Төп мәғлүмәткә күсеү

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШТО ҮҘГӘРТӘ

«Хәҙер инде мин, донъяны үҙгәртергә тейешмен, тип уйламайым»

«Хәҙер инде мин, донъяны үҙгәртергә тейешмен, тип уйламайым»
  • ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1966

  • ТЫУҒАН ИЛЕ: ФИНЛЯНДИЯ

  • ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: ЙӘМӘҒӘТ АКТИВИСЫ

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ.

Мин бала саҡтан уҡ тәбиғәтте яратам. Беҙҙең ғаилә йыш ҡына Үҙәк Финляндияла урынлашҡан тыуған ҡалам Ювяскюля тирәһендәге йәмле урмандар һәм иҫ киткес күлдәр буйына сыға торғайны. Шулай уҡ мин хайуандарҙы яратам. Бала сағымда осраған һәр этте һәм бесәйҙе ҡосаҡларға теләй инем! Әҙерәк үҫә төшкәс, кешеләрҙең хайуандарға ҡарата насар мөғәмәләһен күреп, бик күңелһеҙләнә торғайным. Ваҡыт уҙыу менән мин хайуандарҙы яҡлау йәмғиәтенә ҡушылдым, унда фекерҙәштәремде осраттым.

Беҙ хайуандарҙың хоҡуҡтары өсөн әүҙем көрәштек: шул темаға мәғлүмәт тараттыҡ, йәнлек тиреһенән тегелгән әйберҙәр һатыуға һәм хайуандар өҫтөнән тәжрибәләр үткәреүгә ҡаршы протест белдереү марштары һәм демонстрациялар үткәрҙек. Беҙ хатта хайуандарҙы яҡлау буйынса үҙ ойошмабыҙҙы булдырҙыҡ. Радикаль саралар ҡулланып көрәшкәнгә, беҙҙең йыш ҡына властар менән проблемалар тыуа ине. Мине бер нисә мәртәбә ҡулға алдылар һәм хөкөм иттеләр.

Әммә мине хайуандарҙың хәле генә түгел, донъялағы башҡа проблемалар ҙа борсой ине. Тора-бара мин бер нисә ойошманың, шул иҫәптән «Халыҡ-ара амнистия» һәм «Гринпис» ойошмаларының ағзаһы булып киттем. Уларҙың эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеүгә бөтә көсөмдө һалдым. Ярлы, ас һәм башҡа йәберләнгән кешеләрҙең хоҡуҡтарын яҡланым.

Ләкин яйлап был донъяны үҙгәртә алмаҫымды аңлай башланым. Ул ойошмалар ҡайһы бер ваҡ проблемаларҙы хәл итә алһа ла, етдиерәктәре тик киҫкенләшә генә бара кеүек тойола ине. Әйтерһең дә, бөтә донъяны яуыз көстәр биләп алған һәм был берәүҙе лә борсомай. Мин үҙемдең көсһөҙлөгөмдө тәрән аңланым.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ.

Көсһөҙлөгөм арҡаһында бойоҡҡанға, мин Алла һәм Изге Яҙма тураһында уйлана башланым. Элек мин Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙма өйрәнгәйнем. Уларҙың миңә ҡарата изгелекле булыуы һәм шәхси ҡыҙыҡһыныу күрһәтеүе бик оҡшаһа ла, мин ул ваҡытта тормошомдо үҙгәртергә әҙер түгел инем. Хәҙер иһә хәл бөтөнләй башҡаса ине.

Мин Изге Яҙмамды эҙләп таптым да уҡый башланым. Был минең яралы йөрәгемә яғылған шифалы май кеүек булды. Изге Яҙмала хайуандарға яҡшы мөғәмәлә күрһәтергә өйрәткән күп өҙөктәр таптым. Мәҫәлән, Ғибрәтле һүҙҙәр 12:10-да: «Тәҡүә кеше мал-тыуары хаҡында ҡайғыртып йәшәй», — тиелгән. Мин шулай уҡ Алланың кешелек бәләләрендә ғәйепле түгел икәнен аңланым. Киреһенсә, проблемалар күп кешеләрҙең Алла кәңәштәрен тотмауы арҡаһында киҫкенләшә. Йәһүәнең яратыуы һәм сабырлығы тураһында белеү миңә көслө тәьҫир итте (Зәбур 103:8—14).

Яҡынса шул ваҡытта мин Изге Яҙманы өйрәнергә ярҙам иткән китапҡа заказ биреү өсөн купон табып алдым да уны тултырып ебәрҙем. Тиҙҙән миңә ике Йәһүә шаһиты, килеп, Изге Яҙма өйрәнергә тәҡдим итте. Мин ризалаштым. Шулай уҡ Батшалыҡ залына йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй башланым. Һөҙөмтәлә, Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт йөрәгемдә тамыр йәйә башланы.

Изге Яҙма тормошомда күп үҙгәрештәр яһарға ярҙам итте. Тәмәке тартыуымды һәм эсеүемде ташланым, тышҡы ҡиәфәтемде тәртипкә килтерҙем, әшәке һүҙҙәр әйтеүҙән туҡтаным. Өҫтәүенә, властарға мөнәсәбәтемде лә үҙгәрттем (Римдарға 13:1). Мин шулай уҡ әхлаҡһыҙ тормош рәүешен ташланым, элек был йәһәттән үҙемә барыһын да рөхсәт итә инем.

Ләкин йәмәғәт ойошмаларына мөнәсәбәтемде үҙгәртеү иң ауыры булды. Был тиҙ булманы. Тәүҙә миңә, уларҙың эшмәкәрлегендә ҡатнашыуҙан туҡтаһам, хыянатсы булырмын кеүек тойолдо. Әммә тора-бара Алла Батшалығы ғына кешелеккә ысын өмөт бирә алғанын аңланым. Мин үҙемдең бөтә көсөмдө шул Батшалыҡҡа булышлыҡ итеүгә һәм башҡаларға шул турала белергә ярҙам итеүгә йүнәлтергә булдым (Матфей 6:33).

ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ.

Элек активист булараҡ, мин кешеләрҙе яҡшы һәм яманға айырырға өйрәнгәйнем һәм үҙем яман тип иҫәпләгәндәр менән көрәшергә әҙер инем. Ләкин Изге Яҙма ярҙамы менән хәҙер йөрәгемдә башҡаларға ҡарата көслө нәфрәт тойғоһо юҡ. Киреһенсә, мин бөтә кешеләрҙе лә яратырға өйрәнәм (Матфей 5:44). Шундай яратыу күрһәтер өсөн бер мөмкинлек — уларға Алла Батшалығы тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләү. Был файҙалы эштең кешеләргә тыныслыҡ һәм шатлыҡ килтергәнен һәм ысын өмөт биргәнен күреп, бик ҡыуанам.

Йәһүәгә таянырға өйрәнгәндән бирле, йәнемә тыныслыҡ таптым. Барлыҡҡа килтереүсе булараҡ, Алланың кешеләрҙе һәм хайуандарҙы мәңге йәберләргә лә, беҙҙең матур планетабыҙҙы юҡ итергә лә юл ҡуймаҫына ныҡ ышанам. Ул үҙенең Батшалығы ярҙамында килтерелгән бөтә зыянды ҡаплаясаҡ (Ишағыя 11:1—9). Миңә был хәҡиҡәттәрҙе белеү генә түгел, ә башҡаларға ла шуларға ышанырға ярҙам итеү ҙур шатлыҡ килтерә. Хәҙер инде мин, донъяны үҙгәртергә тейешмен, тип уйламайым.