Лука яҙған 19:1—48

  • Ғайса Зәкигә ҡунаҡҡа бара (1—10)

  • 10 мина тураһында ғибрәтле хикәйә (11—27)

  • Ғайса тантаналы рәүештә Йәрүсәлимгә керә (28—40)

  • Ғайса Йәрүсәлим өсөн ҡайғырып илай (41—44)

  • Ғайса ғибәҙәтхананы таҙарта (45—48)

19  Ғайса Йәрихәгә инеп, уның аша үтеп бара ине. 2  Унда һалым йыйыусыларҙың башлығы Зәки исемле бай кеше йәшәй ине. 3  Уның Ғайсаны бик күргеһе килә ине, әммә тәпәш буйлы булғанға, халыҡ араһынан уны күрә алманы. 4  Шунлыҡтан ул, уны күрер өсөн, алға йүгереп сыҡты ла ҡырағай инжир ағасына менеп ултырҙы, сөнки Ғайса шул ерҙән үтергә тейеш ине. 5  Ғайса, шул урынға еткәс, өҫкә ҡараны ла: «Зәки, төш тиҙерәк, сөнки мин бөгөн һиңә ҡунаҡҡа киләм», — тине. 6  Зәки йәһәт кенә ағастан төшөп, Ғайсаны шатланып үҙендә ҡабул итте. 7  Быны күргәс, бөтәһе лә: «Ул гонаһ ҡылыусының өйөндә туҡталды», — тип һөйләнде. 8  Ә Зәки тороп, Хужабыҙға: «Хужам, мөлкәтемдең яртыһын ярлыларға таратырмын, ә кемде яла яғып талаған булһам, уға дүрт тапҡырға күберәк ҡайтарырмын», — тине. 9  Шунда Ғайса әйтте: «Бөгөн Алла был кешене һәм уның ғаиләһен ҡотҡарҙы, сөнки ул да Ибраһим улы. 10  Әҙәм Улы юғалғанды эҙләп табырға һәм ҡотҡарырға килде бит». 11  Быны тыңлаған кешеләргә Ғайса тағы бер ғибрәтле хикәйә һөйләне, сөнки ул Йәрүсәлимдән йыраҡ түгел ине һәм улар Алла Батшалығы бына-бына күренер тип уйлай ине. 12  Ул былай тине: «Затлы нәҫелдән булған бер кеше, батша итеп билдәләнергә тип, алыҫ илгә сығып киткән. Шунан һуң ул кире ҡайтырға тейеш булған. 13  Китер алдынан ул 10 хеҙмәтсеһен саҡырып алған да уларға 10 мина* биреп: „Мин ҡайтҡансы, уларҙы файҙаланып табыш алығыҙ“, — тигән. 14  Ләкин ватандаштары уны нәфрәт иткән һәм, уның артынан вәкилдәрен ебәреп: „Өҫтөбөҙҙән батшалыҡ итеүеңде теләмәйбеҙ“, — тип әйткән. 15  Батша итеп билдәләнгәс, ул ҡайтҡан да, үҙе аҡса* биргән хеҙмәтселәренең ниндәй табыш алғанын белер өсөн, уларҙы саҡырып алған. 16  Беренсе хеҙмәтсе килеп: „Хужа, һин биргән мина 10 мина табыш килтерҙе“, — тигән. 17  Хужа уға: „Афарин, һин яҡшы хеҙмәтсе. Шундай бәләкәй эштә ышаныслы булғаның өсөн, һиңә 10 ҡала өҫтөнән хакимлыҡ бирәм“, — тип әйткән. 18  Шунан икенсе хеҙмәтсе килеп: „Хужа, һин биргән мина 5 мина табыш килтерҙе“, — тигән. 19  Был хеҙмәтсегә хужа: „Һин 5 ҡала өҫтөнән хакимлыҡ итерһең“, — тигән. 20  Шунан тағы береһе килеп, былай тигән: „Хужа, бына һин биргән мина. Мин уны яулыҡҡа төрөп һаҡланым. 21  Мин һинән ҡурҡтым, сөнки һин ҡырыҫ кеше. Үҙең эшләмәгән эштән табыш алаһың һәм үҙең сәсмәгәнде ураһың“. 22  Шунда хужа уға былай тип әйткән: „Йүнһеҙ хеҙмәтсе, мин һине үҙеңдең үк һүҙҙәрең менән хөкөм итәм. Тимәк, һин минең ҡырыҫ икәнемде, үҙем эшләмәгән эштән табыш алғанымды һәм үҙем сәсмәгәнде урғанымды белгәнһең. 23  Нишләп, улайһа, аҡсамды* әйләнешкә индермәнең*? Ҡайтҡас, мин уны проценттары менән алған булыр инем“. 24  Шунда ул янында торғандарға: „Унан минаны тартып алығыҙ ҙа 10 минаһы булғанға бирегеҙ“, — тип бойорған. 25  Ләкин улар уға: „Хужа, уның былай ҙа 10 минаһы бар бит“, — тигәндәр. 26  Ул былай тип яуап биргән: „Һеҙгә әйтәм: кемдең бар, уға тағы ла күберәк бирелер, ә кемдең юҡ, унан хатта булғаны ла тартып алыныр. 27  Ә үҙҙәре өҫтөнән батшалыҡ итеүемде теләмәгән дошмандарымды бында килтереп, күҙ алдымда язалап үлтерегеҙ“». 28  Быны һөйләгәндән һуң, Ғайса Йәрүсәлимгә табан юлын дауам итте. 29  Зәйтүн тауындағы Бәйтфәғи менән Бәйтәнигә яҡынлашҡас, ул ике шәкертенә былай тине: 30  «Ҡаршылағы ауылға барығыҙ. Унда ингәс, бығаса өҫтөнә бер кем дә ултырмаған бәйләүле йәш ишәкте күрерһегеҙ. Уны ысҡындырып, миңә килтерегеҙ. 31  Әгәр берәйһе: „Нишләп уны бәйҙән ысҡындыраһығыҙ?“ — тип һораһа: „Ул Хужабыҙға кәрәк“, — тип әйтегеҙ». 32  Шәкерттәр барып, Ғайса әйткәнсә, ишәкте тапты. 33  Улар ишәкте бәйҙән ысҡындырған саҡта, уның хужалары: «Ниңә ишәкте бәйҙән ысҡындыраһығыҙ?» — тип һоранылар. 34  Шәкерттәр: «Ул Хужабыҙға кәрәк», — тип яуап бирҙеләр 35  һәм уны Ғайсаға алып килделәр. Шунан улар йәш ишәккә үҙҙәренең өҫ кейемдәрен һалып, уға Ғайсаны атландырҙылар. 36  Ғайса ишәккә атланып китеп барғанда, кешеләр өҫ кейемдәрен юлға түшәне. 37  Ул Зәйтүн тауынан төшә торған юлға килеп еткәс, бик күп шәкерттәр, шатланып, үҙҙәре күргән бөтә мөғжизәләр өсөн көслө тауыш менән Алланы данлай башланы. 38  Улар: «Йәһүә исеме хаҡына килеүсе Батша фатихалы! Күктә тыныслыҡ булһын! Юғарылағы Алла данланһын!» — тиә инеләр. 39  Ләкин халыҡ араһынан ҡайһы бер фарисейҙар: «Остаз, шәкерттәреңде тый», — тип әйттеләр. 40  Әммә Ғайса: «Һеҙгә әйтәм: улар шымһа, таштар ҡысҡыра башлар», — тип яуап бирҙе. 41  Ҡалаға яҡынлашҡас, Ғайса уға ҡарап, илап ебәрҙе 42  һәм былай тине: «Әгәр ҙә һин нимә тыныслыҡҡа алып барғанын аңлаһаң ине... Ләкин әле был һинән йәшерелгән. 43  Шундай ваҡыт килеп етер: дошмандарың һине осло бүрәнәләрҙән торған стена менән уратып алыр һәм ҡамауҙа тотор*. 44  Улар һине ер менән тигеҙләр, халҡыңды* ҡырыр, таш өҫтөндә таш ҡалдырмаҫ, сөнки Алла һине хөкөм итергә килде, ә һин быны аңламаның». 45  Ғайса ғибәҙәтханаға инде һәм унан һатыусыларҙы ҡыуып сығара башланы, 46  уларға: «Яҙмаларҙа „минең йортом доға ҡылыу йорто булыр“ тиелгән, ә һеҙ уны юлбаҫарҙар ояһына әйләндергәнһегеҙ», — тине. 47  Ғайса көн һайын ғибәҙәтханала өйрәтте. Өлкән руханиҙар, ҡанун белгестәре һәм халыҡ башлыҡтары уны үлтерергә теләне, 48  ләкин быны нисек эшләргә белмәне, сөнки халыҡ уның һөйләгәндәрен тыңлап, унан бер аҙым да китмәне.

Төшөрмәләр

Грек минаһының ауырлығы 340 грамм булған, һәм ул 100 драхмаға тиң булған.
Һүҙмә-һүҙ «көмөш».
Һүҙмә-һүҙ «көмөшөмдө».
Йәки «аҡсамды банкыға һалманың».
Йәки «һәр яҡлап ҡыҫырыҡлар».
Һүҙмә-һүҙ «балаларыңды».