Йәһүә «бөтә уй-ниәттәреңде уңышлы итһен»
«Йәһүәлә сикһеҙ шатлыҡ тап, һәм ул күңелеңдең теләктәрен үтәр» (ЗӘБ. 37:4).
ЙЫРҘАР: 11, 140
1. Йәш саҡта нимәне ҡарар итергә кәрәк, һәм ни өсөн был хаҡта сиктән тыш борсолорға кәрәкмәй? (Мәҡәлә башындағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)
СӘЙӘХӘТКӘ сығып китер алдынан ҡайҙа барырға икәнен билдәләргә кәрәк. Беҙҙең тормошобоҙҙо шундай сәйәхәт менән сағыштырып була, һәм йәш саҡ — ниндәй маҡсаттарға ынтылырға теләгәнеңде билдәләү өсөн иң яҡшы ваҡыт. Әлбиттә, ундай ҡарарҙар ҡабул итеү ауыр булырға мөмкин. Хезер исемле ҡыҙ былай ти: «Һин ғүмереңдең аҙағына тиклем нисек йәшәйәсәгеңде хәл итергә тейеш. Был турала уйлауы ла ҡурҡыныс!» Әммә ҡурҡырға кәрәкмәй. Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренә былай ти: «Борсолма, сөнки мин һинең Аллаң. Мин һине нығытырмын, эйе, мин һиңә ярҙам итермен» (Ишағ. 41:10).
2. Йәһүә беҙҙең бәхеткә юл асҡан маҡсаттар ҡуйыуыбыҙҙы теләй икәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ?
2 Йәһүә һине дөрөҫ маҡсаттар ҡуйырға дәртләндерә (Вәғ. 12:1; Матф. 6:20). Ул һинең бәхетле булыуыңды теләй. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? Донъя сағыу төҫтәр, иҫ киткес тауыштар һәм хуш еҫтәр менән тулы. Шулай уҡ уның нисек беҙҙең хаҡта ҡайғыртҡаны һәм иң яҡшы тормош юлы һайларға өйрәткәне тураһында уйлап ҡара. Йәһүә үҙенең кәңәштәренә ҡолаҡ һалмаған кешеләргә былай ти: «Һеҙ... миңә оҡшамағанды һайланығыҙ... Минең хеҙмәтселәрем шатланыр, ә һеҙ оятҡа ҡалырһығыҙ. Бына, минең хеҙмәтселәрем йөрәктәре шатлыҡ менән тулғанға ҡыуанып ҡысҡырыр» (Ишағ. 65:12—14). Йәһүәнең хеҙмәтселәре дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул иткәндә, был Йәһүәне данлай (Ғиб. һүҙ. 27:11).
БӘХЕТКӘ ЮЛ АСҠАН МАҠСАТТАР
3. Йәһүә һиңә ниндәй маҡсаттар ҡуйырға тәҡдим итә?
3 Йәһүә һиңә ниндәй маҡсаттар ҡуйырға тәҡдим итә? Йәһүә кешеләрҙе шулай барлыҡҡа килтергән: уларға, бәхетле булыр өсөн, Алла тураһында белем алырға һәм уға тоғро хеҙмәт итергә кәрәк (Зәб. 128:1; Матф. 5:3). Бының менән беҙ ашау, эсеү һәм тоҡом тыуҙырыу өсөн генә йәшәгән хайуандарҙан бөтөнләй айырылып торабыҙ. Йәһүә беҙҙең, хайуандар ынтылған нәмәләрҙән тыш, башҡа маҡсаттар ҡуйыуҙа бәхет табыуыбыҙҙы теләй. Барлыҡҡа килтереүсебеҙ — кешене үҙенә оҡшаш итеп яратҡан «мөхәббәт Аллаһы», «мөбәрәк Алла» (2 Кор. 13:11; 1 Тим. 1:11; Баш. 1:27). Ҡайғыртыусан Аллабыҙҙан өлгө алһаң, һин дә бәхетле булырһың. Һинең Ғәмәлдәр 20:35-тәге: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк», — тигән һүҙҙәрҙең хаҡлығына инанғаның бармы? Был кеше тормошоноң төп принцибы. Бына ни өсөн Йәһүә киләсәккә ҡорған пландарыңда уның үҙенә һәм кешеләргә ҡарата һөйөүеңде күрергә теләй. (Матфей 22:36—39-ҙы уҡығыҙ.)
4, 5. Ғайсаны нимә бәхетле иткән?
4 Ғайса Мәсих һеҙгә, йәштәр, камил үрнәк ҡалдырған. Бала сағында ул, һис шикһеҙ, уйнаған һәм кәйеф-сафа ҡорған. Алла Һүҙендә: «Көлөү ваҡыты бар... һәм бейеү ваҡыты бар», — тиелгән (Вәғ. 3:4). Бынан тыш, Ғайса, Изге Яҙманы өйрәнеп, Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәр үҫтергән. Уға 12 йәш булғанда, ғибәҙәтханалағы уҡытыусылар уның рухи һорауҙарҙы аңлауына һәм «аҡыллы яуаптар» биреүенә хайран ҡалған (Лука 2:42, 46, 47).
5 Ә Ғайса үҫкәс, уны нимә бәхетле иткән? Ул шуны аңлаған: Йәһүә уның «фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәрҙе» еткереүен һәм «һуҡырҙарға — күҙе күрә башлауы» хаҡында вәғәзләүен теләй (Лука 4:18). Алла ихтыярын үтәү Ғайсаға бәхет килтергән. Зәбур 40:8-ҙә уның хистәре хаҡында былай тиелә: «Һинең ихтыярыңды үтәү, эй Раббым, миңә рәхәтлек килтерә». Ғайсаға кешеләргә үҙенең күктәге Атаһы тураһында һөйләү бик оҡшаған. (Лука 10:21-ҙе уҡығыҙ.) Бер ҡатын менән хаҡ ғибәҙәт хаҡында һөйләшкәндән һуң, Ғайса үҙ шәкерттәренә былай тигән: «Минең ризығым — Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәү һәм Уның эшен теүәлләү» (Яхъя 4:31—34). Алланы һәм кешеләрҙе яратыу Ғайсаны бәхетле иткән. Был һине лә бәхетле итергә мөмкин.
6. Ни өсөн тәжрибәле мәсихселәр менән киләсәккә пландарың хаҡында һөйләшеп алыу файҙалы булыр?
6 Күп мәсихселәр, йәш саҡта пионер хеҙмәтендә ҡатнашып, бәхет кисергән. Ниңә шундай ҡәрҙәштәр менән киләсәккә пландарың тураһында һөйләшеп алмаҫҡа? «Кәңәшһеҙ — ниәттәр тарҡала, ә кәңәшселәр күп булғанда — тормошҡа аша» (Ғиб. һүҙ. 15:22). Шундай рухи ҡарашлы кешеләр һиңә тулы ваҡытлы хеҙмәттең киләсәктә кәрәкле була алған тәжрибә һәм белем биреүе хаҡында һөйләй ала. Ғайса, күктә булғанда, үҙенең Атаһынан күп нәмәгә өйрәнгән һәм, ерҙә хеҙмәт иткәндә, унан өйрәнеүен дауам иткән. Мәҫәлән, ул һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү һәм һынауҙарҙа Аллаға тоғро ҡалыу ниндәй шатлыҡ килтергәнен белгән. (Ишағыя 50:4-те уҡығыҙ *; Евр. 5:8; 12:2.) Әйҙәгеҙ, ни өсөн тулы ваҡытлы хеҙмәт ҙур шатлыҡ килтерә икәнен ҡарап сығайыҡ.
НИ ӨСӨН ШӘКЕРТТӘР ӘҘЕРЛӘҮ ЭШЕ — ИҢ ЯҠШЫ ЭШ?
7. Ни өсөн күп йәштәргә шәкерттәр әҙерләү эшендә ҡатнашыу оҡшай?
7 Ғайса былай тигән: «Барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем Матф. 28:19, 20). Был тормошто бағышлап булған иң яҡшы эш, сөнки ул Алланы данлай. Һәр ҡайһы эштә кеүек, был эштә лә тәжрибә туплар өсөн һиңә ваҡыт кәрәк булыр. Пионер хеҙмәтен үҫмер сағында башлаған Тимоти исемле ағай-ҡәрҙәш былай тигән: «Миңә Йәһүәгә тулы ваҡытлы хеҙмәт итеү оҡшай. Шулай итеп мин уны яратыуымды күрһәтәм. Тәүҙә мин Изге Яҙма өйрәнеүе башлай алманым, ләкин һуңыраҡ мин башҡа территорияға күстем, һәм бер ай ғына үтеүгә бер нисә өйрәнеү үткәрә инем. Өйрәнеүселәремдең береһе Батшалыҡ залына килә башланы. Өйләнмәгән ағай-ҡәрҙәштәр өсөн Изге Яҙма мәктәбендә * ике ай уҡып сыҡҡас, мине башҡа ергә билдәләнеләр, һәм унда мин дүрт өйрәнеү башланым. Миңә кешеләрҙе хәҡиҡәткә өйрәтеү бик оҡшай, сөнки мин уларҙың изге рух тәьҫире аҫтында үҙгәреүен күрәм» (1 Фес. 2:19).
итегеҙ, ...һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ» (8. Ҡайһы бер йәш мәсихселәр күберәк кешеләрҙе хәҡиҡәт менән таныштырыр өсөн нимә эшләй?
8 Ҡайһы бер йәш ҡәрҙәштәр сит тел өйрәнгән. Мәҫәлән, Төньяҡ Американан Джейкоб бына нимә тип яҙған: «Миңә ете йәш булғанда, синыфымда күп вьетнамдар уҡый ине. Мин уларға Йәһүә тураһында һөйләргә теләгән инем, шуға күрә уларҙың телен өйрәнергә булдым. Мин быны күбеһенсә инглиз һәм вьетнам телдәрендәге „Күҙәтеү манараһы“ журналдарын сағыштырып эшләнем. Мин шулай уҡ күрше вьетнам йыйылышындағы ҡәрҙәштәр менән дуҫлаштым. 18 йәшемдә мин пионер хеҙмәтен башланым. Унан һуң Өйләнмәгән ағай-ҡәрҙәштәр өсөн Изге Яҙма мәктәбендә уҡып сыҡтым. Хәҙер мин вьетнам төркөмөндә пионер һәм берҙән-бер өлкән булып хеҙмәт итәм, һәм Изге Яҙма мәктәбендә белгәндәрем миңә бик ярҙам итә. Күп вьетнамдар уларҙың телен өйрәнгәнемә бик аптырай. Улар мине өйҙәренә саҡыра, һәм мин йыш ҡына улар менән өйрәнеү башлайым. Уларҙың ҡайһы берҙәре һыуға сумдырылды». (Ғәмәлдәр 2:7, 8 менән сағыштырығыҙ.)
9. Шәкерттәр әҙерләү эшендә ҡатнашып, нимәгә өйрәнеп була?
9 Шәкерттәр әҙерләү эшендә ҡатнашып, һин эшкә яуаплы ҡарарға, аралашыу һәләтен яҡшыртырға һәм кешеләр менән ипле мөғәмәлә итергә өйрәнәһең, шулай уҡ үҙ-үҙеңә ышаныс тойғоһо үҫтерәһең (Ғиб. һүҙ. 21:5; 2 Тим. 2:24). Әммә был эш тағы бер мөһим сәбәп буйынса ҙур шатлыҡ килтерә: ул һиңә иманыңдың Изге Яҙмаға нигеҙләнгәненә инанырға ярҙам итә. Өҫтәүенә, һин Йәһүә менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә өйрәнәһең (1 Кор. 3:9).
10. Һеҙ хеҙмәт иткән ерҙә хәҡиҡәт менән әҙ генә кеше ҡыҙыҡһынһа ла, ни өсөн шәкерттәр әҙерләү эшендә ҡатнашыу шатлыҡ килтерә?
10 Һин хеҙмәт иткән ерҙә күпселек кеше хәҡиҡәткә битараф ҡараһа ла, шәкерттәр әҙерләү эшендә ҡатнашыу һиңә барыбер шатлыҡ килтерергә мөмкин. Был эште беҙ бөтә йыйылыш менән башҡарабыҙ. Әлбиттә, Изге Яҙманы өйрәнә башлаған һәм һөҙөмтәлә мәсихсе булып киткән кешене бер генә ҡәрҙәш таба. Әммә бөтә ҡәрҙәштәр ҙә был кешене табыр өсөн тырышлыҡ һалған, шунлыҡтан барыһы ла шатлана. Мәҫәлән, Брэндон исемле ағай-ҡәрҙәш уңдырышһыҙ территорияла туғыҙ йыл пионер булып хеҙмәт иткән. Ул былай ти: «Мин вәғәзләргә яратам, сөнки был Йәһүәнән бирелгән йөкләмә. Мәктәпте тамамлағандан һуң күп тә үтмәҫтән мин пионер хеҙмәтен башланым. Миңә йәш ҡәрҙәштәрҙе рухландырыу һәм уларҙың рухи уңыштарын күреү бик оҡшай. Өйләнмәгән ағай-ҡәрҙәштәр өсөн Изге Яҙма мәктәбендә уҡып сыҡҡандан һуң, мин яңы билдәләнеү алдым. Өйрәнеүселәремдең береһе лә һыуға сумдырылмаһа ла, башҡа ҡәрҙәштәрҙең шундай рухи уңышҡа өлгәшкән өйрәнеүселәре булды. Мин шәкерттәр әҙерләү эшендә тулы рәүештә ҡатнашырға ҡарар итеүемә бик шатмын» (Вәғ. 11:6).
ҺИНЕҢ АЛДЫҢДА КҮП МӨМКИНЛЕКТӘР АСЫҠ
11. Йәш мәсихселәр хеҙмәттең ниндәй төрөндә ҡатнаша ала?
11 Хеҙмәттең төрлө төрҙәре бар. Мәҫәлән, күп йәш ҡәрҙәштәр төҙөү эштәрендә ирекле хеҙмәтсе булараҡ ҡатнаша. Тағы йөҙләгән Батшалыҡ залы төҙөргә кәрәк. Уларҙы төҙөү — Алланы данлаған һәм беҙҙе бәхетле итә алған изге хеҙмәт. Төрлө ҡәрҙәштәр менән эшләү һәм аралашыу ниндәй шатлыҡ килтергәне хаҡында уйлап ҡарағыҙ. Теократик төҙөүҙә ҡатнашып, һин хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү, тырыш хеҙмәтсе булыу һәм проект өсөн яуаплы ҡәрҙәштәр менән хеҙмәттәшлек итеү кеүек күп нәмәгә өйрәнәһең.
12. Пионерҙар алдында ниндәй мөмкинлектәр асыла?
12 Кевин исемле ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Мин бала саҡтан уҡ Йәһүәгә тулы ваҡытлы хеҙмәт итергә хыялландым. 19 йәшемдә мин пионер булып киттем. Мин хеҙмәткә күберәк ваҡыт бүлергә мөмкинлек биргән эш һайларға ҡарар иттем, шуға күрә төҙөүсе булған ағай-ҡәрҙәшкә ялланып эшләнем. Мин ҡыйыҡ ябырға, тәҙрәләр һәм ишектәр ҡуйырға өйрәндем. Һуңыраҡ ике йыл мин дауылдарҙан зыян күргән Батшалыҡ залдарын һәм имандаштарыбыҙҙың йорттарын торғоҙорға ярҙам иткән бригадала эшләнем. Көньяҡ Африка Республикаһында төҙөүселәргә ихтыяж булғанын ишеткәс, мин ғариза яҙҙым һәм мине унда саҡырҙылар. Бында, Африкала, мин бер нисә аҙна һайын күсеп йөрөйөм: бер ерҙә Батшалыҡ залы төҙөлөп бөтһә, икенсе ергә китәм. Төҙөлөш төркөмө ғаиләм кеүек булып китте. Беҙ бергә йәшәйбеҙ, Изге Яҙманы өйрәнәбеҙ һәм бергә эшләйбеҙ. Миңә шулай уҡ һәр аҙна урындағы ҡәрҙәштәр менән вәғәзләү бик оҡшай. Бала сағымда ҡуйған маҡсаттарым миңә шул тиклем күп шатлыҡ килтерер, тип уйламаған да инем!»
13. Ни өсөн Вефиль хеҙмәте йәш мәсихселәргә шатлыҡ килтерә?
13 Пионер булып хеҙмәт иткән ҡайһы бер мәсихселәр хәҙер Вефилдә хеҙмәт итә. Вефиль хеҙмәте күп шатлыҡ килтерә, сөнки
вефилселәрҙең бөтә эштәре Йәһүә өсөн башҡарыла. Уларҙың хеҙмәте ярҙамында мәсихселәр һәм башҡа кешеләр рухи аҙыҡ ала. Дастин исемле вефилсе бына нимә ти: «10 йәшемдә мин тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнашырға маҡсат ҡуйҙым. Мәктәпте бөткәс, мин пионер хеҙмәтен башланым. Бер йыл ярымдан һуң мине Вефилгә саҡырҙылар, унда мин баҫыу машинаһында эшләргә, ә һуңыраҡ компьютер программалары яҙырға өйрәндем. Вефилдә миңә шәкерттәр әҙерләү эшенең бөтә донъя буйынса нисек барғанын беренселәрҙән булып ишетеү бик оҡшай. Мин хеҙмәттең был төрөн яратам, сөнки беҙ, үҙ эшебеҙҙе башҡарып, башҡаларға Йәһүәгә яҡынлашырға ярҙам итәбеҙ».ҺИН НИНДӘЙ МАҠСАТТАР ҠУЙЫРҺЫҢ?
14. Тулы ваҡытлы хеҙмәтте башларға ниндәй аҙымдар ярҙам итә?
14 Һин тулы ваҡытлы хеҙмәткә нисек әҙерләнә алаһың? Йәһүәгә тулы рәүештә хеҙмәт итер өсөн, һиңә тәү сиратта мәсихселәргә хас сифаттар үҫтерергә кәрәк. Шуға күрә Алла Һүҙен даими өйрән, уҡығандарың хаҡында тәрән уйлан һәм йыйылыш осрашыуҙарында ҡатнашырға тырыш. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа вәғәз эшендә тәжрибә тупла. Кешеләргә эскерһеҙ ҡыҙыҡһыныу күрһәтергә өйрән: уларҙан фекерҙәрен уртаҡлашыуын ипле генә һора һәм иғтибар менән тыңла. Бынан тыш, һин Батшалыҡ залын йыйыштырыуҙа һәм хеҙмәтләндереүҙә йә йыйылыштағы башҡа эштәрҙә ярҙамыңды тәҡдим итә алаһың. Баҫалҡылыҡ сағылдырһаң һәм башҡаларға ярҙам итергә әҙер булһаң, Йәһүә һине артабан да хеҙмәттә ҡулланырға шат булыр. (Зәбур 110:3-тө уҡығыҙ *; Ғәм. 6:1—3.) Илсе Павел Тимофейҙы үҙе менән бергә миссионер хеҙмәтендә ҡатнашырға саҡырған, сөнки ағай-ҡәрҙәштәр «Тимофей тураһында яҡшы һүҙҙәр генә» һөйләгән (Ғәм. 16:1—5).
15. Тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнашырға мөмкинлек биргән һөнәрҙе нисек һайларға?
15 Ғәҙәттә тулы ваҡытлы хеҙмәтселәргә үҙҙәрен тәьмин итер өсөн аҡса эшләргә кәрәк (Ғәм. 18:2, 3). Мөмкинлек булһа, мәктәптә уҡыған арала һин, киләсәктә күп ваҡыт талап итмәгән эш табыр өсөн, курстарҙа уҡып берәй һөнәргә өйрәнә алаһың. Ҡарар ҡабул итер алдынан, район күҙәтеүсеһе һәм районыңда хеҙмәт иткән пионерҙар менән кәңәшләш. Уларҙан, ниндәй эш пионер булып хеҙмәт итергә мөмкинлек бирә, тип һора. Изге Яҙмала: «Бөтә эштәреңде Йәһүәгә ышанып тапшыр, шунда маҡсаттарың тормошҡа ашыр», — тип әйтелә (Ғиб. һүҙ. 16:3; 20:18).
16. Тулы ваҡытлы хеҙмәт йәш мәсихсене үҙ өҫтөнә күберәк яуаплылыҡ алырға нисек әҙерләргә мөмкин?
16 Һис тә шикләнмә: Йәһүә һинең бәхетле киләсәккә «ныҡлы нигеҙ» һалыуыңды теләй. (1 Тимофейға 6:18, 19-ҙы уҡығыҙ.) Тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнашып, һин башҡа пионерҙар менән аралашаһың, һәм был һиңә рухи яҡтан үҫергә ярҙам итә. Күп мәсихселәр Йәһүәгә тулы рәүештә хеҙмәт итеү шулай уҡ бәхетле ғаилә ҡорорға ярҙам итә икәнен аңлаған. Йыш ҡына никахҡа инер алдынан пионер булып хеҙмәт иткән мәсихселәр туйҙан һуң да тормош иптәше менән бергә был хеҙмәттә ҡатнашыуын дауам итә (Рим. 16:3, 4).
17, 18. Маҡсаттарың менән «күңел теләктәрең» араһында ниндәй бәйләнеш бар?
17 Зәбур 20:4-тә Йәһүә тураһында былай тиелә: «Ул күңелең теләгәнде үтәһен, бөтә уй-ниәттәреңде уңышлы итһен». Шуға күрә тормошоңдо нимәгә бағышларға теләгәнең хаҡында уйлан. Йәһүәнең беҙҙең көндәрҙә ниндәй эштәр башҡарыуы һәм үҙеңдең шул эштәргә ниндәй өлөш индерә алыуың тураһында уйлап ҡара. Шунан уны ҡыуандырған маҡсаттар ҡуй.
18 Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә бар көсөңдө һалһаң, тәрән ҡәнәғәтлек кисерерһең, сөнки ундай тормош юлы Аллаға дан килтерә. Шуға күрә «Йәһүәлә сикһеҙ шатлыҡ тап, һәм ул күңелеңдең теләктәрен үтәр» (Зәб. 37:4).
^ 6 абз. Ишағыя 50:4: «Аллаһы Тәғәлә Йәһүә, мин кәрәкле һүҙ табып арыған кешегә яуап бирә белһен өсөн, миңә өйрәтелгәндәрҙең телен бирҙе. Ул мине һәр иртә уята. Мин өйрәнеүселәр кеүек тыңлаһын өсөн, ҡолағымды уята».
^ 7 абз. Был мәктәп Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбе менән алмаштырылды.
^ 14 абз. Зәбур 110:3: «Һин үҙ ғәскәреңде һуғышҡа алып барған көндө халҡың әҙер торор. Һинең таң тыуҙырған ысыҡ бөртөктәрендәй ғәйәт күп йәштәрең бар. Улар аша мөһабәт изгелек сағыла».