Пессимизмды еңеп була
Пессимизмды еңеп була
ҺЕҘ үҙегеҙҙең уңышһыҙлыҡтарға нисек ҡарайһығыҙ? Бөгөн күп белгестәр, ошо һорауға яуап һеҙҙең оптимисмы йә пессимисмы икәнегеҙҙе күрһәтә, тип һанай. Беҙҙең бөтәбеҙҙең дә тормошонда төрлө ауырлыҡтар була — кемдеңдер күберәк, кемдекелер әҙерәк. Ни өсөн һуң ҡайһы берәүҙәр шул ҡайғы-хәсрәттәргә бирешмәй һәм артабан көрәшергә әҙер, ә башҡалары хатта бәләкәйерәк ауырлыҡтарҙа ла үҙ-үҙенә ышанысын юғалта?
Әйтәйек, һеҙ эш эҙләйһегеҙ, ти. Әңгәмәләшеүгә бараһығыҙ, һәм һеҙҙе эшкә алмайҙар. Һеҙҙә ниндәй уйҙар тыуа? Бәлки, һеҙ, ғәйеп миндә, өмөт юҡ, тигән фекергә киләһегеҙ һәм үҙегеҙгә: «Минең кеүек эшсе кемгә кәрәк булһын? Бер ҡасан да эшкә урынлаша алмаясаҡмын», — тиһегеҙ. Йәки, тағы ла насарырағы, ошо бер уңышһыҙлыҡ арҡаһында тормошоғоҙҙоң бөтә яҡтарын да ҡараңғы төҫтәрҙә күрә башлайһығыҙ һәм үҙегеҙгә: «Мин бер нәмәгә лә яраҡһыҙ. Мин бер кемгә лә кәрәк түгел», — тиһегеҙ. Ике осраҡта ла пессимизм ярылып ята.
Пессимизм менән көрәш
Пессимизм менән нисек көрәшергә? Беренсе һәм иң мөһим аҙым — кире уйҙарҙы күрергә өйрәнеү. Икенсе аҙым — улар менән көрәшеү. Булған хәлгә башҡа күҙлектән ҡарарға тырышығыҙ. Мәҫәлән, һеҙҙе ысынлап та берәү ҙә эшкә алырға теләмәгәнгә эшкә алманылармы? Бәлки, эш биреүсе икенсе төрлө квалификациялы кеше эҙләгәнгәлер?
Конкрет факттарға таянып, һеҙ булған хәлде арттырып күрһәткән пессимистик уйҙарҙы асыҡ күрә алырһығыҙ. Әгәр һеҙгә бер тапҡыр «юҡ» тип әйткәндәр икән, был һеҙҙең ысынлап та бер нәмәгә лә һәләтһеҙ икәнегеҙҙе аңлатамы? Тормошоғоҙҙоң үҙегеҙ уңышҡа ирешкән яҡтарын иҫкә төшөрөгөҙ, мәҫәлән, рухи маҡсаттар, ғаилә һәм дуҫтар менән мөнәсәбәттәр. Үҙегеҙҙең ҡурҡыныс прогноздарҙа хәлде драмалаштырырға яратаһығыҙ икән, шуны күреп алып, шунда уҡ кире ҡағырға өйрәнегеҙ. Ахыр сиктә, һеҙ үҙегеҙҙең бер ҡасан да эш тапмаҫығыҙҙы ысынлап та белә алаһығыҙмы? Бынан тыш, пессимизмды еңергә ярҙам иткән башҡа ысулдар ҙа бар.
Ыңғай фекерләү һәм маҡсатҡа ынтылыш
Һуңғы йылдарҙа тикшеренеүселәр өмөттөң нимә икәне тураһында ҡыҙыҡ, ләкин шаҡтай тар фекергә килгән. Уларҙың һүҙҙәре буйынса, өмөт кешенең үҙ маҡсаттарына өлгәшә алырына ышанысты аңлата. Өмөт маҡсатҡа ирешеүҙән күберәкте аңлатһа ла (артабанғы мәҡәләнән быны күреп була), ҡайһы бер осраҡтарҙа бындай билдәләмә дөрөҫ. Үҙ өмөттәреңдең ошо аспектына иғтибар туплап, ыңғай фекерләү һәм маҡсатҡа ынтылыш үҫтереп була.
Киләсәктә үҙ маҡсаттарыбыҙға өлгәшә алырыбыҙға ышаныр өсөн, беҙгә маҡсаттар ҡуйырға һәм шуларға өлгәшергә өйрәнергә кәрәк. Һеҙҙең ундай тәжрибәгеҙ юҡ икән, үҙ алдығыҙға ҡуйған маҡсаттар тураһында етди уйлау мөһим. Беренсенән, һеҙҙең ниндәй ҙә булһа маҡсаттарығыҙ бармы? Тормош ығы-зығыһы һәм көндәлек мәшәҡәттәргә күмелеп, тормоштан ысынында нимә көткәнебеҙҙе, беҙҙең өсөн нимә иң мөһиме икәнен еңел генә күҙ уңынан ысҡындырып була. Һәм тағы ла, аныҡ приоритеттар ҡуйырға кәрәк икәнлеге тураһында күптән үк Изге Яҙмала ошолай тип әйтелгән булған: «Иң яҡшыларҙы һайлап ала беле[геҙ]» (Филиптарға 1:10).
Приоритеттарҙы ҡуйып сыҡҡас, тормоштоң төрлө өлкәләрендә, шул иҫәптән ғаилә тормошонда һәм рухи эштәрҙә, төп маҡсаттарҙы билдәләүе еңелерәк булып китә. Шулай ҙа башта бик күп маҡсаттар ҡуймай, өлгәшеүе еңел булғандарын һайлап алыу мөһим. Әгәр ҡуйылған маҡсатҡа ирешеүе бик ауыр булһа, беҙҙең, күңел төшөп, бирешеүебеҙ ихтимал. Шуға күрә күп ваҡыт талап иткән ҙур маҡсатҡа тотонмайынса, уны тиҙ ваҡыт эсендә өлгәшә алырлыҡ бәләкәй маҡсаттарға бүлеү яҡшыраҡ.
«Теләк булһа, мөмкинлек табыла», тигән әйтем бар. Йыш ҡына шулай була ла. Төп маҡсаттар билдәләнгәндән һуң, уларға ирешер өсөн ихтыяр көсө, йәғни теләк һәм тәүәккәллек кәрәк. Әгәр ҡуйған маҡсаттарыбыҙҙың мөһимлеге һәм уларға ирешеү ниндәй һөҙөмтәләр бирере тураһында уйланһаҡ, был тәүәккәллегебеҙҙе нығыта ала. Әлбиттә, кәртәләр булыр, әммә аптырап ҡалырға кәрәкмәй, ә уларға яулайһы үрҙәргә ҡарағандай ҡарарға кәрәк.
Шулай ҙа беҙгә маҡсаттарыбыҙға өлгәшеү юлдары тураһында ла уйларға кәрәк. Өмөттөң ҡиммәте тураһында ҙур тикшеренеү үткәргән Рик Снайдер ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн бер нисә юл эҙләргә кәңәш итә. Береһе уңышһыҙ булһа, икенсеһен, өсөнсөһөн ҡулланырға була.
Снайдер шулай уҡ бер маҡсатты икенсеһе менән алмаштырырға өйрәнергә кәңәш итә. Әгәр беҙ ниндәйҙер маҡсатҡа ирешә алмайбыҙ һәм бының менән килешә алмайбыҙ икән, был беҙҙе күңел төшөнкөлөгөнә генә килтерер. Ләкин маҡсатты тормошҡа ашырлығына алмаштырһаҡ, беҙҙең өмөтләнергә нигеҙ буласаҡ.
Изге Яҙмала быны раҫлаған яҡшы миҫал бар. Дауыт батша үҙенең Аллаһы Йәһүә өсөн ғибәҙәтхана төҙөргә хыялланған. Тик Алла Дауытҡа, ундай хөрмәткә һинең улың Сөләймән лайыҡ буласаҡ, тигән. Ваҡиғаларҙың бындай боролош алғанын белгәс, Дауыт өмөтһөҙлөккә бирелмәгән, ҡарышып та тормаған, ә маҡсаттарын үҙгәрткән. Ул бөтә көсөн улына төҙөлөштә кәрәгәсәк ҡиммәтле нәмәләр һәм материалдар йыйыуға йүнәлткән (1 Батшалар 8:17—19; 1 Йылъяҙма 29:3—7).
Хатта пессимизм менән көрәшеп, ыңғай ҡараш, маҡсатҡа ынтылыш үҫтереп рухыбыҙҙы нығытһаҡ та, өмөтөбөҙ көслө булмаҫҡа мөмкин. Ни өсөн? Сөнки был донъялағы өмөтһөҙлөк күбеһенсә беҙҙән тормаған факторҙар менән бәйле. Кешелекте яфалаған ҙур проблемаларҙы — ярлылыҡ, һуғыштар, ғәҙелһеҙлек, аҙым һайын янаған ауырыуҙар һәм үлемде күреп, беҙ нисек ыңғай ҡараш һаҡлай алабыҙ?
[Иллюстрация]
Әгәр һеҙҙе үҙегеҙ теләгән эшкә алмаһалар, был һеҙҙең бер ҡасан да эш таба алмаҫығыҙҙы аңлатамы?
[Иллюстрация]
Дауыт батша, үҙ маҡсаттарын үҙгәртеп, яңы шарттарға яраҡлашҡан