Һеҙ «игелекле эшкә» ынтылаһығыҙмы?
ФЕРНАНДО a борсолған, сөнки ике өлкән уның менән шәхсән һөйләшеп алырға теләгән. Район күҙәтеүсеһенең элек килгәндәренән һуң, өлкәндәр, Фернандо менән һөйләшеп, йыйылышта өҫтәмә вазифалар үтәр өсөн уға ҡайһы яҡтарҙан яҡшырырға кәрәклеген инде аңлатҡан булған. Ваҡыт үтә барған, Фернандо үҙен ҡасан да булһа өлкән итеп билдәләрҙәренә инде шикләнә башлаған. Һәм бына, район күҙәтеүсеһе тағы килгән. Был юлы өлкәндәр Фернандоға ни тиер?
Фернандо өлкәндәрҙең һөйләгәнен иғтибар менән тыңлай. Уларҙың береһе 1 Тимофейға 3:1-ҙе иҫкә алып китә һәм, йыйылыш өлкәндәре, Фернандоны өлкән итеп билдәләү тураһында хат алды, тип әйтә. Фернандо тертләп киткәндәй була һәм: «Нимә?» — тип һорай. Өлкән ҡабатлап әйткәс, Фернандоның йөҙөндә йылмайыу балҡый. Ә инде һуңыраҡ, уның билдәләнеше хаҡында белдереү яңғырағас, бөтә йыйылыш ҡыуана.
Йыйылышта хөрмәтле вазифа алырға теләү насармы? Һис тә юҡ. 1 Тимофейға 3:1-ҙә (ЯДТ) әйтелгәнсә, «күҙәтеүсе булырға ынтылыусы кеше игелекле эшкә ынтыла». Ошо һүҙҙәр күп ир ҡәрҙәштәрҙе, йыйылышта яуаплы вазифалар үтәргә яраҡлы булыр өсөн, рухи уңыштарға дәртләндерә. Һөҙөмтәлә йыйылыштар йөҙәрләгән мең өлкән һәм хеҙмәт ярҙамсыһы менән фатихалана. Әммә йыйылыштар һаны арта бара һәм хөрмәтле вазифалар үтәргә теләүсе ир ҡәрҙәштәр ҙә күберәк талап ителә. Был игелекле эшкә нисек дөрөҫ итеп ынтылырға һуң? Һәм шундай вазифа алырға ынтылған ҡәрҙәштәргә нисек Фернандо кеүек артыҡ борсолмаҫҡа?
«ЫНТЫЛЫУ» НИМӘНЕ АҢЛАТА?
Изге Яҙмалағы «ынтылыу» тигән һүҙ грек телендәге «бик ныҡ теләү, нимәгәлер үрелеү» тигән мәғәнә йөрөткән һүҙҙәрҙең тәржемәһе булып тора. Һеҙҙең, бәлки, тәмле емеште алырға тырышып, ағасҡа үрелгән кеше күҙ алдығыҙға киләлер. Әммә был һүҙ ҡомһоҙлоҡ менән хөрмәтле вазифаға ынтылыуҙы аңлатмай. Ни өсөн? Сөнки өлкән булып хеҙмәт итергә теләгән кеше күренекле урынға түгел, ә «игелекле эшкә» ынтылырға тейеш.
Был игелекле эшкә ҡағылышлы талаптар 1 Тимофейға 3:2—7-лә һәм Титҡа 1:5—9-ҙа һанап кителә. Оҙаҡ йылдар дауамында өлкән булып хеҙмәт иткән Реймонд ошо юғары нормалар хаҡында былай тигән: «Минеңсә, иң мөһиме — ниндәй кеше булыуың. Әлбиттә, һөйләй һәм өйрәтә белеү яҡшы нәмә, әммә был һәләттәр тел тейҙермәҫлек булыуҙан, айыҡ аҡыллы, тотанаҡлы, иғтибарлы, ҡунаҡсыл булыуҙан һис тә өҫтөн түгел».
Хөрмәтле вазифаларға ынтылған ир ҡәрҙәштең, һәр насарлыҡтан һәм намыҫһыҙлыҡтан ситтә тороп, үҙен тел тейҙермәҫлек итеп тотоуы уның ниәттәре эскерһеҙ икәнен күрһәтә. Ул тыйнаҡ, төплө, йыйнаҡ, юл биреүсән. Ундай кеше үҙ өҫтөнә етәкселек алғанда, ҡәрҙәштәр уға ышана һәм кәрәк саҡта ярҙам һорарға тартынмай. Ул, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп, йәштәрҙе һәм хәҡиҡәткә яңыраҡ килгәндәрҙе рухландыра. Ауырығандарға һәм ололарға ярҙам итә, сөнки ул бит игелекле эштәргә ынтыла. Был сифаттарҙы ул вазифа алыр өсөн түгел, ә башҡалар файҙаһына үҫтерә b.
Йыйылыш өлкәндәре хөрмәтле вазифаларға ынтылған ир ҡәрҙәштәргә шатланып ярҙам итергә һәм кәңәш бирергә әҙер. Әммә ҡәрҙәштең Изге Яҙмалағы талаптарға тура килеү-килмәүе иң беренсе сиратта уның үҙенән тора. Хенри исемле тәжрибәле күҙәтеүсе былай ти: «Әгәр һин хөрмәтле вазифаларға ынтылаһың икән, талаптарға яраҡлы булыр өсөн, бөтә көсөңдө һал». Артабан ул, Вәғәзсе 9:10-ға нигеҙләнеп, дауам итә: «„Ҡулыңдан килгәндең барыһын да тырышып эшлә“. Өлкәндәр ни генә ҡушһа ла, бөтә көсөңдө һалып, еренә еткереп башҡар. Үҙеңә йыйылышта ышанып тапшырылған бар эште лә, хатта иҙән йыуыуҙы ла ярат. Ваҡыт уҙыу менән башҡалар һинең тырышлығыңды күрер». Әгәр өлкән булырға теләйһегеҙ икән, эшһөйәр һәм изге хеҙмәттең һәр өлкәһендә лә ышанысҡа лайыҡлы булығыҙ. Һеҙҙе баҫалҡылыҡ биҙәһен, данға ынтылмағыҙ (Матф. 23:8—12).
ДӨРӨҪ БУЛМАҒАН ФЕКЕРҘӘРҘЕ ҺӘМ ТӘРТИПТЕ КИРЕ ҠАҒЫҒЫҘ
Өлкән булырға теләүселәрҙең ҡайһы берҙәре үҙ теләген башҡалар аша еткерергә йә өлкәндәр кәңәшмәһенә нисектер тәьҫир итергә тырышырға мөмкин. Икенселәре иһә өлкәндәрҙең кәңәштәрен ҡабул итергә әллә ни теләп бармай. Ундай ир ҡәрҙәштәргә үҙ-үҙенән: «Мин был маҡсатҡа ынтылып, үҙ файҙамды эҙләйемме әллә баҫалҡылыҡ менән Йәһүә һарыҡтары хаҡында ҡайғыртырға теләйемме?» — тип һорарға кәрәк.
Хөрмәтле вазифаларға ынтылыусылар өлкәндәргә ҡуйылған тағы бер талапты онотмаһын: улар ҡәрҙәштәр өсөн өлгө булырға тейеш (1 Пет. 5:1—3). Йыйылышҡа өлгө күрһәтергә теләгән ир ҡәрҙәш уйҙарҙа һәм эштәрҙә мәкерле булырға тейеш түгел. Вазифаһы булыу-булмауға ҡарамаҫтан, ул үҙендә сабырлыҡ һәм сыҙамлыҡ үҫтерергә тейеш. Өлкән булып китеү ир ҡәрҙәштең етешһеҙлектәрен мөғжизәле рәүештә бөтөрмәй (Һан. 12:3; Зәб. 106:32, 33). Бынан тыш, ир ҡәрҙәш үҙен бар яҡтан да өлгөлө тип һанаһа ла, башҡалар уның хаҡында икенсе фекерҙә булырға мөмкин (1 Кор. 4:4). Шуға күрә, әгәр өлкәндәр яҡшы ниәттәрҙән сығып Изге Яҙмаға нигеҙләнгән кәңәштәр бирә икән, тыныс ҡына тыңлағыҙ, шунан уларҙы ҡулланығыҙ.
ӘГӘР ОҘАҠ КӨТӨРГӘ ТУРА КИЛҺӘ?
Ҡайһы бер ҡәрҙәштәргә хөрмәтле вазифаға билдәләнеүҙе артыҡ оҙаҡ көтә кеүек тойолорға мөмкин. Әгәр инде бер нисә йыл «күҙәтеүсе булырға» ынтылаһығыҙ икән, ҡайһы саҡта һеҙҙе борсолоу хисе биләп алмаймы? Шулай булһа, Изге Яҙмалағы ошондай һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөгөҙ: «Оҙаҡ ғәмәлгә ашмаған өмөт йөрәкте әрнетә, ә тормошҡа ашҡан теләк — тормош ағасы» (Ғиб. һүҙ. 13:12).
Ҡуйған маҡсаты тормошҡа ашмаҫтай булып күренһә, кеше төшөнкөлөккә бирелергә мөмкин. Ундай хистәр Ибраһимға бик тә таныш булған. Йәһүә уға, улың тыуыр, тигән вәғәҙә биргән, әммә йылдар үтә барған, ә Сара менән уларҙың һаман да балаһы булмаған (Баш. 12:1—3, 7). Инде олоғайған көнөндә Ибраһим былай тип ялбарған: «Эй Раббым, Хакимым! Балам да булмағас, Һинең бүләгең миңә нимәгә?.. Миңә нәҫел бир[мәнең]». Йәһүә уны, улы тыуасағы хаҡындағы вәғәҙә үтәләсәк, тип ышандырған. Ләкин вәғәҙә тормошҡа ашҡансы, тағы 14 йыл самаһы үтеп киткән (Баш. 15:2—4; 16:16; 21:5).
Көтөргә тура килгәнгә, Ибраһим Йәһүәгә хеҙмәттә шатлығын юғалтҡанмы? Юҡ, ул Алланың вәғәҙәһе үтәләсәгенә бер ҡасан да шикләнмәгән, ә өмөт менән көткән. Илсе Павел былай тип яҙған: «Ибраһим, сабырлыҡ менән көткәндән һуң, вәғәҙә ителгәнде алған» (Евр. 6:15). Һөҙөмтәлә Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Алла үҙенең тоғро хеҙмәтсеһенә ул көткәндән дә мулыраҡ фатиха яуҙырған. Ә һеҙ Ибраһим миҫалынан нимәгә өйрәнә алаһығыҙ?
Әгәр өлкән булып хеҙмәт итергә теләйһегеҙ, ләкин йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан һеҙҙе һаман да билдәләмәйҙәр икән, Йәһүәгә таяныуығыҙҙы дауам итегеҙ. Уға хеҙмәттә шатлыҡ юғалтмағыҙ. Бының ни өсөн мөһим икәнен күп ҡәрҙәштәргә рухи яҡтан үҫергә ярҙам иткән Уоррен былай тип аңлата: «Ир ҡәрҙәштең өлкән булырға әҙер икәне ап-асыҡ күренеп торһон өсөн, күпмелер ваҡыт талап ителә. Һәләттәре һәм ҡарашы уның үҙен тотоуынан, ышанып тапшырылған йөкләмәләрҙе нисек үтәүенән әкренләп күренә башлай. Берәүҙәр иһә, хөрмәтле вазифам йә билдәләнешем булһа, уңышҡа ирешер инем, тип иҫәпләй. Был — яңылыш ҡараш, һәм унан арыныу еңел булмаҫҡа мөмкин. Әммә, ҡайҙа ғына булма, ни менән генә шөғөлләнмә, әгәр Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итәһең икән, һин инде уңышҡа ирешкәнһең».
Бер ир ҡәрҙәш үҙенең өлкән итеп билдәләнеүен ун йылдан ашыу көткән. Йәһүәнең күктәге арбаһы Йәзәкил китабының беренсе бүлегендә нисек итеп һүрәтләнгәненә иғтибар итеп, үҙенең нимәгә өйрәнгәнен былай тип аңлата: «Йәһүә үҙенең арбаһын, йәғни ойошмаһын, үҙе теләгән тиҙлек менән йөрөтә. Ваҡыттың беҙҙең ҡараштан түгел, ә Йәһүә ҡарашынан нисек үтеүе мөһим. Әгәр мин өлкән булырға теләйем икән, минең теләгем һәм хыялым иң мөһиме түгел, сөнки Йәһүә минең әлегә, бәлки, бөтөнләй башҡа нәмәгә мохтаж икәнемде күрәлер».
Хөрмәтле вазифа алырға теләйһегеҙ икән, был игелекле эшкә ынтылғанда, йыйылыштағы шатлыҡҡа үҙ өлөшөгөҙҙө индерегеҙ. Оҙаҡ көтәһегеҙ кеүек тойолһа, борсолоу һәм түҙемһеҙлек хистәре менән көрәшегеҙ. Алдараҡ иҫкә алынған Реймонд былай ти: «Дан-шөһрәт яратыу ҡәнәғәтлек тойғоһонан мәхрүм итә. Гел көйәләнеп йөрөгән кеше Йәһүәгә хеҙмәт итеү килтергән шатлыҡты күрмәй». Рух емешенең сифаттарын, айырыуса, сабырлыҡты тырышып үҫтерегеҙ. Изге Яҙманы өйрәнеп, үҙегеҙҙе рухи яҡтан нығытыр өсөн бар көсөгөҙҙө һалығыҙ. Вәғәздә күберәк ҡатнашығыҙ, ҡыҙыҡһынған кешеләр менән өйрәнеүҙәр үткәрегеҙ. Ғаиләгеҙҙәге рухи эштәр өсөн яуаплылыҡты, шул иҫәптән ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыуҙы үҙ өҫтөгөҙгә алығыҙ. Ҡәрҙәштәр менән аралашыуҙан шатлыҡ табығыҙ. Шул саҡта, образлы итеп әйткәндә, маҡсатығыҙға табан барған юлда хәрәкәттең үҙенән ләззәт алырһығыҙ.
Йыйылышта хөрмәтле вазифалар башҡарырға яраҡлы булыр өсөн, үҙ өҫтөңдә эшләү — ир ҡәрҙәштәргә Йәһүә биргән иҫ киткес мөмкинлек. Ул да, уның ойошмаһы ла, маҡсаттарына ынтылған ҡәрҙәштәрҙең күңеле һүрелеп, Аллаға хеҙмәттә шатлыҡ юғалтыуын теләмәй. Дөрөҫ ниәттәрҙән сығып хеҙмәт итеүселәрҙе Йәһүә фатихалай һәм уларға ярҙам итә. Ул үҙе биргән фатихаларға «ҡайғы-хәсрәт өҫтәмәй» (Ғиб. һүҙ. 10:22).
Көтөүсе вазифаһына инде күптән ынтылһағыҙ ҙа, рухи уңыштарға ирешеүегеҙҙе дауам итегеҙ. Әгәр кәрәкле сифаттарҙы тырышып үҫтерһәгеҙ, йыйылыш һәм ғаиләгеҙ хаҡында ихластан хәстәрлек күрһәгеҙ, һеҙҙең хеҙмәттә башҡарған эштәрегеҙҙе Йәһүә бер ваҡытта ла онотмаясаҡ. Йәһүәгә хеҙмәт итеү, ниндәй вазифа башҡарыуығыҙға ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт һеҙгә ҙур ҡәнәғәтлек килтерһен.