Матфай яҙған 8:1—34

  • Ғайса махау сирле бер кешене һауыҡтыра (1—4)

  • Бер йөҙ башының иманы (5—13)

  • Ғайса Кәпернағумда күп кешене һауыҡтыра (14—17)

  • Ғайса артынан эйәреү нимәне аңлата (18—22)

  • Ғайса дауылды туҡтата (23—27)

  • Ғайса ендәргә сусҡаларға инергә рөхсәт итә (28—34)

8  Ғайса тауҙан төшкәс, уның артынан бик күп кеше эйәрҙе. 2  Уның янына махау сирле* бер кеше килеп тубыҡланды ла былай тине: «Әфәндем, әгәр теләһәң, мине һауыҡтыра* алыр инең». 3  Ғайса, ҡулын һуҙып, уға ҡағылды ла: «Теләйем, таҙарын», — тине. Теге кешенең махау сире шунда уҡ бөттө. 4  Ғайса: «Ҡара уны, был хаҡта бер кемгә лә һөйләмә, — тине. — Әммә барып, руханиға күрен һәм Муса ҡушҡан ҡорбанды килтер, шул саҡта руханиҙар һауыҡҡаныңды күрер». 5  Ғайса Кәпернағумға ингәс, уның янына бер йөҙ башы килеп, былай тип ялынды: 6  «Әфәндем, өйөмдә хеҙмәтсем параличтан бик ныҡ ғазапланып ята». 7  Ғайса уға: «Мин килеп, уны һауыҡтырырмын», — тине. 8  Йөҙ башы яуапланы: «Әфәндем, һине үҙ йортомда ҡабул итергә лайыҡ түгелмен, әммә һин әйт кенә, шул саҡ хеҙмәтсем һауығыр. 9  Мин дә бит башҡа берәүгә буйһонам, һәм үҙемә буйһонған ғәскәриҙәрем дә бар. Уларҙың береһенә „бар“ тиһәм, бара, икенсеһенә „кил“ тиһәм, килә, ҡолома „ошоно эшлә“ тиһәм, эшләй». 10  Быны ишеткәс, Ғайса таң ҡалды һәм артынан эйәргән кешеләргә былай тине: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бер Исраил кешеһендә лә ундай көслө иман тапманым. 11  Әммә һеҙгә әйтәм: күптәр көнсығыштан һәм көнбайыштан килеп, күктәр Батшалығында Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп менән бергә табын артында ултырыр. 12  Ә Батшалыҡ улдары ҡараңғылыҡҡа сығарып ырғытылыр, унда улар үкереп илар һәм тештәрен шығырлатыр». 13  Шунан Ғайса йөҙ башына: «Бар, иманыңа ҡарап бирелһен», — тине. Уның хеҙмәтсеһе шул сәғәттә үк һауыҡты. 14  Ғайса, Петерҙең өйөнә килгәс, уның ҡәйнәһенең түшәктә тәне янып ауырып ятҡанын күрҙе. 15  Ғайса уның ҡулына ҡағылды, һәм уның тән яныуы бөттө. Ул тороп, уларға ашарға әҙерләй башланы. 16  Ә кис еткәс, Ғайса янына ен эйәләшкән күп кешеләрҙе алып килделәр. Ул, бойороҡ биреп, ендәрҙе ҡыуып сығарҙы һәм бөтә ауырыған кешеләрҙе һауыҡтырҙы. 17  Шулай итеп Ишағыя пәйғәмбәр аша әйтелгән бындай һүҙҙәр үтәлде: «Ул ауырыуҙарыбыҙҙы өҫтөнә алды һәм сирҙәребеҙҙе үҙенә йөкмәне». 18  Тирә-яғында бик күп халыҡты күргәс, Ғайса шәкерттәре менән бергә кәмәлә диңгеҙҙең икенсе яғына сығырға булды. 19  Шул ваҡыт уның янына бер ҡанун белгесе килеп: «Остаз, һин ҡайҙа барһаң, мин дә шунда барам», — тине. 20  Әммә Ғайса: «Төлкөләрҙең — өңдәре, ҡоштарҙың оялары бар, ә Әҙәм Улының башын терәр урыны ла юҡ», — тип яуапланы. 21  Шунан шәкерттәренең береһе: «Хужам, миңә тәүҙә барып, атайымды ерләргә рөхсәт итсе», — тип әйтте. 22  Ғайса уға: «Минең артымдан эйәр. Үлгәндәрҙе үлеләр ерләһен», — тине. 23  Ғайса шәкерттәре менән кәмәгә ултырҙы. 24  Ҡапыл диңгеҙҙә көслө дауыл ҡупты. Кәмәгә тулҡындар килеп бәрелеп, эсенә һыу тула башланы. Ә Ғайса йоҡлап ята ине. 25  Шәкерттәре уны уятып: «Хужабыҙ, ҡотҡар беҙҙе, батабыҙ бит!» — тинеләр. 26  Әммә ул: «Нишләп шул тиклем ҡурҡтығыҙ? Иманығыҙ ҡайҙа?*» — тип әйтте лә тороп, ел менән диңгеҙҙе тыйҙы, һәм тып-тын булып ҡалды. 27  Шәкерттәре хайран ҡалып: «Кем һуң ул? Хатта ел менән диңгеҙ ҙә уға буйһона!» — тиештеләр. 28  Ул диңгеҙҙең икенсе ярына, ғаҙаралар еренә килеп еткәс, уның ҡаршыһына зыяраттан* ен эйәләшкән ике кеше килеп сыҡты. Улар шул тиклем ҡоторонҡо ине, хатта бер кем дә шул юлдан йөрөргә баҙнат итмәй ине. 29  Улар: «Алла Улы, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Һин бында беҙҙе ваҡытынан алда яфаларға килдеңме?» — тип ҡысҡырҙы. 30  Ә алыҫтараҡ ҙур сусҡа көтөүе утлап йөрөй ине. 31  Ендәр Ғайсаға: «Беҙҙе ҡыуып сығарһаң, анау көтөүҙәге сусҡаларға инергә рөхсәт ит», — тип инәлә башланы. 32  Ул: «Барығыҙ!» — тине. Ендәр теге кешеләрҙән сығып, сусҡалар эсенә инде. Шул саҡ бөтөн көтөү текә ярҙан диңгеҙгә ташланды ла батып үлде. 33  Ә көтөүселәр ҡалаға табан йүгерҙе һәм унда барыһын, шул иҫәптән ен эйәләшкән теге кешеләр менән нимә булғанын да һөйләп бирҙе. 34  Шунда бөтә ҡала халҡы Ғайсаның ҡаршыһына сыҡты һәм, уны күргәс, үҙҙәренең еренән китеүен үтенде.

Төшөрмәләр

Йәки «таҙарындыра».
Йәки «Ни өсөн иманығыҙ аҙ?»
Йәки «ҡәбер мәмерйәләренән».