Илселәрҙең эштәре 24:1—27
24 Биш көндән һуң, Пауылға ҡаршы булған ғәйепләүҙәрен идарасыға еткерер өсөн, баш рухани Ханания, бер нисә аҡһаҡал һәм Тиртул исемле оҫта һөйләүсе* килде.
2 Тиртулға һүҙ бирелгәс, ул ғәйепләү һүҙҙәрен былай тип башланы: «Мөхтәрәм Фе́ликс! Тыныслыҡта йәшәүебеҙ менән беҙ һиңә бурыслы. Аҡыллы идара итеүең арҡаһында халҡыбыҙ файҙаһына яҡшы үҙгәрештәр яһала.
3 Беҙ быны һәр ваҡыт һәм һәр ерҙә күп рәхмәттәр менән таныйбыҙ.
4 Күп ваҡытыңды алмаҫ өсөн, ҡыҫҡа ғына һөйләйем һәм беҙҙе үҙеңә хас игелек менән тыңлауыңды үтенәм.
5 Беҙҙең уйлауыбыҙса, был кеше һәр ҡайһы йоғошло сирҙән дә яманыраҡ*, ул — бөтә ер буйлап еврейҙар араһында фетнә күтәреүсе һәм назаралар сектаһының башлығы.
6 Өҫтәүенә, ул ғибәҙәтхананы нәжесләргә маташты, шуға беҙ уны ҡулға алдыҡ.
7 ——*
8 Унан һорау алғас, ғәйепләүҙәребеҙҙең нигеҙле икәнен күрерһең».
9 Был һүҙҙәрҙе раҫлап, ғәйепләүҙәргә еврейҙар ҙа ҡушылды.
10 Фе́ликс баш ҡағып Пауылға һөйләргә рөхсәт иткәс, Пауыл былай тине: «Һинең был халыҡты күп йылдар буйы хөкөм итеүеңде белгәнгә, үҙемде һинең алдыңда яҡлай алыуыма шатмын.
11 Яҡынса 12 көн элек мин Аллаға табыныр өсөн Йәрүсәлимгә килдем. Быны һин үҙең дә тикшереп белә алаһың.
12 Минең ғибәҙәтханала берәйһе менән бәхәсләшкәнемде лә, синагогаларҙа йәки ҡалала халыҡты фетнәгә ҡотортҡанымды ла һис кем күрмәне.
13 Улар миңә әле ташлаған ғәйепләүҙәрен иҫбат итә алмайҙар.
14 Ләкин шуны таныйым: мин улар „секта“ тип атаған юлдан барып, ата-бабаларымдың Аллаһына хеҙмәт итәм, Ҡанунда һәм пәйғәмбәрҙәр китаптарында яҙылғандың барыһына ышанам.
15 Мин дә, улар кеүек үк, тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән тереләсәк тип, Аллаға өмөт бағлайым.
16 Шуға күрә мин һәр ваҡыт Алла һәм кешеләр алдында саф выждан менән йәшәргә тырышам.
17 Күп йылдарҙан һуң мин, халҡыма ирекле иғәнәләр* тапшырыу һәм Аллаға ҡорбандар килтереү өсөн, Йәрүсәлимгә ҡайттым.
18 Улар мине таҙарыныу йолаһын үтәп, ғибәҙәтханала ошо эштәр менән йөрөгән сағымда күрҙе. Яныма халыҡ та йыйманым, ғауға ла ҡуптарманым. Әммә унда Азиянан* булған еврейҙар бар ине.
19 Тап улар һиңә килеп, мине ғәйепләргә тейеш ине, әгәр ҙә уларҙың бының өсөн нигеҙҙәре булһа.
20 Йәки бындағы кешеләр Юғары кәңәшмә алдында торған сағымда миндә ниндәй ғәйеп тапҡандары хаҡында әйтһендәр.
21 „Мине үлеләрҙең терелеүенә ышанғаным өсөн хөкөм итәләр!“ — тип ҡысҡырыуҙан башҡа мин бер ни ҙә эшләмәнем».
22 Юл* тураһында ярайһы уҡ яҡшы белгән Фе́ликс: «Мең башы Ли́сий килеү менән, һеҙҙең һорауығыҙ буйынса ҡарар сығарырмын», — тиеп, уларҙың эшен һуңғараҡ ҡарарға хәл итте.
23 Ул йөҙ башына Пауылды һаҡ аҫтында тоторға, ләкин уға күпмелер ирек бирергә һәм дуҫтарына уның хаҡында хәстәрлек күрергә ҡамасауламаҫҡа ҡушты.
24 Бер нисә көндән һуң Фе́ликс ҡатыны Дөрсилә менән (ул йәһүд ине) килеп, Пауылды саҡыртып алды ла уның Мәсих Ғайсаға ышаныу тураһында һөйләгәндәрен тыңланы.
25 Ләкин Пауыл тәҡүәлек, тотанаҡлыҡ һәм буласаҡ хөкөм тураһында һөйләй башлағас, Фе́ликс ҡурҡыуға төштө. Ул уға: «Әлегә китһәң дә була, уңайы сыҡҡас, һине тағы саҡыртырмын», — тине.
26 Шул уҡ ваҡытта ул Пауылдан аҡса өмөт итте, шунлыҡтан уны йыш ҡына саҡыртып, уның менән әңгәмә ҡора ине.
27 Ике йылдан һуң Фе́ликс урынына По́рций Фест килде. Әммә Фе́ликс, еврейҙарға ярарға теләп, Пауылды һаҡ аҫтында ҡалдырҙы.
Төшөрмәләр
^ Йәки «юрист; адвокат».
^ Йәки «был кеше — донъя болғатыусы». Һүҙмә-һүҙ «киҙеү».
^ Был аят, Изге Яҙма китабының ҡайһы бер тәржемәләрендә булһа ла, төрлө әһәмиәтле боронғо грек ҡулъяҙмаларында осрамай.
^ Йәки «хәйер».
^ Мәсихселәр ышанған тәғлимәттәр һәм уларҙың йәшәү рәүеше күҙ уңында тотола.