БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | АЛЛАНЫ ЯРАТЫРҒА ҠАМАСАУЛАҒАН ЯЛҒАН
Ни өсөн ҡайһы берәүҙәргә Алланы яратыуы ауыр?
«Аллаң Йәһүәне бөтә йөрәгең, бөтә йәнең һәм бөтә көсөң менән ярат» (Муса пәйғәмбәр) *.
Ҡайһы бер кешеләргә Алланы яратыуы ауыр. Алла уларға аңлап булмаҫлыҡ, вайымһыҙ йә хатта мәрхәмәтһеҙ булып тойола. Бына бер нисә миҫал:
«Мин Аллаға ярҙам һорап доға ҡылдым, ләкин шул уҡ ваҡытта уның кешеләрҙән йыраҡ, ирешеп булмаҫлыҡ икәнен тойҙом. Минең өсөн Алла бер ниндәй хистәре булмаған абстракт зат ине» (Марко, Италия).
«Ихлас күңелдән Аллаға хеҙмәт итергә теләһәм дә, ул минән бик йыраҡ һымаҡ ине. Мин уны беҙгә тик яза ғына биреп ултырған ҡырыҫ Алла итеп күҙ алдына килтерҙем. Уның йылы хистәр кисерә алғанына ышанмай инем» (Роза, Гватемала).
«Бала сағымда, Алла беҙҙә хата эҙләй һәм яйы сығыу менән яза бирергә әҙер, тип һанай инем. Һуңғараҡ, Алла беҙгә ҡарата вайымһыҙ, тип уйлай башланым. Ул дәүләт эштәре менән шөғөлләнгән, ләкин кешеләр менән ҡыҙыҡһынмаған премьер-министр һымаҡ ине» (Раймонда, Канада).
Ә һеҙ нимә уйлайһығыҙ? Ысынлап та Алланы яратыуы ауырмы? Күп кешеләр, дини булыуҙарына ҡарамаҫтан, быуаттар буйы ошо һорау өҫтөндә уйлана. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Урта быуаттарҙа христиан илдәрендә йәшәгәндәрҙең күбеһе хатта Сикһеҙ ҡөҙрәтле Аллаға доға ҡылмаған. Ни өсөн? Кешеләр унан ҡоттары осоп ҡурҡҡан. Тарихсы Уилл Дюрант ул турала былай тигән: «Нисек инде ябай ғына гонаһлы кеше шундай ҡырыҫ һәм ҡурҡыу уятҡан Хакимдың тәхетенә доға ҡылыр өсөн яҡынлашырға баҙнат итә алһын?»
Ни өсөн Алланы «ҡырыҫ һәм ҡурҡыу уятҡан Хаким» тип һанай башлағандар? Изге Яҙма ысынында нимәгә өйрәтә? Алла тураһында дөрөҫөн белеү беҙгә уны ярата башларға ярҙам итә аламы?
^ 3 абз. Ҡанун 6:5