Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

«Алла һүҙе... ҡеүәтле»

«Алла һүҙе... ҡеүәтле»

«Алла һүҙе тере һәм ҡеүәтле» (ЕВР. 4:12).

ЙЫРҘАР: 96, 94

1. Ни өсөн Алла Һүҙенең ҡеүәтле булыуына һис тә шикләнмәҫкә була? (Мәҡәлә башындағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

ЙӘҺҮӘНЕҢ хеҙмәтселәре булараҡ, беҙ Алланың Һүҙе — уның кешеләргә ебәргән хәбәре «тере һәм ҡеүәтле» икәненә һис тә шикләнмәйбеҙ (Евр. 4:12). Беҙҙең күбебеҙ — Изге Яҙма кешеләрҙең тормошон үҙгәртә алырлыҡ көскә эйә булғанына тере дәлил. Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр элек урлашҡан, наркотик ҡулланған йә әхлаҡһыҙ тормош алып барған. Башҡалары, был донъяла ниндәйҙер уңышҡа ирешһә лә, барыбер күңел бушлығы тойған (Вәғ. 2:3—11). Өмөтһөҙлөккә бирелгән кешеләрҙең, Алла Һүҙенең көсө ярҙамында тормош юлына баҫып, яңынан өмөт тапҡандарына күп миҫалдар бар. Һеҙ, моғайын, «Изге Яҙма тормошто үҙгәртә» тигән рубрикала шундай осраҡтар хаҡында уҡырға яратаһығыҙҙыр. Әммә, хатта мәсихсе булып киткәндән һуң да, кешеләр Изге Яҙма ярҙамында рухи яҡтан үҫеүен дауам итә.

2. Беренсе быуатта Алла Һүҙенең көсө кешеләргә нисек тәьҫир иткән?

2 Күп кешеләрҙең, Алла Һүҙен өйрәнеп, үҙ тормошонда етди үҙгәрештәр яһауы һис тә ғәжәп түгел. Шундай осраҡтар беренсе быуатта йәшәгән һәм күктә йәшәргә өмөт иткән мәсихселәрҙе иҫебеҙгә төшөрә. (1 Коринфтарға 6:9—11-ҙе уҡығыҙ.) Ниндәй кешеләр Алла Батшалығына эйә була алмаясаҡ икәне хаҡында яҙғас, Павел былай тип өҫтәгән: «Һеҙҙең ҡайһы берҙәрегеҙ бына шундайҙарҙан ине». Әммә Изге Яҙма һәм Алланың изге рухы ярҙамында улар үҙгәргән. Хатта хәҡиҡәт юлына баҫҡас та, уларҙың ҡайһы берҙәренә етди рухи ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға тура килгән. Мәҫәлән, Изге Яҙмала беренсе быуатта йәшәгән бер майланған мәсихсе хаҡында әйтелә, ул йыйылыштан сығарылған булған, әммә һуңыраҡ яңынан йыйылыш ағзаһы булып киткән (1 Кор. 5:1—5; 2 Кор. 2:5—8). Имандаштарыбыҙҙың Алла Һүҙе ярҙамында үҙ тормошон бөтөнләй үҙгәртә алғаны беҙҙе рухландырмаймы ни?

3. Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

3 Йәһүә беҙгә ҙур көскә эйә булған Һүҙен бүләк иткән, һәм беҙ, әлбиттә, уны тулы рәүештә ҡулланырға теләйбеҙ (2 Тим. 2:15). Был мәҡәләлә беҙ Алла Һүҙенең көсөн тулы рәүештә 1) тормошобоҙҙа, 2) вәғәздә һәм 3) сәхнәнән өйрәткәндә нисек ҡулланып булғанын ҡарап сығырбыҙ. Был иҫкә төшөрөүҙәр беҙгә үҙебеҙҙе файҙалы нәмәләргә өйрәтеүсе күктәге Атабыҙға ҡарата яратыу күрһәтергә һәм рәхмәт белдерергә ярҙам итер (Ишағ. 48:17).

ТОРМОШОБОҘҘА

4. а) Алла Һүҙе беҙгә тәьҫир итһен өсөн нимә эшләргә кәрәк? б) Һеҙ Изге Яҙманы уҡырға нисек ваҡыт табаһығыҙ?

4 Алла Һүҙе беҙгә тәьҫир итһен өсөн, уны даими рәүештә — мөмкин булғанса көн һайын уҡырға кәрәк (Еш. 1:8). Әлбиттә, беҙҙең күбебеҙ бик тығыҙ график буйынса йәшәй. Шулай ҙа бер нәмә лә, хатта мөһим вазифалар ҙа, беҙгә Изге Яҙманы уҡырға ҡамасауларға тейеш түгел. (Ефестарға 5:15, 16-ны уҡығыҙ.) Йәһүәнең күп хеҙмәтселәре Алла Һүҙен көн дә уҡыр өсөн төрлө мөмкинлектәр эҙләй — улар быны йә иртән, йә көндөҙ, йә кис эшләй. Улар: «Ҡануныңды шундай яратам мин! Уның тураһында көнө буйы уйланам», — тип әйткән мәҙхиә йырлаусының хистәрен уртаҡлаша (Зәб. 119:97).

5, 6. а) Ни өсөн уйланыу мөһим? б) Уйланыу беҙгә файҙа килтерһен өсөн нимә эшләп була? в) Алла Һүҙен уҡыу һәм уның өҫтөндә уйланыу һеҙгә ниндәй файҙа килтерә?

5 Изге Яҙманы уҡыуҙан тыш, уҡығандарыбыҙ хаҡында уйланыу ҙа бик мөһим (Зәб. 1:1—3). Шул саҡта ғына беҙ ундағы иҫкермәҫ кәңәштәрҙе тормошта ҡуллана алырбыҙ. Баҫтырылған Изге Яҙма китабын йә уның электрон форматын уҡыйбыҙмы — уныһы әллә ни мөһим түгел, маҡсатыбыҙ ундағы һүҙҙәрҙе йөрәгебеҙгә күсереп алыу булырға тейеш.

6 Уйланыу беҙгә файҙа килтерһен өсөн нимә эшләргә? Күп мәсихселәр Изге Яҙманың бер өҙөгөн уҡығандан һуң, туҡтап, бындай һорауҙар өҫтөндә уйлана: мин Йәһүә тураһында нимә белдем? Изге Яҙманың был өҙөгөндә килтерелгән принципты тормошомда ҡулланаммы? Миңә тағы ниндәй өлкәләрҙә яҡшырырға кәрәк? Алла Һүҙе өҫтөндә доға ҡылып уйланыу беҙҙе ундағы кәңәштәрҙе тулыраҡ рәүештә ҡулланырға дәртләндерер. Шул саҡта беҙ Алла Һүҙенең тормошобоҙға ниндәй көслө йоғонто яһай алыуын һиҙербеҙ (2 Кор. 10:4, 5).

ВӘҒӘЗДӘ

7. Вәғәздә Алла Һүҙен нисек уңышлы ҡулланып була?

7 Вәғәздә Алла Һүҙен уңышлы ҡулланырға нимә ярҙам итер? Беренсенән, вәғәзләгәндә һәм башҡаларҙы өйрәткәндә Изге Яҙманы мөмкин тиклем йышыраҡ ҡулланырға кәрәк. Бер ағай-ҡәрҙәш былай тигән: «Йәһүәнең үҙе менән өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләһәгеҙ, һеҙ гел үҙегеҙ генә һөйләр инегеҙме йә Йәһүәгә һүҙ бирер инегеҙме?» Ысынлап та, вәғәздә Алла Һүҙенән шиғырҙар уҡығанда, беҙ Йәһүәгә кешеләр менән һөйләшергә мөмкинлек бирәбеҙ. Йыш ҡына яҡшы һайланған шиғыр беҙҙең һүҙҙәргә ҡарағанда күпкә ышаныслыраҡ яңғырай (1 Фес. 2:13). Үҙ-үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Кешеләргә һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләгәндә, Алла Һүҙенән шиғыр уҡыу мөмкинселеген ҡулдан ысҡындырмайыммы?»

8. Ни өсөн, вәғәзләгәндә, шиғырҙы уҡып китеү генә әҙ?

8 Әлбиттә, кешегә шиғырҙы уҡып китеү генә әҙ. Ни өсөн? Сөнки, беренсе быуаттағы кеүек, бөгөн дә күп кешеләргә Изге Яҙманы аңлауы ауыр йә улар уны бөтөнләй аңламай (Рим. 10:2). Шуға күрә, беҙ шиғырҙы уҡығанға ғына кеше уның мәғәнәһенә төшөнөр, тип уйлау дөрөҫ булмаҫ ине. Беҙгә шиғырҙа кешенең иғтибарын йәлеп итергә теләгән фекергә баҫым яһарға, мәҫәлән, шиғырҙағы төп һүҙҙәрҙе ҡабат уҡырға һәм уларҙың мәғәнәһен аңлатырға кәрәк. Алла Һүҙендәге хәбәр кешеләрҙең аҡылдарына һәм йөрәктәренә үтеп инһен өсөн шулай эшләү бик тә мөһим. (Лука 24:32-не уҡығыҙ.)

9. Кешелә Изге Яҙмаға ҡарата хөрмәт тойғоһо уятыр өсөн, шиғыр уҡыр алдынан нимә әйтеп була? Миҫал килтерегеҙ.

9 Беҙ кешеләрҙә Изге Яҙмаға ҡарата хөрмәт тойғоһо уятырға теләйбеҙ. Шуға күрә Изге Яҙманан шиғыр уҡыр алдынан ниндәй һүҙҙәр әйтеүебеҙ бик мөһим. Мәҫәлән: «Әйҙәгеҙ, Барлыҡҡа килтереүсебеҙ был хаҡта нимә әйткәненә иғтибар итәйек», — тип әйтергә була. Ә христиан диненән булмаған кешегә: «Изге китапта нимә әйтелгәненә иғтибар итегеҙ», — тиергә мөмкин. Йәки, дингә битараф ҡараған кешегә вәғәзләһәк, уға: «Һеҙҙең ҡасан да булһа бындай боронғо аҡыллы һүҙҙәрҙе ишеткәнегеҙ булдымы?» — тигән һорау биреп була. Беҙ бөтә кешенең дә төрлө икәнен аңлайбыҙ, шунлыҡтан, вәғәзләгәндә, һәр кешегә үҙенә генә тәғәйен алым ҡулланабыҙ (1 Кор. 9:22, 23).

10. а) Бер ағай-ҡәрҙәш менән ниндәй осраҡ булған? б) Алла Һүҙенең вәғәз эшендә ҙур ҡеүәткә эйә булыуын күрһәткән берәй осраҡ һөйләп бирегеҙ.

10 Күптәр вәғәздә Алла Һүҙенең кешеләргә көслө йоғонто яһай алыуына инанған. Бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Ағай-ҡәрҙәшебеҙ журналдарыбыҙҙы инде күп йылдар уҡыған оло йәштәге бер иргә йәнә инеп сыҡҡан. «Күҙәтеү манараһы»ның һуңғы сығарылышын ҡалдырып ҡына китер урынға, ул шулай уҡ Изге Яҙманан журналдағы темаға ҡағылышлы шиғыр уҡырға булған. Ул 2 Коринфтарға 1:3, 4-тәге: «Һәр яҡлап йыуатыусы Аллаға һәм шәфҡәтлелек күрһәтеүсе Атаға... дан! Алла беҙҙе барлыҡ ҡайғыларыбыҙҙа йыуата», — тигән һүҙҙәрҙе уҡып биргән. Был һүҙҙәр ир кешегә шул тиклем ныҡ тәьҫир иткән, ул хатта ағай-ҡәрҙәшебеҙҙән был шиғырҙы тағы бер тапҡыр уҡыуын һораған. Был ир үҙенең һәм ҡатынының йыуатыуға бик мохтаж булыуы хаҡында әйткән һәм Изге Яҙмалағы хәбәр тураһында күберәк белергә теләк белдергән. Күренеүенсә, Алла Һүҙе вәғәз эшендә ҙур ҡеүәткә эйә (Ғәм. 19:20).

СӘХНӘНӘН ӨЙРӘТКӘНДӘ

11. Сәхнәнән өйрәткән ағай-ҡәрҙәштәрҙә ниндәй яуаплылыҡ ята?

11 Беҙҙең барыбыҙға ла йыйылыш осрашыуҙарына һәм конгрестарға йөрөү бик оҡшай. Унда беҙ Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылабыҙ. Бынан тыш, унда беҙ күп файҙа килтергән рухи белемдәр алабыҙ. Ағай-ҡәрҙәштәр был осрашыуҙарҙа сәхнәнән өйрәтеү мөмкинлеген ҙур хөрмәт тип һанай. Шул уҡ ваҡытта улар өҫтәрендә ҙур яуаплылыҡ ятҡанын аңларға тейеш (Яҡ. 3:1). Ағай-ҡәрҙәштәргә һәр ваҡыт үҙҙәренең өйрәткәндәре тулыһынса Алла Һүҙенә нигеҙләнгәнме, юҡмы икәнен тикшереп торорға кәрәк. Сәхнәнән өйрәтергә билдәләнгән булһағыҙ, һеҙ сығышығыҙҙа Изге Яҙманы тулы рәүештә нисек ҡуллана алаһығыҙ?

12. Докладсы телмәренең Изге Яҙмаға нигеҙләнгәненә нисек инана ала?

12 Изге Яҙма телмәрегеҙҙең нигеҙе булып торғанына инанығыҙ (Яхъя 7:16). Был нимәне үҙ эсенә ала? Беренсенән, бер нәмә лә — осраҡтар, миҫалдар йә хатта һөйләү рәүешегеҙ ҙә тыңлаусыларҙың иғтибарын Изге Яҙма шиғырҙарынан ситкә йүнәлтергә тейеш түгел. Шулай уҡ Изге Яҙманан күп шиғыр уҡыу һәм Изге Яҙмаға нигеҙләнеп өйрәтеү — бер үк нәмә түгел икәнен иҫтә тотоғоҙ. Ысынында, артыҡ күп шиғыр уҡыһағыҙ, моғайын, шиғырҙарҙың береһе лә тыңлаусыларығыҙҙың иҫендә ҡалмаҫ. Шуға күрә төп шиғырҙарҙы яҡшы уйлап һайлағыҙ, шулай уҡ уларҙы уҡып аңлатыр өсөн, миҫал килтерер өсөн һәм уларҙы тормошта нисек ҡулланып булғанын күрһәтер өсөн ваҡыт бүлегеҙ (Ниҡ. 8:8). Телмәр ойошма тарафынан әҙерләнгән планға нигеҙләнһә, пландың үҙен һәм унда килтерелгән шиғырҙарҙы ентекләп ҡарап сығығыҙ. Пландағы фекерҙәр һәм килтерелгән шиғырҙар нисек бәйле икәнен аңларға тырышығыҙ. Шунан пландағы фекерҙәрҙе асыҡлар өсөн ҡайһы бер шиғырҙарҙы һайлағыҙ. Әммә барыһынан да бигерәк, Йәһүәнән уның Һүҙендәге ҡиммәтле фекерҙәрҙе тыңлаусыларға еткерергә ярҙам итеүен һорап доға ҡылығыҙ. (Езра 7:10 *; Ғибрәтле һүҙҙәр 3:13, 14-те * уҡығыҙ.)

13. а) Йыйылыш осрашыуында яңғыраған шиғырҙар бер апай-ҡәрҙәшкә нисек тәьҫир иткән? б) Йыйылыш осрашыуҙарында Изге Яҙма шиғырҙарының аңлатылыуы һеҙгә ниндәй йоғонто яһағаны булды?

13 Австралиянан бер апай-ҡәрҙәшкә йыйылыш осрашыуында яңғыраған шиғырҙар бик көслө йоғонто яһаған. Бала сағы ауыр булғанға ҡарамаҫтан, ул Изге Яҙмалағы хәбәрҙе ҡабул иткән һәм тормошон Йәһүәгә бағышлаған. Шулай ҙа ул Йәһүәнең үҙен яратыуына ышанып етмәгән. Әммә ваҡыт уҙыу менән уның бөтә шиктәре таралған. Уға нимә ярҙам иткән? Йыйылыш осрашыуҙарының береһендә яңғыраған Изге Яҙма өҙөгө өҫтөндә уйланыу һәм был өҙөктө башҡа шиғырҙар менән бәйләү уға ныҡ тәьҫир иткән *. Йыйылыш осрашыуында йә конгреста яңғыраған Изге Яҙма шиғырҙары һеҙгә шундай уҡ көслө йоғонто яһағаны булдымы? (Ниҡ. 8:12)

14. Йәһүәнең Һүҙе өсөн рәхмәтле булыуыбыҙҙы нисек күрһәтеп була?

14 Беҙ Йәһүәгә уның Һүҙе — Изге Яҙма өсөн рәхмәтле түгелме ни? Ул, уны кешеләргә бүләк итеүҙән тыш, шулай уҡ уны беҙҙең көндәргә тиклем һаҡлап ҡалыу тураһындағы вәғәҙәһен үтәгән (1 Пет. 1:24, 25). Беҙгә Алла Һүҙен даими уҡыу, ундағы кәңәштәр буйынса йәшәү һәм уны башҡаларға ярҙам итер өсөн ҡулланыу үтә мөһим. Шулай эшләп, беҙ Алла Һүҙен ҡәҙерләүебеҙҙе һәм, иң мөһиме, уның Авторы Йәһүәне яратыуыбыҙҙы һәм уға рәхмәтле булыуыбыҙҙы күрһәтербеҙ.

^ 12 абз. Езра 7:10: «Езра Йәһүә ҡанунынан кәңәш эҙләр өсөн, Ҡанун буйынса эш итер өсөн, шулай уҡ ундағы ҡағиҙәләргә һәм хөкөм ҡарарҙарына Израилдә өйрәтер өсөн үҙ йөрәген әҙерләне».

^ 12 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 3:13, 14: «Зирәклек тапҡан кеше, үтә күреүсәнлеккә ирешкән әҙәм бәхетле. Зирәклеккә эйә булыу көмөшкә эйә булыуҙан яҡшыраҡ, ул алтындан файҙалыраҡ».

^ 13 абз. « Был уға ныҡ тәьҫир иткән» тигән рамканы ҡарағыҙ.