3. Сирҙәр
3. Сирҙәр
«Ҡурҡыныс йоғошло сирҙәр хөкөм һөрөр» (ЛУКА 21:11).
● Ҡан ҡойғос граждандар һуғышы барған бер Африка илендә Бонзали исемле медицина эшмәкәре үҙ ҡалаһындағы марбург-вируслы сирҙән (биҙгәктең бер төрө) интеккән шахтерҙарҙы ҡотҡарыр өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләгән. Ҙурыраҡ ҡалалағы чиновниктарҙан ярҙам һорап үтенеүҙәре яуапһыҙ ҡалған. Дүрт айҙан һуң, ниһайәт, ярҙам килгән, ләкин инде һуң булған: Бонзали үҙе ҡотҡарырға маташҡан шахтерҙарҙан ошо ауырыуҙы йоҡтороп үлгән.
ФАКТТАР НИМӘ КҮРҺӘТӘ? Ни бары 2004 йылда ғына тын юлы һәм үпкә ауырыуҙарынан (мәҫәлән, пневмония), ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан, СПИД, туберкулез һәм маляриянан ун миллион ярымдан күберәк кешенең ғүмере өҙөлгән. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, ошо ауырыуҙар арҡаһында һәр өс секунд һайын бер кеше үлгән.
ҠАРШЫ ФЕКЕР. Ерҙәге халыҡ һаны көндән-көн арта, шуға ярашлы ауырыған кешеләр ҙә күбәйә.
БЫЛ ШУЛАЙМЫ? Донъялағы халыҡ һаны ысынлап та ныҡ артты. Әммә кешеләр ҙә сирҙәргә диагноз ҡуйыу, уларҙы туҡтатыу һәм дауалау өлкәһендә күп нәмәгә иреште. Шулай булғас, сирҙәр артҡа сигенергә тейеш тип уйлау аҡыллы түгелме ни? Ләкин быға ҡапма-ҡаршы хәл күрәбеҙ.
ҺЕҘ НИСЕК УЙЛАЙҺЫҒЫҘ? Изге Яҙмала алдан әйтелгәнсә, кешеләр ҡурҡыныс сирҙәрҙән интегәме?
Ер тетрәүҙәр, аслыҡ һәм сирҙәр — миллионлаған кешенең ғүмерен ҡыйыусы көстәр. Ләкин тағы ла күберәк кеше үҙҙәрен яҡларға тейеш булған иң яҡын кешеләре арҡаһында ғазап сигә. Изге Яҙмала бының тураһында нимә алдан әйтелгәнен ҡарағыҙ.
[Өҫтәмә текст]
«Әгәр һине арыҫлан йә башҡа бер йыртҡыс хайуан ашаһа, был ҡурҡыныс, ләкин һине эстән ҡот осҡос ауырыу ашаһа һәм тирә-яҡтағы кешеләр менән дә шундай уҡ хәл булғанын күрһәң, был да ҡурҡыныс» (ЭПИДЕМИОЛОГ МАЙКЛ ОСТЕРХОЛМ).
[Сығанаҡ]
© William Daniels/Panos Pictures