Төп мәғлүмәткә күсеү

Әхлаҡи катастрофаның башы

Әхлаҡи катастрофаның башы

Әхлаҡи катастрофаның башы

ҺЕҘҘЕҢСӘ, әхлаҡи нормалар ҡасандан алып түбәнәйә башлаған: һеҙ йәшәгән ваҡыттамы, әллә һеҙҙән алдағы быуын йәшәгән осорҙамы? Күптәрҙең фекеренсә, 1914 йылда Беренсе бөтә донъя һуғышы ҡубыу менән әхлаҡи нормаларҙың бығаса бер ҡасан да булмағанса түбәнәйә башлауы күҙәтелә. Үҙенең бер китабында Роберт Вол исемле профессор былай тип яҙа: «Һуғышты кисергән кешеләрҙең береһе лә, 1914 йылдың август айында бер донъя бөтөп, икенсе донъя башланды, тигән фекерҙе кире ҡаҡмаҫ» («The Generation of 1914»).

«Былай ҙа түбән булған әхлаҡи тәртип бөтөнләй селпәрәмә килде, — тип яҙа Норман Кантор исемле тарихсы. — Әгәр сәйәсмәндәр һәм генералдар миллионлаған кешегә һуйыла торған малға ҡарағандай ҡарай икән, ниндәй дини һәм этик ҡанундар кешеләрҙә булған йыртҡыстарса рәхимһеҙлекте тыйып тора алыр? [...] Беренсе бөтә донъя һуғышы [1914—1918] ваҡытында кеше ғүмере үҙ ҡиммәтен бөтөнләй юғалтты».

«Цивилизация тарихы хаҡындағы очерктар» тигән китабында инглиз яҙыусыһы һәм тарихсыһы Герберт Уэллс, «әхлаҡтың ысынлап емерелеүе» тап эволюция теорияһын танығандан һуң башланды, тип билдәләгән. Ни өсөн? Эволюционистар әйтеүенсә, кеше — бары тик хайуандарҙың иң юғары төрө генә. Үҙе лә эволюционист булған Уэллс 1920 йылда былай тип яҙған: «Улар кешене һинд һунар эте кеүек үк хайуан тип иҫәпләй. [...] ...Уларса, эт өйөрөндәге ҙур эттәр кеүек, кешеләр ҙә башҡаларҙы ҡурҡытып буйһондорорға тейеш».

Норман Кантор әйткәнсә, Беренсе бөтә донъя һуғышы әхлаҡи нормаларға емергес тәьҫир яһаған. Ул былай ти: «Оло быуындың тәжрибәһе — сәйәсәткә, кейемгә һәм енси мөнәсәбәттәргә ҡарашы — инде дөрөҫ түгел тип иҫәпләнде». Сиркәүҙәр, ялағайланып, Ғайса өйрәткәндәрҙе эволюция теорияһына алмаштырған һәм, ҡапма-ҡаршы яҡтарҙы һуғышҡа ҡотортоп, әхлаҡи нормаларҙың тағы ла нығыраҡ төшөүенә сәбәпсе булған. Британияның бригада генералы Фрэнк Крожер былай тип яҙған: «Христиан сиркәүҙәре ҡан ҡойоуға бик оҫта итеп ҡоторта белә, һәм беҙ уларҙы үҙебеҙгә кәрәгенсә ҡуллана инек».

Әхлаҡи нормаларҙы — тарих сүплегенә

Беренсе бөтә донъя һуғышынан һуңғы «дауыллы егерменсе» йылдарҙа элекке әхлаҡи ҡиммәттәр кире ҡағылған, һәм улар урынына йәмғиәттә, барыһы ла рөхсәт ителә, тигән еңел ҡараш киң таралған. Тарихсы Фредерик Льюис Аллен былай тип яҙа: «Һуғыштан һуңғы тиҫтә йылды алама холоҡ таралыу осоро тип атарға була. [...] Элекке тәртип менән бергә тормошҡа күпмелер мәғәнә биргән ҡиммәттәр ҙә юҡҡа сыҡҡан, ә инде яңы ҡиммәттәрҙе табыу еңелдән булмаған».

Донъяны сиктән тыш хәйерселеккә еткергән XX быуаттың 30-сы йылдарындағы Бөйөк депрессия кешеләрҙе тормошҡа етдиерәк ҡарарға мәжбүр иткән. Әммә 30-сы йылдар аҙағында иҫ киткес ҡан ҡойоуға килтергән Икенсе бөтә донъя һуғышы башланып киткән. Күп тә үтмәҫтән, илдәр бик ҡурҡыныс яңы ҡорал булдырыу өҫтөндә эшләй башлаған. Был, донъяны депрессиянан азат итһә лә, күп ғазап һәм ҡурҡыу тыуҙырған. Һуғыш тамамланыуға йөҙәрләгән ҡала емерек хәлдә булған, ә Японияның ике ҡалаһы ядро бомбаһы һөжүменә дусар ителгән — ҡаланы тулыһынса юҡ итер өсөн бер бомба ла еткән! Миллионлаған кеше концлагерҙарҙа ғазап сиккән, үлтерелгән. Дөйөм алғанда, һуғыш йылдарында 50 миллион тирәһе ир-ат, ҡатын-ҡыҙ һәм бала һәләк булған.

Икенсе бөтә донъя һуғышы тыуҙырған ҡот осҡос шарттарҙа кешеләр, быуаттар буйы йәшәп килгән әҙәп һәм намыҫ төшөнсәләрен онотоп, үҙҙәренең әхлаҡи нормаларын урынлаштырған. Бер китапта былай тиелә: «Һуғыш ваҡытында енси мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы әхлаҡ нормалары, әйтерһең дә, бөтөнләй онотолған, һәм улар урынына, барыһы ла рөхсәт ителә, тигән ҡараш трофей рәүешендә тыныс тормошҡа килеп ингән. [...] Тиҙҙән экстремаль шарттар һәм тыйылғыһыҙ дәрт арҡаһында әхлаҡи сиктәр бөтөнләй юйылған. Шул арҡала, яу яланындағы кеүек үк, „шәхси фронтта“ ла кеше ғүмере бер нигә лә тормай башлаған» («Love Sex and War—Changing Values 1939-45»).

Өҙлөкһөҙ янаған үлем ҡурҡынысы кешеләрҙе ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа булһа ла йыуаныс эҙләргә мәжбүр иткән. Шул дәһшәтле осорҙағы енси бәйһеҙлекте аҡлап, бер инглиз ҡатыны былай тигән: «Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ әхлаҡһыҙ кешеләр түгел инек — һуғыш бара ине бит». Ә элек Америка һалдаты булған берәү былай тип хәтерләгән: «Кешеләрҙең күбеһе быны аҙғынлыҡ тип һанар, әммә беҙ бит йәш инек һәм теләһә ҡайһы минутта үлеүебеҙ ихтимал ине».

Шул ҡот осҡос һуғыш кешеләр күңелендә ҡанлы эҙ ҡалдырған. Ҡурҡыныс хәтирәләр һәм күңел яралары хатта ул саҡта бала ғына булған кешеләргә лә әле булһа тыңғылыҡ бирмәй. Күптәр иһә иманын һәм иманы менән бергә әхлаҡи ҡиммәттәрен юғалтҡан. Йәшәү нормаларын урынлаштырыусы һәр хакимлыҡтың кешеләр алдында абруйы төшкән. Шулай уҡ изгелек һәм яуызлыҡ төшөнсәләре лә үҙгәргән.

Яңы нормалар

Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң енси тәртип өлкәһендә үткәрелгән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре баҫтырыла башлаған. Мәҫәлән, 40-сы йылдарҙа АҠШ-та 800 битлек «Кинзи доклады» сыҡҡан. Шунан һуң кешеләр секс хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләшә башлаған, ә элек иһә был сетерекле темаға ҡағылмаҫҡа тырышҡандар. Докладта килтерелгән статистика гомосексуалистар һәм башҡа сексуаль йүнәлештәге кешеләр һанын арттырып күрһәткән тип иҫәпләнһә лә, тикшереүселәр һуғыштан һуңғы йылдарҙа әхлаҡи нормаларҙың киҫкен рәүештә түбән тәгәрәгәнен асыҡлаған.

Бер ни тиклем ваҡыт кешеләр тыштан ғына булһа ла әҙәп һаҡларға тырышҡан. Мәҫәлән, радио, телевидение һәм кинематограф материалдарын әхлаҡи яҡтан тикшергәндәр, әммә был оҙаҡҡа бармаған. АҠШ-тың элекке мәғариф министры Уильям Беннет былай тип аңлатҡан: «60-сы йылдарға Америкала цивилизация киҫкен рәүештә емерелә башланы». Башҡа илдәрҙә лә шундай уҡ хәл күҙәтелгән. Ни өсөн 60-сы йылдарҙа әхлаҡһыҙлыҡ бөтә донъяға таралған?

Шул уҡ йылдарҙа юғарыла әйтелгән ваҡиғаларға ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәш хәрәкәте лә өҫтәлгән, ә социаль революция «яңы нормалар» иғлан иткән. Контрацепция саралары барлыҡҡа килгәс, ауырға ҡалыуҙан ҡурҡмайынса, теләгән бер кеше менән енси мөнәсәбәткә инеү, йәғни «ирекле мөхәббәт» киң таралған.

Шул уҡ ваҡытта матбуғат, кино һәм телевидение ҡәтғи нормаларҙы яҡламай башлаған. АҠШ-тың Милли хәүефлек советының элекке етәксеһе Збигнев Бжезинский телеэкрандан таратылған нормалар хаҡында былай тигән: «Үҙ теләктәреңде ҡәнәғәтләндерергә ынтылыу барыһынан да юғары ҡуйыла, ә күрәләтә көс ҡулланыу, рәхимһеҙлек, енси аҙғынлыҡ хуплана һәм нормаль хәл тип күрһәтелә».

Ә инде 70-се йылдарға күптәрҙең видеомагнитофоны бар ине. Хәҙер һәр кем үҙ өйөндә, башҡалар күрмәгәндә, әхлаҡһыҙ йөкмәткеле фильмдар ҡарай алған. Ундай фильмдарҙы кинотеатрҙа иһә ҡарарға күптәр оялыр ине. Һуңыраҡ, интернет һәм компьютерҙар таралыу арҡаһында, теләгән бер кешенең иң әшәке һәм иң түбән порнография ҡарау мөмкинлеге тыуған.

Әхлаҡи нормаларҙың шул тиклем түбән тәгәрәүенең эҙемтәләре ҡот осҡос. Америкалағы бер төрмә һаҡсыһы былай тип иҫкә ала: «Бынан ун йыл элек беҙгә урамдан балалар эләккәндә, мин улар менән яҡшылыҡ һәм яманлыҡ хаҡында аралаша ала инем. Бөгөн иһә улар минең һөйләгәнемде тамсы ла аңламай».

Кәңәштәрҙе ҡайҙан эҙләргә?

Әхлаҡи нормаларға ҡағылышлы күрһәтмәләрҙе беҙ донъя сиркәүҙәрендә таба алмайбыҙ. Ғайса Мәсих һәм уның шәкерттәре кеүек тәҡүәлек принциптарын яҡлау урынына сиркәүҙәр үҙҙәре был боҙоҡ донъяның бер өлөшөнә әйләнгән. Бер гәзиттәге мәҡәләлә ошондай һорау бирелгән: «Ниндәй һуғышта ҡаршы яҡтарҙың һәр береһе, Алла беҙҙең менән, тип әйтмәгән?» Алла нормаларын үтәү хаҡында Нью-Йорктағы бер рухани былай тигән: «Сиркәү ағзаһы булып китеү автобусҡа инеүгә ҡарағанда ла еңелерәк, был йәһәттән сиркәү — донъялағы берҙән-бер ойошма».

Күреүебеҙсә, әхлаҡи нормаларҙың был донъяла шул тиклем түбәнәйеүе ҡәтғи саралар күреүҙе талап итә. Әммә ниндәй саралар? Нимәне үҙгәртергә? Быны кем һәм нисек эшләйәсәк?

[Өҫтәмә текст]

«Беренсе бөтә донъя һуғышы [1914—1918] ваҡытында кеше ғүмере үҙ ҡиммәтен бөтөнләй юғалтты»

[Рамка]

ӘХЛАҠМЫ ЙӘКИ ҠИММӘТТӘРМЕ?

Әхлаҡ нимә ул? Элек ап-асыҡ ине: кеше йә намыҫлы, тоғро, ышаныслы һәм тәртипле булырға мөмкин — йә юҡ. Әммә бөгөн «әхлаҡ» төшөнсәһе «ҡиммәттәр» тигән һүҙ менән алмаштырыла. Ләкин был һүҙҙәр бер үк мәғәнә йөрөтәме? Тарихсы Гертруд Химмельфарб үҙенең «Йәмғиәттең әхлаҡһыҙлана барыуы» тигән китабында бына нимә тип яҙа: «Ҡиммәттәрҙән айырмалы рәүештә, әхлаҡ тураһында... кемдеңдер үҙ әхлағы бар тип әйтеп булмай» («The De-Moralization of Society»).

Китапта шулай уҡ ҡиммәттәр тигән һүҙ «кемдеңдер ҡараштарын, ышаныуҙарын, хистәрен, ғәҙәттәрен, ҡағиҙәләрен, теләктәрен, электән үк формалашҡан фекерҙәрен һәм хатта нәфселәрен үҙ эсенә ала. Былар барыһы ла ниндәйҙер сәбәп йә ниндәйҙер ваҡыт эсендә берәй шәхес, коллектив йә йәмғиәт ҡәҙерләгән нәмәләр». Беҙҙең либераль йәмғиәттә кешеләр, магазинда йәшелсә һайлаған кеүек үк, ҡиммәттәрҙе лә үҙебеҙ һайларға хаҡлыбыҙ, тип иҫәпләй. Әгәр шулай икән, ысын әхлаҡ һәм ҡиммәттәр менән нимә булды һуң?

[Иллюстрация]

Әхлаҡһыҙ күңел асыуҙар көндән-көн киңерәк тарала