УҠЫУСЫЛАРЫБЫҘ ҠЫҘЫҠҺЫНА
Алланы кем барлыҡҡа килтергән?
Күҙ алдына килтерегеҙ, атай кеше ете йәшлек улы менән һөйләшеп ултыра. «Бик күп йылдар элек Алла ерҙе һәм ерҙәге бөтә нәмәне барлыҡҡа килтергән, ул ҡояшты, айҙы һәм йондоҙҙарҙы яһаған», — ти атаһы. Малай әҙерәк уйланып ала ла: «Атай, ә Алланы кем яһаған?» — тип һорай.
«Алланы берәү ҙә яһамаған, — ти атаһы. — Ул һәр ваҡыт булған». Әлегә малайға ошо ябай яуап та етерлек. Ләкин, әҙерәк үҫә төшкәс, ул яңынан ошо һорау тураһында уйлана. Ул шуны аңлай алмай: нисек инде кемдең дә булһа башланғысы булмаҫҡа мөмкин? Хатта Ғаләмдең дә башланғысы булған бит. «Улайһа, Алла нисек барлыҡҡа килгән һуң?» — тип аптырай ул.
Был һорауға Изге Яҙма нисек яуап бирә? Дөйөм алғанда, беҙҙең миҫалдағы атай кеше кеүек. Муса былай тип яҙған: «Эй Йәһүә... Тауҙар тыуғансы, һин ерҙе һәм йыһанды булдырғансы, мәңгенән-мәңгегә һин — Алла» (Зәбур 90:1, 2). Ә Ишағыя пәйғәмбәр тулҡынланып былай тигән: «Әллә белмәйһеңме? Ишеткәнең юҡмы? Ер ситтәрен барлыҡҡа килтереүсе Йәһүә — мәңгегә Алла» (Ишағыя 40:28). Шуның кеүек үк, Инжилдә лә, Алла «донъя яратылғансы уҡ» булған, тип әйтелә (Йәһүҙә 25).
Ошо Изге Яҙма аяттарынан күренеүенсә, Алла — «Мәңгелек Батша» (1 Тимофейға 1:17). Был, беҙ үткәнгә ни тиклем йыраҡ күҙ һалһаҡ та, Алла һәр ваҡыт булған, тигәнде аңлата. Һәм ул киләсәктә лә һәр ваҡыт буласаҡ (Асылыш 1:8). Шулай итеп, мәңге бар булыу — Сикһеҙ ҡөҙрәтле Алланың айырылғыһыҙ үҙенсәлеге.
Ни өсөн беҙгә был фекерҙе аңлауы ауыр? Сөнки, беҙҙең ғүмер оҙонлоғо сикле булғанға, ваҡытҡа ҡарашыбыҙ Алланыҡынан бик ныҡ айырылып тора. Алла мәңгелек, шуға уның өсөн мең йыл бер көнгә тиң (2 Петр 3:8). Мәҫәлән, 50 көн йәшәгән сиңерткә 70—80 йыл йәшәү нимә икәнен аңлай алыр инеме? Ай-һай! Изге Яҙма, беҙ Бөйөк Барлыҡҡа килтереүсебеҙ менән сағыштырғанда сиңерткә һымаҡ, тип аңлата. Беҙҙең фекерләү һәләтебеҙ ҙә уныҡы менән сағыштырғанда бик түбән (Ишағыя 40:22; 55:8, 9). Шуға күрә Йәһүә шәхесенең ҡайһы бер үҙенсәлектәрен тулыһынса аңлай алмауыбыҙ бер ҙә аптырарлыҡ түгел.
Беҙгә Йәһүәнең һәр ваҡыт бар булыуын аңлауы ауыр булһа ла, был айыҡ фекергә ҡаршы килмәй. Әгәр Алланы кемдер булдырған булһа, шул кемдер үҙе Барлыҡҡа килтереүсе булыр ине. Ләкин, Инжилдә әйтелгәнсә, тик Йәһүә генә бар нәмәне яратҡан (Асылыш 4:11). Бынан тыш, белеүебеҙсә, ҡасандыр Ғаләм бөтөнләй булмаған (Башланмыш 1:1, 2). Ул нисек барлыҡҡа килгән? Ғаләмде Барлыҡҡа килтереүсе унан алдараҡ булырға тейеш булған. Ул шулай уҡ башҡа аҡыллы заттар — үҙенең берҙән-бер Улы һәм фәрештәләр — барлыҡҡа килгәнсе булырға тейеш булған (Әйүп 38:4, 7; Колосстарға 1:15). Уның күпмелер ваҡыт бөтөнләй бер үҙе булыуы ап-асыҡ. Уны бер кем дә барлыҡҡа килтерә алмаған, сөнки ул ваҡытта уны барлыҡҡа килтерә алырлыҡ берәү ҙә булмаған.
Беҙҙең бар булыуыбыҙ һәм икһеҙ-сикһеҙ Ғаләмдең булыуы мәңгелек Алла бар икәнен күрһәтә. Ғәйәт ҙур Ғаләмде хәрәкәткә килтереүсе һәм уның закондарын урынлаштырыусы һәр ваҡыт булырға тейеш булған. Тик ул ғына бөтә тереклеккә йәшәү һулышы өрә алған (Әйүп 33:4).