Филипиҙарға хат 2:1—30
2 Бер-берегеҙҙе мәсихселәрсә рухландыраһығыҙ һәм яратыу менән йыуатаһығыҙ икән, рухи яҡтан берҙәмһегеҙ икән, бер-берегеҙҙе йәлләп, наҙлы хистәр күрһәтәһегеҙ икән,
2 быны артабан да эшләгеҙ. Күңел берлеге һаҡлағыҙ, бер-берегеҙҙе яратығыҙ, уйҙарҙа һәм эштәрҙә берҙәм булығыҙ. Шул саҡта минең шатлығым тулы булыр.
3 Бер нәмәне лә дан яратҡанға йә бәхәсләшергә теләгәнгә эшләмәгеҙ, киреһенсә, баҫалҡы булып, башҡаларҙы үҙегеҙҙән өҫтөн күрегеҙ.
4 Үҙ файҙағыҙҙы ғына ҡайғыртмағыҙ, башҡалар тураһында ла уйлағыҙ.
5 Фекер йөрөтөү рәүешегеҙ Мәсих Ғайсаныҡы кеүек булһын:
6 ул Аллаға оҡшаш булһа ла, Аллаға тиң булырға тырышыу уның хатта уйына ла килмәгән.
7 Киреһенсә, ул бөтә нәмәнән баш тартҡан һәм, ҡол ҡиәфәтенә инеп, кеше* булып килгән.
8 Улай ғына ла түгел, кеше булып килгәс, ул үҙен баҫалҡыландырҙы һәм үлеменә тиклем, яфаланыу бағанаһындағы үлеменә тиклем, тыңлаусан булып ҡалды*.
9 Шуға күрә Алла уны элеккенән дә юғарыраҡ күтәрҙе һәм, үҙенең игелеге буйынса, уға һәр ҡайһы исемдән бөйөгөрәк исем бирҙе.
10 Ул быны Ғайсаның исеме алдында күктәгеләрҙең, ерҙәгеләрҙең һәм ер аҫтындағыларҙың барыһы теҙ сүкһен өсөн
11 һәм һәр кем* Атабыҙ Алланың даны хаҡына Ғайса Мәсихте Хужабыҙ итеп асыҡтан-асыҡ таныһын өсөн эшләне.
12 Ҡәҙерле ҡәрҙәштәрем, мин янығыҙҙа булғанда, һеҙ һәр ваҡыт тыңлаусан булдығыҙ, һәм бигерәк тә хәҙер, мин янығыҙҙа булмағанда, һеҙ тыңлаусанһығыҙ. Шуға күрә һеҙҙе артабан да ҡотолоуға өлгәшер өсөн ҡурҡыу һәм тәрән хөрмәт менән бөтә көсөгөҙҙө һалырға өндәйем.
13 Сөнки Алла бит үҙенең ихтыяры буйынса үҙе һеҙҙе нығыта* һәм һеҙгә эш итер өсөн теләк тә, көс тә бирә.
14 Барыһын зарланмайынса һәм бәхәсләшмәйенсә эшләгеҙ,
15 шул саҡта һеҙ Алланың саф һәм тел тейҙергеһеҙ балалары булырһығыҙ. Боҙоҡ һәм аҙғын кешеләр* араһында йәшәһәгеҙ ҙә, һеҙ, үҙегеҙгә тап төшөрмәйенсә, был донъяла сағыу яҡтылыҡ* кеүек балҡып тораһығыҙ.
16 Тормош һүҙенә ныҡ тотоноғоҙ, шул саҡта Мәсих көнөндә мин тырышлыҡтарым һәм хеҙмәтем бушҡа булмағанын* белеп шатланырмын.
17 Иманығыҙ һеҙҙе, хеҙмәтегеҙҙе башҡарып, ҡорбан килтерергә дәртләндерә. Һәм мин, шул ҡорбанға шарап бүләгеләй ағылһам да, ҡыуанам һәм һеҙҙең барығыҙ менән бергә шатланам.
18 Һеҙ ҙә минең менән бергә ҡыуанығыҙ һәм шатланығыҙ.
19 Хужабыҙ Ғайса рөхсәт итһә, тиҙҙән һеҙгә Тимәтиҙе ебәрергә өмөтләнәм. Уның аша хәлдәрегеҙҙе белеп, күңелем күтәрелер ине.
20 Минең уға хас ҡарашлы һәм һеҙҙең хаҡта уның кеүек ихлас ҡайғырта алырҙай башҡа бер кемем дә юҡ.
21 Башҡалар барыһы ла Ғайса Мәсих теләгән нәмәләр тураһында түгел, ә үҙ файҙаһын ғына уйлап йөрөй.
22 Әммә, белеүегеҙсә, Тимәти үҙенең ундай түгеллеген күрһәтте, сөнки атаһы менән хеҙмәт иткән бала шикелле, ул тырышып минең менән бергә һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләне.
23 Шуға күрә, үҙем менән нимә булырын белеү менән, мин һеҙгә тап уны ебәрергә өмөтләнәм дә.
24 Бынан тыш, Хужабыҙ рөхсәт итһә, тиҙҙән үҙем дә килермен тип ышанам.
25 Ә хәҙер һеҙ миңә ярҙам итергә ебәргән вәкилегеҙ, ҡәрҙәшем, хеҙмәттәшем һәм көрәштәшем Ипафрадитты кире һеҙгә ебәрергә кәрәк тип уйлайым.
26 Ул һеҙҙең барығыҙҙы ла күрергә бик теләй һәм һеҙ уның ауырығаны тураһында ишеткәнгә ныҡ көйәләнә.
27 Ул ысынлап та ауырып китте, хатта үлем хәлендә ине. Ләкин Алла уға шәфҡәт күрһәтте, уға ғына түгел, мин тағы ла нығыраҡ ҡайғырмаһын өсөн, миңә лә.
28 Шунлыҡтан, һеҙ уны күреп, яңынан ҡыуанһын өсөн, уны мөмкин тиклем тиҙерәк һеҙгә ебәрәм, шул саҡта һеҙҙең өсөн ныҡ борсолмаҫ инем.
29 Хужабыҙҙың шәкерттәрен ғәҙәттә нисек ҡабул итәһегеҙ, уны ла ҙур шатлыҡ менән ҡабул итегеҙ һәм уның кеүек кешеләрҙе ҡәҙерләгеҙ.
30 Мәсихкә* хеҙмәт итеп, ул саҡ үлмәй ҡалды. Ул минең өсөн үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙы, сөнки һеҙ миңә ярҙам итер өсөн янымда була алманығыҙ.
Төшөрмәләр
^ Һүҙмә-һүҙ «кешеләргә оҡшаш».
^ Һүҙмә-һүҙ «булып китте».
^ Һүҙмә-һүҙ «һәр тел».
^ Йәки «һеҙҙә эш итә».
^ Һүҙмә-һүҙ «быуын».
^ Йәки «яҡтыртҡыстар».
^ Һүҙмә-һүҙ «бушҡа йүгермәгәнемде һәм бушҡа эшләмәгәнемде».
^ Йә, бәлки, «Хужабыҙға».