Бәлә-ҡазалар: өмөтһөҙлөктән өмөткә табан
Бәлә-ҡазалар: өмөтһөҙлөктән өмөткә табан
«Ахырызаман килгәндә ауыр ваҡыттар етер» (2 ТИМОФЕЙҒА 3:1).
МОҒАЙЫН, һеҙҙең түбәндәге бәләләрҙең берәйһе тураһында ишеткәнегеҙ йә хатта уны күргәнегеҙ булғандыр.
● Үлемесле ауырыуҙан күп кешеләрҙең ғүмере өҙөлә.
● Аслыҡтан йөҙәрләгән кеше үлә.
● Көслө ер тетрәү арҡаһында меңәрләгән кеше һәләк була һәм бик күптәр торлаҡһыҙ ҡала.
Был баҫманың инеш мәҡәләләрендә ошоға оҡшаш бәләләр тураһында ҡайғылы факттар килтерелә. Шулай уҡ, Изге Яҙма буйынса, ундай ваҡиғаларҙың «ахырызаман», йәғни һуңғы көндәр, тип аталған осорҙо һүрәтләгәне әйтелә.
Ләкин был мәҡәләләрҙең маҡсаты һеҙҙе, бәләләр тулы донъяла йәшәйбеҙ, тип ышандырыу түгел. Быны һеҙ, моғайын, үҙегеҙ ҙә күреп тораһығыҙҙыр. Киреһенсә, был мәҡәләләр һеҙгә өмөт бирер өсөн яҙылған. Уларҙа Изге Яҙманан алты пәйғәмбәрлек ҡарала һәм уларҙың үтәлеше «ахырызаман» тип аталған осорҙоң тиҙҙән бөтәсәген күрһәткәне тураһында әйтелә. Бынан тыш, был мәҡәләләрҙә быны кире ҡағыусы фекерҙәр ҡарала һәм ни өсөн яҡшы киләсәккә өмөтләнеп булғаны аңлатыла.