсе. Ә һеҙ бер кеше үлтереүсенең дә мәңгелек тормош алмаясағын беләһегеҙ.
16 Ғайса Мәсих беҙҙең хаҡҡа ғүмерен биргәнгә, беҙ яратыуҙың нимә икәнен белдек. Беҙ ҙә ҡәрҙәштәребеҙ өсөн ғүмеребеҙҙе бирергә әҙер булырға тейеш.
17 Ә берәйһенең йәшәү өсөн бар кәрәк нәмәһе булып та, ҡәрҙәшенең мохтажлыҡта булғанын күрә тороп, уға шәфҡәт күрһәтеүҙән баш тартһа, ул нисек: «Алланы яратам», — тип әйтә алһын?
18 Һөйөклө балаларым, беҙ һүҙҙәр менән түгел, ә эштәр менән ихлас яратырға тейеш.
19 Шулай эшләп, беҙ хәҡиҡәттән булғаныбыҙҙы белербеҙ һәм үҙебеҙҙе* Алланың яратыуына ышандырырбыҙ.
20 Йөрәгебеҙ беҙҙе берәй нәмә өсөн хөкөм итһә лә, Алла йөрәгебеҙҙән бөйөк һәм бөтә нәмәне белә.
21 Ҡәҙерлеләрем, йөрәгебеҙ беҙҙе хөкөм итмәһә, беҙ Аллаға иркен өндәшә алабыҙ.
22 Унан нимә генә һораһаҡ та, ул бирә, сөнки уның әмерҙәрен үтәйбеҙ һәм күңеленә хуш килгәнде эшләйбеҙ.
23 Ә уның әмере шул: беҙ уның Улы Ғайса Мәсихкә* ышанырға һәм, ул биргән әмер буйынса, бер-беребеҙҙе яратырға тейеш.
24 Уның әмерҙәрен үтәгәндәр уның менән берҙәмлектә ҡала, һәм ул да улар менән берҙәмлектә була. Ул беҙгә биргән рух ярҙамында уның беҙҙең менән берҙәмлектә икәнен беләбеҙ.
Төшөрмәләр
^ Йәки «уны белмәй».
^ Йәки «үҙе башлағандан бирле», йәғни Аллаға ҡаршы баш күтәргәндән бирле.
^ Һүҙмә-һүҙ «уларҙа уның орлоғо бар».
^ Һүҙмә-һүҙ «яуыздан».
^ Йәки «йөрәктәребеҙҙе».
^ Һүҙмә-һүҙ «Улы Ғайса Мәсихтең исеменә».