Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Мөхәббәтегеҙ һыуынмаһын

Мөхәббәтегеҙ һыуынмаһын

«Яуызлыҡ артыу арҡаһында, байтаҡтарҙың мөхәббәте һыуыныр» (МАТФ. 24:12).

ЙЫРҘАР: 23, 24

1, 2. а) Ғайсаның Матфей 24:12-ләге һүҙҙәре тәүҙә кемгә ҡағылған? б) Ғәмәлдәр китабынан күпселек мәсихсенең яратыу сағылдырғаны нисек күренә? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

«БЫЛ донъяның бөтәсәген» күрһәткән билдәләр хаҡында һөйләгәндә, Ғайса Мәсих: «Байтаҡтарҙың мөхәббәте һыуыныр», — тигән (Матф. 24:3, 12). Беренсе быуатта йәшәгән еврейҙар, үҙҙәрен Алла халҡы тип һанаһа ла, Аллаға ҡарата мөхәббәтен көслө килеш һаҡлап ҡалмаған.

2 Икенсе яҡтан, ул ваҡытта йәшәгән күпселек мәсихсе ашҡынып «Ғайсаның Мәсих икәнлеге хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе» һөйләгән, шулай уҡ Аллаға, бер-береһенә һәм башҡа кешеләргә ҡарата яратыу күрһәткән (Ғәм. 2:44—47; 5:42). Шулай ҙа беренсе быуатта Ғайса артынан эйәреүселәрҙең ҡайһы берҙәре үҙ мөхәббәтенә һыуынырға биргән.

3. Ҡайһы бер мәсихселәрҙең мөхәббәте нимә арҡаһында һыуына алған?

3 Беренсе быуатта Ефеста йәшәгән мәсихселәргә мөрәжәғәт итеп, терелтелгән Ғайса Мәсих: «Әммә һиңә ҡарата ризаһыҙлығым бар: һин башта булған һөйөүеңде оноттоң», — тип әйткән (Асыл. 2:4). Улар нисек шундай хәлгә эләккән? Күрәһең, сәбәптәрҙең береһе: Ғайсаның был шәкерттәре тирә-яҡтағы үҙ теләктәрен тыймайынса йәшәгән кешеләрҙең йоғонтоһона бирелгән (Ефес. 2:2, 3). Бөгөнгө күп ҡалалар кеүек, боронғо Ефес та боҙоҡлоҡҡа батҡан булған. Был гөрләп торған бай ҡаланың халҡы муллыҡ, күңел асыуҙар һәм тормош уңайлыҡтарын беренсе урынға ҡуйған. Күрәһең, ләззәткә ынтылыу һәм эгоизм уларҙың йөрәгенән фиҙаҡәр яратыуҙы ҡыҫырыҡлап сығарған. Өҫтәүенә, оятһыҙ тәртип һәм ҡолаҡ ишетмәгән әхлаҡһыҙлыҡ ғәҙәти нәмә булған.

4. а) Беҙҙең көндәрҙә мөхәббәт һыуыныуы нимәнән күренә? б) Ниндәй өс өлкәлә мөхәббәтебеҙ һыналырға мөмкин?

4 Ғайсаның мөхәббәт һыуыныуы хаҡындағы пәйғәмбәрлеге беҙҙең көндәрҙә лә үтәлә. Бөгөн кешеләрҙең Аллаға ҡарата мөхәббәте һыуынғандан-һыуына бара. Миллионлаған кеше, Алланан ситләшеп, кешелек ауырлыҡтарын төрлө ойошмалар хәл итеренә өмөтләнә. Шуға күрә Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылмаған кешеләр араһында мөхәббәт һүрелә генә бара. Ефестағы мәсихселәр миҫалынан күренеүенсә, хатта Алланың ысын хеҙмәтселәре лә, иғтибарҙарын үҙ-үҙҙәренә генә туплап, үҙ мөхәббәтенә һүрелергә бирергә мөмкин. Был мәҡәләлә беҙ: 1) Йәһүәгә, 2) Изге Яҙмалағы хәҡиҡәткә һәм 3) ҡәрҙәштәребеҙгә ҡарата яратыуыбыҙҙың нисек һынала алыуын ҡарап сығырбыҙ.

ЙӘҺҮӘГӘ ҠАРАТА МӨХӘББӘТ

5. Ни өсөн беҙгә Алланы яратырға кәрәк?

5 Мөхәббәт һыуыныуы хаҡында әйтер алдынан, Ғайса мөхәббәттең иң мөһим төрөнә иғтибар иткән. Ул былай тигән: «Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең һәм бөтә аҡылың менән ярат... Был беренсе һәм иң мөһим әмер» (Матф. 22:37, 38). Ысынлап та, Аллаға ҡарата тәрән мөхәббәт уның әмерҙәрен үтәргә, сыҙам булырға һәм яманлыҡты нәфрәт итергә ярҙам итә. (Зәбур 97:10-ды уҡығыҙ *.) Ләкин Шайтан һәм уның донъяһы Йәһүәгә ҡарата яратыуыбыҙҙы ҡаҡшатырға тырыша.

6. Алланы яратмау нимәгә килтерә?

6 Был донъя кешеләре мөхәббәттең нимә икәнен дөрөҫ аңламай. Алланы яратыу урынына кешеләр «үҙҙәрен генә ярат[а]» (2 Тим. 3:2). Шайтандың идараһы аҫтында ятҡан был донъя кешеләрҙе «гонаһлы тәбиғәт» теләгән, күҙҙәр күрергә зарыҡҡан һәм «тәкәбберлеккә» килтергән нәмәләргә этәрә (1 Яхъя 2:16). Илсе Павел: «Гонаһлы тәбиғәт буйынса уйлау — үлемгә... килтерә, сөнки гонаһлы тәбиғәте буйынса фекер йөрөткән кеше — Аллаға дошман», — тип әйтеп, мәсихселәрҙе тән теләктәренә ҡаршы торорға өндәгән (Рим. 8:6, 7). Эйе, әгәр кешенең тормошо матди әйберҙәр артынан ҡыуыу йә енси теләктәрҙе ҡәнәғәтләндереү тирәһендә әйләнһә, һөҙөмтәлә ул тәрән ҡәнәғәтһеҙлек һәм күңел әрнеүе кисерер (1 Кор. 6:18; 1 Тим. 6:9, 10).

7. Бөгөн мәсихселәргә ниндәй идеялар йоғонто яһарға мөмкин?

7 Ҡайһы бер илдәрҙә атеистар, агностиктар һәм эволюция яҡлы кешеләр Аллаға ҡарата мөхәбәтте генә түгел, ә шулай уҡ уға ышаныуҙы ла ҡаҡшатҡан идеялар тарата. Улар күптәрҙе, Барлыҡҡа килтереүсегә аҡылға һай һәм тиҙ ышанып барыусан кешеләр генә ышана, тип инандырған. Ғалимдарҙың фекере бәхәсһеҙ хәҡиҡәт тип иҫәпләнә, һәм был кешеләрҙең иғтибарын Барлыҡҡа килтереүсенән ситкә алып китә (Рим. 1:25). Шундай идеяларға ҡолаҡ һалһаҡ, беҙ Йәһүәнән алыҫлашырға һәм уға ҡарата мөхәббәтебеҙ һүрелергә мөмкин (Евр. 3:12).

8. а) Йәһүәнең күп кенә хеҙмәтселәре ниндәй ауырлыҡтар менән осраша? б) 136-сы мәҙхиә беҙҙе нимәгә ышандыра?

8 Бынан тыш, төшөнкөлөккә бирелеү ҙә иманыбыҙҙы ҡаҡшатырға һәм Аллаға ҡарата мөхәббәтебеҙҙе һыуындырырға мөмкин. Шайтан ҡулындағы был яуыз донъяла беҙ барыбыҙ ҙа выҡыт-ваҡыт ауырлыҡтар менән осрашабыҙ (1 Яхъя 5:19). Бәлки, һеҙ ҡартлыҡ, ауырыуҙар һәм аҡсаһыҙлыҡ килтергән проблемаларҙан интегәһегеҙҙер. Ә, бәлки, һеҙ үҙегеҙҙе булдыҡһыҙ кеше итеп тояһығыҙҙыр йәки аҡланмаған өмөттәр йә үҙ хаталарығыҙ арҡаһында ҡайғыраһығыҙҙыр. Шулай булһа, күңелһеҙ шарттар һәм тиҫкәре хистәр арҡаһында, Йәһүә мине ҡалдырҙы, тип уйлай күрмәгеҙ. Бының урынына Йәһүәнең беҙҙе үҙенең үҙгәрмәҫ мөхәббәтенә ышандырған һүҙҙәре хаҡында уйланығыҙ. Шундай һүҙҙәр Зәбур 136:23-тә яҙылған: «Кәмһетелгән сағыбыҙҙа ул беҙҙе онотмаған, сөнки уның тоғро мөхәббәте мәңгелек». Ысынында Йәһүә бер ҡасан да үҙ хеҙмәтселәренә тоғро мөхәббәт сағылдырыуҙан туҡтамаясаҡ. Шуға күрә уның ярҙам һорап ялбарыуҙарыбыҙҙы ишетеүенә һәм яуап биреүенә һис тә шикләнмәҫкә була (Зәб. 116:1; 136:24—26).

9. Павелға Аллаға ҡарата мөхәббәтен һаҡлап ҡалырға нимә ярҙам иткән?

9 Мәҙхиә йырлаусы кеүек, илсе Павел да Йәһүәнең һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер булыуы хаҡында уйланып көс тапҡан. Ул: «Раббым — минең Ярҙамсым, мин бер ниҙән дә ҡурҡмаясаҡмын. Кеше миңә нимә эшләй алһын?» — тип яҙған (Евр. 13:6). Йәһүәнең ҡайғыртыуына инанғанлыҡ Павелға үҙенең ауырлыҡтарын кисереп сығырға ярҙам иткән. Ул ауырлыҡтары арҡаһында төшөнкөлөккә бирелмәгән. Төрмәлә булған сағында ул бер нисә рухландырғыс хат яҙған (Ефес. 4:1; Флп. 1:7; Фил. 1). Эйе, хатта ҡаты һынауҙар кисергәндә лә, Павел Йәһүәгә ҡарата мөхәббәтен һаҡлап ҡалған. Уға нимә көс өҫтәп торған? Ул барлыҡ ҡайғыларҙа йыуатыусы Аллаға таянған (2 Кор. 1:3, 4). Павелдан өлгө алып, Йәһүәгә ҡарата мөхәббәтебеҙҙе нисек һыуындырмаҫҡа?

Йәһүәне яратығыҙ (10-сы абзацты ҡарағыҙ.)

10. Йәһүәгә ҡарата мөхәббәтебеҙҙе нисек көслө килеш һаҡларға?

10 Павел, Йәһүәгә ҡарата мөхәббәтте нисек көслө килеш һаҡлап булғанын аңлатҡанда, бер мөһим ысулға иғтибар иткән. Ул имандаштарына бындай кәңәштәр биргән: «гел доға ҡылығыҙ»; «арымай-талмай доға ҡылығыҙ» (1 Фес. 5:17; Рим. 12:12). Алла менән доға аша аралашыу уның менән яҡын мөнәсәбәттәрҙең нигеҙе булып тора (Зәб. 86:3). Йәһүәгә күңел түребеҙҙәге фекерҙәрҙе һәм хистәрҙе һөйләр өсөн етерлек ваҡыт бүлһәк, беҙ «Доғаларҙы тыңлаусы» күктәге Атабыҙға тағы ла нығыраҡ яҡынлашырбыҙ (Зәб. 65:2). Өҫтәүенә, Йәһүәнең доғаларыбыҙға яуап биреүен күргәндә, уға ҡарата мөхәббәтебеҙ көсәйә. Беҙ «Йәһүә үҙен саҡырыусыларҙың... һәммәһенә яҡын» икәненә тағы ла нығыраҡ инанабыҙ (Зәб. 145:18). Ә Йәһүәнең ярҙам итеүенә инаныу беҙгә иман һынауҙарын кисереп сығырға ярҙам итер.

ИЗГЕ ЯҘМАЛАҒЫ ХӘҠИҠӘТТЕ ЯРАТЫУ

11, 12. Беҙ нисек Изге Яҙмалағы хәҡиҡәткә ҡарата тәрән мөхәббәт үҫтерә алабыҙ?

11 Мәсихселәр булараҡ, беҙ Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте бик ҡәҙерләйбеҙ. Алла Һүҙе — хәҡиҡәттең иң ышаныслы сығанағы. Атаһына доға ҡылғанда, Ғайса Мәсих: «Хәҡиҡәт — Һинең һүҙең», — тигән (Яхъя 17:17). Шуға күрә хәҡиҡәтте яратыу Алла Һүҙенән хаҡ белем алыуҙан башлана (Кол. 1:10). Әммә белем туплау ғына етерлек түгел. Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте яратыу үҙ эсенә нимәне алғанын аңлар өсөн, 119-сы мәҙхиәләге Алла тарафынан рухландырылған һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ. (Зәбур 119:97—100-ҙө уҡығыҙ *.) Көн дауамында Изге Яҙмалағы өҙөктәр тураһында уйланыр өсөн ваҡыт табыу мөһим. Изге Яҙмалағы принциптарҙы тормошта ҡулланыу ниндәй файҙа килтергәне хаҡында уйланһаҡ, хәҡиҡәт өсөн рәхмәт тойғобоҙ тағы ла тәрәнәйер.

12 Артабан 119-сы мәҙхиәлә былай тиелә: «Һүҙҙәрең аңҡауым өсөн баллы, телем өсөн балдан да татлыраҡ!» (Зәб. 119:103). Мәҙхиә йырлаусы кеүек, беҙ ҙә, образлы итеп әйткәндә, Алла ойошмаһы Изге Яҙмаға нигеҙләнеп әҙерләгән тәмле рухи аҙыҡтың тәмен татып ашай алабыҙ. Беҙгә рухи аҙыҡты шунда уҡ йоторға түгел, ә уны бер аҙ «ауыҙыбыҙҙа» тоторға кәрәк. Шул саҡта беҙ хәҡиҡәттең «матур-матур һүҙҙәрен» хәтергә төшөрә һәм, уларҙы ҡулланып, башҡаларға ярҙам итә алырбыҙ (Вәғ. 12:10).

13. Иремияға Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте яратырға нимә ярҙам иткән, һәм хәҡиҡәт уға нисек тәьҫир иткән?

13 Иремия пәйғәмбәр Алла Һүҙендәге хәҡиҡәтте яратҡан. Алланың һүҙҙәре Иремияның йөрәгенә нисек тәьҫир иткәненә иғтибар итегеҙ: «Һинең һүҙҙәреңде ҡабул итеп, уларҙы күңелемә һалдым. Һинең һүҙең минең өсөн һөйөнөү һәм күңел шатлығы булып китте, сөнки мин һинең исемеңде йөрөтәм, эй Ғәскәрҙәр Аллаһы Йәһүә» (Ирем. 15:16). Иремия Алланың ҡиммәтле һүҙҙәре хаҡында уйланып уларҙы ашаған һәм һеңдергән, тип әйтеп була. Шулай итеп уның йөрәге Йәһүә исемен йөрөтөү хөрмәте өсөн эскерһеҙ рәхмәт тойғоһо менән тулған. Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте яратабыҙ икән, беҙ Алла исемен йөрөтөү һәм һуңғы көндәрҙә Батшалыҡ хаҡындағы хәбәрҙе иғлан итеү ҙур хөрмәт икәнен аңлайбыҙмы?

Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте яратығыҙ (14-се абзацты ҡарағыҙ.)

14. Изге Яҙмалағы хәҡиҡәткә ҡарата мөхәббәтебеҙҙе нисек тәрәнәйтеп була?

14 Хәҡиҡәткә ҡарата тәрән мөхәббәт үҫтерергә, Изге Яҙманы һәм уға нигеҙләнгән әҙәбиәтте уҡыуҙан тыш, тағы нимә ярҙам итә ала? Йыйылыш осрашыуҙарына даими йөрөү. Рухи белем алыуҙа Изге Яҙманы аҙна һайын өйрәнеү мәҡәләләре ярҙамында тикшереү төп роль уйнай. Мәҡәләнең темаһын яҡшы аңлар өсөн, беҙгә өйрәнеү мәҡәләһе ҡаралған һәр осрашыуға ентекләп әҙерләнергә кәрәк. Мәҫәлән, мәҡәләлә килтерелгән бөтә шиғырҙарҙы Изге Яҙманан асып уҡырға була. Бөгөн өйрәнеү мәҡәләләрен күп телдәрҙә интернет-ресурсыбыҙҙан күсереп алырға мөмкин. Ҡайһы бер электрон форматтар мәҡәләлә килтерелгән шиғырҙарҙы тиҙ генә асырға мөмкинлек бирә. Ниндәй генә ысул һайлаһаҡ та, был шиғырҙарҙы иғтибарлы итеп уҡып һәм улар өҫтөндә уйланып, беҙ Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте тағы ла нығыраҡ яратырбыҙ. (Зәбур 1:2-не уҡығыҙ *.)

ҠӘРҘӘШТӘРҘЕ ЯРАТЫУ

15, 16. а) Яхъя 13:34, 35-тәге һүҙҙәр буйынса, беҙҙән нимә талап ителә? б) Ҡәрҙәштәрҙе яратыу Алланы һәм Изге Яҙманы яратыу менән нисек бәйле?

15 Ерҙәге тормошоноң һуңғы төнөндә Ғайса үҙ шәкерттәренә былай тигән: «Һеҙгә яңы әмер бирәм: бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Мин һеҙҙе нисек яратһам, һеҙ ҙә шулай бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Бер-берегеҙҙе яратыуығыҙҙан барыһы ла һеҙҙең Минең шәкерттәрем булыуығыҙҙы белер» (Яхъя 13:34, 35).

16 Ҡәрҙәштәргә ҡарата мөхәббәт Йәһүәгә ҡарата мөхәббәт менән тығыҙ бәйле. Ысынында мөхәббәттең был ике төрө бер-береһенән башҡа күрһәтелә алмай. Илсе Яхъя былай тип яҙған: «Үҙе күргән имандашын яратмаған кеше күрмәгән Алланы ярата алмай» (1 Яхъя 4:20). Йәһүәне һәм ҡәрҙәштәрҙе яратыу шулай уҡ Изге Яҙманы яратыуға бәйле. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Сөнки Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте яратыу, Алланы һәм ҡәрҙәштәрҙе ярат, тигән әмерҙәргә ысын күңелдән буйһонорға дәртләндерә (1 Пет. 1:22; 1 Яхъя 4:21).

Ҡәрҙәштәрҙе яратығыҙ (17-се абзацты ҡарағыҙ.)

17. Мөхәббәтебеҙҙе нисек күрһәтеп була?

17 1 Фессалоникаларға 4:9, 10-ды уҡығыҙ. Йыйылыштағы ҡәрҙәштәргә ҡарата мөхәббәтебеҙҙе ниндәй эштәр менән күрһәтеп була? Мәҫәлән, оло йәштәге мәсихселәрҙе машина менән йыйылыш осрашыуҙарына алып барырға йә тол апай-ҡәрҙәштең өйөндә берәй нәмәне йүнәтергә мөмкин (Яҡ. 1:27). Йәштәрҙең дә, ололарҙың да төшөнкөлөккә бирелеүе йә ауырлыҡтар менән осрашыуы ихтимал. Шуға күрә уларҙың бөтәһе лә беҙҙең иғтибарға, дәртләндереүгә һәм йыуатыуға мохтаж (Ғиб. һүҙ. 12:25; Кол. 4:11). Һүҙҙәр һәм эштәр менән имандаштарыбыҙ хаҡында ихлас ҡайғыртып, беҙ уларға ысын мөхәббәт күрһәтәбеҙ (Гал. 6:10).

18. Беҙгә бик үк етди булмаған үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡтарҙы яйға һалырға нимә ярҙам итер?

18 Изге Яҙмала, был яуыз донъяның һуңғы көндәрендә күп кеше эгоизм һәм ҡомһоҙлоҡ рухы сағылдырыр, тип алдан әйтелгән булған (2 Тим. 3:1, 2). Шуға күрә беҙ, мәсихселәр булараҡ, Алланы, Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте һәм бер-беребеҙҙе яратыр өсөн күп тырышлыҡ һалырға тейешбеҙ. Әлбиттә, ваҡыт-ваҡыт ҡәрҙәштәр менән беҙҙең арала бик үк етди булмаған аңлашылмаусанлыҡтар тыуырға мөмкин. Әммә, мөхәббәттән сығып, үҙ-ара ҡаршылыҡтарҙы игелекле итеп яйға һалыуыбыҙ бөтә йыйылыш өсөн ниндәй ҙур фатиха! (Ефес. 4:32; Кол. 3:14) Әйҙәгеҙ, бер ваҡытта ла мөхәббәтебеҙгә һыуынырға бирмәйек һәм артабан да Йәһүәне, Изге Яҙманы һәм ҡәрҙәштәребеҙҙе ныҡ итеп яратайыҡ!

^ 5 абз. Зәбур 97:10: «Эй Йәһүәне яратыусылар, яманлыҡты нәфрәт итегеҙ. Ул үҙ тоғроларының йәндәрен һаҡлай, ул уларҙы яуыздарҙың ҡулынан ҡотҡара».

^ 11 абз. Зәбур 119:97—100: «Ҡануныңды шундай яратам мин! Уның тураһында көнө буйы уйланам. Әмерең мине дошмандарымдан зирәгерәк итә, сөнки ул мине һәр саҡ етәкләй. Төшөнөү һәләтем бөтә остаздарымдыҡына ҡарағанда тәрәнерәк, сөнки иҫкә төшөрөүҙәрең тураһында уйланам мин. Мин аҡһаҡалдарға ҡарағанда яҡшыраҡ аңлап эш итәм, сөнки бойороҡтарыңды үтәйем».

^ 14 абз. Зәбур 1:2: «Ул Йәһүә ҡанунынан рәхәтлек таба һәм көнө-төнө уның ҡануны тураһында уйлана».