Лука яҙған 15:1—32
15 Ғайсаны тыңлар өсөн, уның янына бөтә һалым йыйыусылар һәм гонаһ ҡылыусылар йыйылды.
2 Ә фарисейҙар менән ҡанун белгестәре: «Был кеше гонаһ ҡылыусылар менән аралаша һәм улар менән бергә ашай», — тип һөйләнде.
3 Шунда ул уларға бындай миҫал килтерҙе:
4 «Әйтәйек, берәйегеҙҙең 100 һарығы булып, береһе юғалды, ти. Һеҙ 99-ын көтөүлектә* ҡалдырып, юғалған һарығығыҙҙы тапҡансы эҙләмәҫ инегеҙме ни?
5 Ә тапҡас, ҡыуанып, уны елкәгеҙгә һалып алып китер инегеҙ ҙә,
6 өйөгөҙгә ҡайтҡас, дуҫтарығыҙ менән күршеләрегеҙҙе саҡырып, уларға: „Минең менән ҡыуанығыҙ, сөнки мин юғалған һарығымды таптым“, — тиер инегеҙ.
7 Һеҙгә әйтәм: шуның шикелле, күктә лә тәүбә итеүгә мохтаж булмаған 99 тәҡүә кешегә ҡарағанда тәүбә иткән бер гонаһ ҡылыусы өсөн күберәк шатланырҙар.
8 Йәки 10 көмөш тәңкәһе* булған һәм шуларҙың береһен юғалтҡан ҡатынды күҙ алдына килтерегеҙ. Әллә ул яҡтыртҡыс яндырып һәм өйөн һепереп, уны тапҡансы ентекләп эҙләмәҫме?
9 Ә тапҡас, әхирәттәре менән күрше ҡатындарҙы саҡырып: „Минең менән ҡыуанығыҙ, сөнки мин юғалған көмөш тәңкәмде* таптым“, — тиер.
10 Һеҙгә шуны әйтәм: Алла фәрештәләре лә тәүбә иткән бер гонаһ ҡылыусы өсөн шулай уҡ шатлана».
11 Шунан Ғайса былай тип һөйләй башланы: «Бер кешенең ике улы булған.
12 Кесеһе атаһына: „Атай, мираҫтың миңә тейешле өлөшөн бир әле“, — тигән. Шунда атаһы мөлкәтен улдарына бүлеп биргән.
13 Бер нисә көндән һуң кесе улы әйберҙәрен йыйған да йыраҡ илгә сығып киткән. Унда ул кәйеф-сафаға бирелеп* йәшәгән һәм үҙенең бөтә мөлкәтен туҙҙырып бөтөргән.
14 Ул бөтә аҡсаһын тотоноп бөткәс, шул илдә ҡаты аслыҡ башланған һәм ул мохтажлыҡҡа төшкән.
15 Шунда ул шул илдең бер кешеһенә эшкә ялланған, ә тегеһе уны үҙенең яландарына сусҡа көтөргә ебәргән.
16 Уның шул тиклем ашағыһы килгән, ул хатта сусҡалар ашаған ҡуҙаҡтар менән тамаҡ туйҙырырға хыялланған, әммә уға уныһын да бирмәгәндәр.
17 Шунда ул, аңына килеп, былай тип уйлаған: „Атайымдың ялсылары туйғансы ашай, ә мин бында астан үлеп барам!
18 Атайыма ҡайтайым да былай тип әйтәйем: „Атай, мин күктәге Аллаға ҡаршы һәм һиңә ҡаршы гонаһ ҡылдым.
19 Бүтән һинең улың тип аталырға лайыҡ түгелмен. Мине үҙеңә ялсы итеп эшкә алсы“.
20 Шунан ул атаһы янына ҡайтып киткән. Атаһы уны алыҫтан күреп ҡалған һәм бик йәлләгән. Ул улының ҡаршыһына йүгереп барып, уны ҡосаҡлап* үбеп алған.
21 Улы атаһына: „Атай, мин күктәге Аллаға ҡаршы һәм һиңә ҡаршы гонаһ ҡылдым. Бүтән һинең улың тип аталырға лайыҡ түгелмен“, — тигән.
22 Әммә атаһы хеҙмәтселәренә былай тип ҡушҡан: „Тиҙерәк, иң яҡшы кейем килтереп, уны кейендерегеҙ. Ҡулына — балдаҡ, аяғына сандалый кейҙерегеҙ.
23 Һимертелгән быҙау алып килеп һуйығыҙ. Әйҙәгеҙ, ашап-эсеп, күңел асайыҡ,
24 сөнки улым үлгәйне — терелде, юғалғайны — табылды“. Шунан барыһы ла күңел аса башлаған.
25 Ул ваҡытта уның өлкән улы баҫыуҙа булған. Өйөнә ҡайтып етеп килгәндә, ул йыр-моң һәм бейеү тауыштары ишеткән.
26 Ул хеҙмәтселәрҙең береһен саҡырып алып: „Нимә байрам итәләр ул?“ — тип һораған.
27 Тегеһе уға: „Һинең ҡустың ҡайтты, һәм атайың уның иҫән-һау ҡайтыуына ҡыуанып, һимертелгән быҙау һуйҙырҙы“, — тигән.
28 Өлкән улдың быға асыуы килгән, ул хатта өйгә инергә теләмәгән. Шунда атаһы сығып, унан өйгә кереүен үтенә башлаған.
29 Ул яуап итеп атаһына былай тигән: „Мин һиңә нисәмә йылдар ҡол кеүек хеҙмәт итәм, бер бойороғоңдо ла үтәмәй ҡалдырманым. Ләкин һин бер тапҡыр ҙа миңә дуҫтарым менән күңел асыр өсөн хатта кәзә бәрәсе лә бирмәнең.
30 Ә мөлкәтеңде фәхишәләр менән туҙҙырып бөтөргән был улың ҡайтыу менән, уның өсөн һимертелгән быҙау һуйҙырғанһың“.
31 Атаһы уға былай тигән: „Улым, һин һәр ваҡыт минең менән, минең бөтә нәмәм — һинеке.
32 Ә ҡустың үлгәйне — терелде, юғалғайны — табылды, шуға ҡыуаныстан нисек күңел асмайһың инде?!“».
Төшөрмәләр
^ Һүҙмә-һүҙ «сүлдә».
^ Һүҙмә-һүҙ «ун драхмаһы». Был ун көнлөк эш хаҡына тиң булған.
^ Һүҙмә-һүҙ «драхмамды».
^ Йәки «аҙып-туҙып».
^ Һүҙмә-һүҙ «муйынына ташланып».