Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Нух, Данил һәм Әйүп кеүек, һеҙ ҙә Йәһүәне яҡшы беләһегеҙме?

Нух, Данил һәм Әйүп кеүек, һеҙ ҙә Йәһүәне яҡшы беләһегеҙме?

«Ямандар ғәҙеллекте аңлай алмаҫ, ә Йәһүәне эҙләүселәр бөтә нәмәгә төшөнә» (ҒИБ. ҺҮҘ. 28:5).

ЙЫРҘАР: 126, 150

1—3. а) Беҙгә был һуңғы көндәрҙә Аллаға тоғро булып ҡалырға нимә ярҙам итә ала? б) Беҙ был мәҡәләнән нимә хаҡында белербеҙ?

БЫЛ донъяның ахыры бик яҡын, яуыз кешеләр «сүп үләне кеүек» арта (Зәб. 92:7). Шуға күрә беҙ күп кешенең Алла нормаларын кире ҡағыуына аптырамайбыҙ. Шундай шарттарҙа йәшәп, беҙ илсе Павелдың: «Яманлыҡҡа ҡарата сабыйҙарса саф күңелле, ә фекер йөрөтөү рәүешегеҙ менән ололар һымаҡ булығыҙ», — тигән кәңәшен нисек ҡуллана алабыҙ? (1 Кор. 14:20)

2 Был һорауға яуапты мәҡәләнең төп шиғырында табып була. Унда былай тиелгән: «Йәһүәне эҙләүселәр бөтә нәмәгә төшөнә». Эйе, Йәһүәне эҙләүселәр уны ҡыуандырыр өсөн кәрәкле бөтә нәмәгә төшөнә ала (Ғиб. һүҙ. 28:5). Шуға оҡшаш фекер Ғибрәтле һүҙҙәр 2:7, 9-ҙа ла бар. Унда яҙылғанса, Йәһүә дөрөҫ булғанды эшләгән кешеләргә зирәклек бирә. Һөҙөмтәлә улар «тәҡүәлектең, ғәҙеллектең һәм намыҫлылыҡтың нимә икәнен» аңлай һәм «игелек юлының асылына» төшөнә ала.

3 Нух, Данил һәм Әйүп Алланан килгән зирәклек сағылдырған (Йәз. 14:14). Был Йәһүәнең хәҙерге ваҡытта йәшәгән хеҙмәтселәренә лә хас. Ә һеҙҙең хаҡта нимә әйтеп була? Шундай зирәклек сағылдырырға тырышаһығыҙмы? Йәһүәне ҡыуандырыр өсөн кәрәкле «бөтә нәмәгә төшөнөргә» теләһәк, уны яҡшы белеү мөһим. Шуға күрә был мәҡәләлә беҙ бындай һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ: 1) Нух, Данил һәм Әйүп нисек Алла тураһында белгән? 2) Алланы белеү уларға нисек ярҙам иткән? 3) Беҙ нисек уларҙыҡына оҡшаш иман үҫтерә алабыҙ?

НУХ ЯУЫЗ ДОНЪЯЛА АЛЛА ЮЛЫНДА ЙӨРӨГӘН

4. Нух нисек Йәһүә тураһында белгән, һәм был белемдәр уға нисек ярҙам иткән?

4 Нух нисек Йәһүә тураһында белгән? Әҙәм менән Һауаның балалары тыуа башлағандан һуң, кешеләр Алла тураһында бындай өс ысул ярҙамында белә алған: уның ижади эштәрен күҙәтеү, башҡа тоғро хеҙмәтселәр менән аралашыу һәм Йәһүәнең үҙенә буйһонған кешеләрҙе нисек фатихалағанын күреү (Ишағ. 48:18). Барлыҡҡа килтерелгән нәмәләрҙе күҙәтеп, Нух Алланың барлығына инанған һәм уның сифаттарын күргән. Шулай итеп ул Йәһүәнең берҙән-бер хаҡ Алла икәнен һәм уның сикһеҙ көслө булыуын аңлаған (Рим. 1:20). Бының ярҙамында Нух Алланың барлығына ышанып ҡына ҡалмаған, ә көслө иман үҫтергән.

5. Нух Алланың кешеләргә ҡарата ниәте хаҡында нисек белгән?

5 Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «иман... ишетеү аша килә», тимәк, башҡаларҙан ишеткәндәребеҙ беҙгә иман үҫтерергә ярҙам итә ала (Рим. 10:17). Нух, күрәһең, Йәһүә тураһында туғандарынан ишеткән. Уның атаһы Ламех Аллаға иман иткән, Ламех тыуғанда Әҙәм әле иҫән булған. (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.) Нух шулай уҡ олатаһы Мафусал һәм ата-бабаһы Яред менән аралашҡандыр *. Яред Нух тыуғандан һуң тағы 366 йыл йәшәгән (Лука 3:36, 37). Бәлки, был ирҙәр һәм уларҙың ҡатындары Нухҡа Алланың, кешеләрҙе барлыҡҡа килтереп, уларҙың ерҙе тултырыуын теләгәне хаҡында һөйләгәндер. Нух шулай уҡ Эден баҡсаһында күтәрелгән фетнә хаҡында белгән һәм бының ниндәй насар эҙемтәләргә килтергәнен үҙ күҙҙәре менән күргән (Баш. 1:28; 3:16—19, 24). Алған белемдәре уға ныҡ тәьҫир иткән һәм уны Йәһүәгә хеҙмәт итергә дәртләндергән (Баш. 6:9).

6, 7. Өмөт Нухтың иманын нисек нығытҡан?

6 Өмөт иманды нығыта. Нухтың исеме, күрәһең, «ял; йыуаныс» тигәнде аңлата. Ул үҙ исеменең башҡаларға өмөт биргәнен белгәс, иманы ни тиклем нығығанын күҙ алдына килтерегеҙ (Баш. 5:29). Йәһүә Ламехты Нух тураһында бындай һүҙҙәр әйтергә рухландырған: «Ул эшебеҙҙә, Раббы ҡәһәрләгән тупраҡтағы хеҙмәттәребеҙҙә беҙгә йыуаныс килтерер». Шуға күрә Нух, Алла ерҙәге хәлде яҡшыртасаҡ, тип өмөтләнгән. Үҙенән алдараҡ йәшәгән Һабил һәм Ханох кеүек, Нух та «тоҡомдоң» йыландың башын ярасағына ышанған (Баш. 3:15, ЯДТ).

7 Нух, Башланмыш 3:15-тәге пәйғәмбәрлектең мәғәнәһенә тулыһынса төшөнмәһә лә, унда яҡты киләсәккә өмөт бирелгәнен аңлаған. Ханох та, Йәһүә яуыздарҙы хөкөм итәсәк, тип шуға оҡшаш хәбәр вәғәзләгән (Йәһ. 14, 15). Ханохтың тулыһынса Армагеддонда үтәләсәк хәбәре, һис шикһеҙ, Нухтың иманын нығытҡан һәм уға өмөт биргән!

8. Алла тураһындағы хаҡ белемдәр Нухты нисек яҡлаған?

8 Алла тураһындағы хаҡ белемдәр Нухҡа нисек ярҙам иткән? Йәһүә тураһында белгәнгә, Нух Алланан килгән зирәклек һәм иман үҫтерә алған. Был уны яҡлап торған, бигерәк тә Йәһүәне күңелһеҙләндерә алған эштәр ҡылыуҙан һаҡлаған. Нисек итеп? Нух Алланың дуҫы булырға теләгән, шуға күрә Йәһүәгә ышанмаған һәм унан баш тартҡан кешеләр менән дуҫлашмаған. Ундай кешеләрҙән айырмалы рәүештә, Нух ергә төшөп кеше ҡиәфәтенә ингән ендәргә үҙен алдарға бирмәгән. Кешеләр ғәҙәттән тыш көслө булған был ендәр менән һоҡланған һәм, бәлки, хатта уларға табынырға тырышҡандыр (Баш. 6:1—4, 9). Нух шуны белгән: Йәһүә кешеләрҙең, балалар тыуҙырып, ерҙе тултырыуын теләгән (Баш. 1:27, 28). Шуға күрә, ендәр үҙҙәренә ҡатындар алып, уларҙың балалары тыуа башлағас, Нух бының тәбиғи һәм дөрөҫ булмағанын аңлаған. Был балалар башҡа балаларға ҡарағанда ҙурыраҡ һәм көслөрәк булып үҫә башлағас, Нухтың фекере раҫланған. Ахыр сиктә, Йәһүә Нухҡа, бөтә яуыз кешеләрҙе юҡ итер өсөн, ергә Туфан һыуҙары ебәрергә йыйыныуы хаҡында әйткән. Нух Йәһүәнең һүҙҙәренә ышанған, кәмә төҙөгән һәм ғаиләһе менән бергә ҡотолған (Евр. 11:7).

9, 10. Нисек Нухтыҡына оҡшаш иман үҫтерергә?

9 Нисек Нухтыҡына оҡшаш иман үҫтерергә? Бының өсөн Алла Һүҙен ентекләп өйрәнергә, белгәндәребеҙҙе ҡәҙерләргә һәм, тормошобоҙҙа кәрәкле үҙгәрештәр яһап, дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк (1 Пет. 1:13—15). Шул саҡта иман һәм Алланан килгән зирәклек беҙҙе Шайтандың тоҙаҡтарынан һәм был донъяның йоғонтоһонан һаҡлар (2 Кор. 2:11). Донъялағы күп кешеләр көс ҡулланыу һәм әхлаҡһыҙлыҡты ярата һәм үҙҙәренең насар теләктәренә бирелеп йәшәй (1 Яхъя 2:15, 16). Улар был яуыз донъяның ахыры яҡын икәне хаҡында уйлап та бирмәй. Иманыбыҙ көслө булмаһа, беҙ улар кеүек фекер йөрөтә башларға мөмкин. Шуны онотмағыҙ: Ғайса Мәсих, беҙҙең көндәрҙе Нух көндәре менән сағыштырғанда, көс ҡулланыу йә әхлаҡһыҙлыҡҡа иғтибар итмәгән, ә рухи нәмәләргә битараф булыу хаҡында әйткән. (Матфей 24:36—39-ҙы уҡығыҙ.)

10 Үҙ-үҙегеҙгә бындай һорауҙар бирегеҙ: «Тормошомдан Йәһүәне ысынлап та белгәнем күренәме? Иманым мине Йәһүә ҡарашынан дөрөҫ булғанды эшләргә һәм башҡаларҙы ла шуға өйрәтергә дәртләндерәме?» Был һорауҙарға яуаптар һеҙгә, Нух кеүек, «Алла юлында» йөрөйһөгөҙмө икәнен билдәләргә ярҙам итер.

ДАНИЛ ВАВИЛОНДА МӘЖҮСИҘӘР АРАҺЫНДА ЗИРӘКЛЕК САҒЫЛДЫРҒАН

11. а) Данилдың Алланы яратыуы уның ата-әсәһе тураһында нимә аса? б) Һеҙ Данилдың ниндәй сифаттарынан өлгө алырға теләр инегеҙ?

11 Данил нисек Йәһүә тураһында белгән? Ата-әсәһе, күрәһең, Данилды Йәһүәне һәм уның Һүҙен яратырға өйрәткән. Был яратыуҙы Данил ғүмере буйы күңелендә һаҡлаған. Хатта ҡартайғас та, ул Яҙмаларҙы ентекләп өйрәнгән (Дан. 9:1, 2). Данил Йәһүәне бик яҡшы белгән. Ул шулай уҡ Йәһүәнең израилдәр өсөн башҡарған бөтә эштәре хаҡында ла белгән. Беҙ быны уның баҫалҡылыҡ сағылған эскерһеҙ доғаһынан күрәбеҙ. Был доға Данил 9:3—19-ҙа яҙылған. Уны уҡып сығып, тәрән уйланығыҙ һәм үҙ-үҙегеҙҙән: «Был доғанан Данил тураһында нимә белеп була?» — тип һорағыҙ.

12—14. а) Данил нисек Алланан килгән зирәклек сағылдырған? б) Йәһүә Данилды ҡыйыулығы һәм тоғролоғо өсөн нисек фатихалаған?

12 Алланы яҡшы белеү Данилға нисек ярҙам иткән? Тоғро йәһүдтәргә мәжүсилеккә батҡан Вавилонда хаҡ Аллаға хеҙмәт итеү еңел булмаған. Мәҫәлән, Йәһүә йәһүдтәргә: «Мин һеҙҙе һөргөнгә ебәргән ҡалала тыныслыҡҡа ынтылығыҙ», — тип әйткән (Ирем. 29:7). Шул уҡ ваҡытта Йәһүә уларҙан үҙенә йән-тән менән бирелгән булыуҙы талап иткән (Сығ. 34:14). Данил был әмерҙәрҙең икеһен дә нисек үтәй алған? Алланан килгән зирәклек Данилға шуны аңларға ярҙам иткән: ерҙәге идарасыларға буйһоноу мөһим, әммә беренсе сиратта Йәһүәгә буйһонорға кәрәк. Йөҙәрләгән йылдар үткәс, Ғайса Мәсих шундай уҡ принцип әйтеп ҡалдырған (Лука 20:25).

13 Әйҙәгеҙ, 30 көн дауамында батшанан башҡа берәй кешегә йә илаһҡа мөрәжәғәт итеүҙе тыйған бойороҡ сыҡҡас, Данилдың нисек эш иткәнен ҡарап сығайыҡ. (Данил 6:7—10-ды уҡығыҙ *.) Ул: «Был бит 30 көнгә генә», — тип уйлай алған. Ләкин Данил кешеләрҙең ҡанунына Аллаға ғибәҙәт ҡылыуҙан өҫтөн сығырға бирмәгән. Башҡалар күрмәгән урында доға ҡыла алһа ла, Данил күп кешенең көн һайын үҙен доға ҡылған килеш күргәнен белгән. Шуға күрә хатта үлем ҡурҡынысы аҫтында ла ул доға ҡылыуын дауам иткән, сөнки кешеләрҙең үҙе хаҡында, был Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтаған, тип уйлауҙарын теләмәгән.

14 Йәһүә Данилды ҡыйыу һәм тоғро эш итеүе өсөн фатихалаған. Ул, мөғжизә ҡылып, Данилды арыҫландарҙан ҡотҡарған. Һөҙөмтәлә Мидо-Фарсы империяһында йәшәгән кешеләр Йәһүә тураһында белгән (Дан. 6:25—27).

15. Нисек Данилдыҡына оҡшаш иман үҫтерергә?

15 Нисек Данилдыҡына оҡшаш иман үҫтерергә? Көслө иман үҫтерер өсөн Алла Һүҙен уҡыу ғына әҙ. Уны аңларға кәрәк (Матф. 13:23). Беҙ төрлө һорауҙар буйынса Йәһүәнең фекерен белергә теләйбеҙ. Шуға күрә беҙгә уҡығандарыбыҙ хаҡында тәрән уйланырға кәрәк. Шулай уҡ йыш доға ҡылырға кәрәк, ә ауырлыҡтар менән осрашҡанда был айырыуса мөһим. Зирәклек һәм көс һорап доға ҡылһаҡ, Йәһүәнең беҙгә ошоларҙы мул итеп биреренә һис тә шикләнмәҫкә була (Яҡ. 1:5).

ӘЙҮП ҠАЙҒЫЛА ЛА, ШАТЛЫҠТА ЛА АЛЛА ПРИНЦИПТАРЫ БУЙЫНСА ЙӘШӘГӘН

16, 17. Әйүп нисек Йәһүә тураһында белгән?

16 Әйүп нисек Йәһүә тураһында белгән? Ул, Израиль халҡынан булмаһа ла, Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡубтың алыҫ туғаны булған. Йәһүә уларға үҙе тураһында һәм кешеләргә ҡарата ниәте хаҡында төрлө ентеклектәр асҡан булған. Ҡайҙан белгәне билдәле булмаһа ла, Әйүп тә шул ҡиммәтле хәҡиҡәттәрҙең күбеһен белгән (Әйүп 23:12). Ул Йәһүәгә былай тигән: «Ҡолаҡтарым һинең тураһында ишеткән ине» (Әйүп 42:5). Йәһүә үҙе лә Әйүп тураһында, ул минең хаҡта дөрөҫөн һөйләне, тигән (Әйүп 42:7, 8).

Алланың ижади эштәрен күҙәтеү иманды нығыта (17-се абзацты ҡарағыҙ.)

17 Әйүп шулай уҡ Йәһүәнең ижади эштәрен күҙәтеп тә уның ниндәй сифаттарға эйә булғанын аңлаған (Әйүп 12:7—9, 13). Илуй ҙа, Йәһүә лә, Әйүпкә кешеләрҙең Алла менән сағыштырғанда ни тиклем бәләкәй икәнен күрһәтер өсөн, барлыҡҡа килтерелгән нәмәләргә иғтибар иткән (Әйүп 37:14; 38:1—4). Йәһүәнең һүҙҙәре Әйүпкә ныҡ тәьҫир иткән, һәм ул баҫалҡылыҡ менән былай тип таныған: «Хәҙер мин һинең бар нәмәне эшләй алғаныңды, һәр ниәтеңде үтәй алғаныңды беләм. Шуға күрә... туҙан һәм көлгә ултырып тәүбә итәм» (Әйүп 42:2, 6).

18, 19. Әйүптең Йәһүәне ысынлап та белгәне нимәнән күренә?

18 Алланы яҡшы белеү Әйүпкә нисек ярҙам иткән? Әйүп Алла принциптарын бик яҡшы аңлаған. Ул Йәһүәне ысынлап та белгән, һәм был белем уны дөрөҫ эш итергә дәртләндергән. Мәҫәлән, Әйүп башҡаларға игелек сағылдырмайынса Алланы яратып булмай икәнен аңлаған (Әйүп 6:14). Ул үҙен башҡаларҙан яҡшыраҡ тип һанамаған, киреһенсә, һәр кеше менән — баймы ул, ярлымы — туғандарса мөғәмәлә иткән. «Мине әсә ҡарынында Барлыҡҡа килтереүсе уларҙы ла яратҡан түгелме?» — тигән ул (Әйүп 31:13—22). Хатта бай һәм көслө сағында ла Әйүп ғорурланып китмәгән һәм башҡаларға түбәнһетеп ҡарамаған. Эйе, ул хәҙерге ваҡытта йәшәгән дәрәжәле һәм бай кешеләрҙән бик ныҡ айырылып торған!

19 Әйүп үҙ тормошонда бер нәмәнең дә, шул иҫәптән мал-мөлкәттең дә Йәһүә менән мөнәсәбәттәрҙән мөһимерәк булып китеүен теләмәгән. Ул, юғиһә «мин Алланы кире ҡаҡҡан булыр инем», тип әйткән. (Әйүп 31:24—28-ҙе уҡығыҙ *.) Әйүп шулай уҡ никахҡа ир менән ҡатын араһындағы изге союз итеп ҡараған. Ул хатта үҙ-үҙенә, икенсе ҡатындарға әхлаҡһыҙ уйҙар менән ҡарамайым, тип вәғәҙә биргән (Әйүп 31:1). Был һоҡланыуға лайыҡ, сөнки ул ваҡытта Алла ирҙәргә бер нисә ҡатын алырға рөхсәт иткән. Тимәк, Әйүп, теләгән булһа, үҙенә тағы бер ҡатын ала алған *. Әммә ул, моғайын, Йәһүәнең Эден баҡсаһында бер ир менән бер ҡатынды ғына ҡушылдырғанын белгәндер. Күрәһең, Әйүп шул принцип буйынса эш итергә хәл иткән (Баш. 2:18, 24). Яҡынса 1 600 йыл үткәндән һуң, Ғайса Мәсих, енси мөнәсәбәттәр һәм никах тураһында әйткәндә, шул уҡ принципҡа өйрәткән (Матф. 5:28; 19:4, 5).

20. Йәһүәне һәм уның нормаларын яҡшы белеү беҙгә дуҫтар һәм күңел асыуҙар һайлағанда нисек ярҙам итә ала?

20 Нисек Әйүптекенә оҡшаш иман үҫтерергә? Бының өсөн Йәһүә тураһында белем алырға һәм белгәндәребеҙҙе тормошта ҡулланырға кәрәк. Мәҫәлән, Изге Яҙмала Йәһүәнең «йәбер-золом яратыусы һәр кемде» нәфрәт итеүе хаҡында әйтелә, унда шулай уҡ «ысын йөҙҙәрен йәшереүселәр» менән аралашыуҙан ҡасырға кәңәш ителә. (Зәбур 11:5 *; 26:4-те * уҡығыҙ.) Бындай һорауҙар өҫтөндә уйлағыҙ: «Был ике шиғырҙан Йәһүәнең фекер йөрөтөү рәүеше хаҡында нимә белеп була? Был принциптарҙы аңлау тормош маҡсаттарыма, күңел асыуҙар һәм дуҫтар һайлауыма, шулай уҡ интернет ҡулланыуыма нисек тәьҫир итергә тейеш?» Яуаптарығыҙҙан һеҙҙең Йәһүәне ни тиклем яҡшы белеүегеҙ күренер. Беҙ был яуыз донъяның йоғонтоһона бирелергә теләмәйбеҙ. Шунлыҡтан беҙгә «тойғолары[быҙҙы]» өйрәтергә, йәғни дөрөҫтө дөрөҫ булмағандан һәм аҡыллыны аҡыллы булмағандан айыра белергә кәрәк (Евр. 5:14; Ефес. 5:15).

21. Йәһүәне ҡыуандырыр өсөн кәрәкле «бөтә нәмәгә төшөнөргә» нимә ярҙам итә ала?

21 Нух, Данил һәм Әйүп Йәһүәне яҡшы белер өсөн бар көстәрен һалғандар, шунлыҡтан Йәһүә уларға үҙенең күңелен таба алһындар өсөн кәрәкле «бөтә нәмәгә төшөнөргә» ярҙам иткән. Уларҙың миҫалдары шуны күрһәтә: Йәһүә өйрәткәнсә эш итеү тормошто уңышлы итә (Зәб. 1:1—3). Шуға күрә үҙ-үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Мин Йәһүәне Нух, Данил һәм Әйүп кеүек яҡшы беләмме?» Ысынбарлыҡта беҙ был ирҙәргә ҡарағанда Йәһүәне күпкә яҡшыраҡ белә алабыҙ, сөнки ул беҙгә үҙе хаҡында күп мәғлүмәт аса (Ғиб. һүҙ. 4:18). Шуның өсөн Изге Яҙманы ентекләп өйрәнегеҙ, уның өҫтөндә тәрән уйланығыҙ һәм изге рух һорап доға ҡылығыҙ. Шул саҡта был яуыз донъя һеҙгә тәьҫир итә алмаҫ, һәм һеҙ, күктәге Атағыҙға тағы ла нығыраҡ яҡынлашып, унан килгән зирәклекте сағылдыра алырһығыҙ (Ғиб. һүҙ. 2:4—7).

^ 5 абз. Нух кеүек, уның ҡарт олатаһы Ханох та Алла юлында йөрөгән. Әммә ул Нух тыуыуына 69 йыл ҡалғас үлгән (Баш. 5:23, 24).

^ 13 абз. Данил 6:7—10: «„Батшалыҡтағы бөтә түрәләр, башлыҡтар, сатраптар, юғары дәрәжәләге түрәләр һәм идарасылар — барыһы, бергә кәңәшләшеп, батша указы сығарырға кәрәк тигән ҡарарға килде. Уның буйынса, эй батша, 30 көн дауамында һинән башҡа берәй кешегә йә илаһҡа үтенеп мөрәжәғәт итеү тыйыла, ә уны үтәмәгән һәр кем арыҫландар соҡорона ташланасаҡ. Хәҙер, батша, был указды ҡабул итеп, ҡул ҡуй, ул үҙгәртелмәһен, сөнки мидиялылар менән фарсыларҙың законы — үҙгәрмәҫ закон“. Шунда Дарий батша был указға һәм тыйыуға ҡул ҡуйҙы. Данил иһә, шул указға ҡул ҡуйылғанын белгәс, өйөнә ҡайтып китте. Өҫкө бүлмәһендәге тәҙрәләре Иерусалимға ҡарай ине. Данил, ғәҙәттәгесә, көнөнә өс тапҡыр, теҙләнеп, Аллаһына доға ҡылды һәм маҡтауҙар белдерҙе».

^ 19 абз. Әйүп 31:24—28: «Алтынға таянған булһам йә саф алтынға: „Һин минең ышанысым!“ — тигән булһам, күп мал-мөлкәт йыйғанға, ҙур байлығыма шатланған булһам, яҡтыртып торған ҡояшты йә йөҙөп барған мөһабәт айҙы күргәндә, күңелемдән ҡотҡоға төшөп, уларға табыныр өсөн ҡулым менән үбеш ебәргән булһам, был хакимдар язаһына лайыҡ енәйәт булыр ине, мин Алланы кире ҡаҡҡан булыр инем».

^ 19 абз. Нух тураһында шуны уҡ әйтеп була. Әҙәм менән Һауа Алланы тыңламағандан һуң күп тә үтмәҫтән, ирҙәр бер нисә ҡатын ала башлаһа ла, Нухтың бер генә ҡатыны булған (Баш. 4:19).

^ 20 абз. Зәбур 11:5: «Йәһүә тәҡүәне лә, яуызды ла күҙәтә. Йәбер-золом яратыусы һәр кемде ул нәфрәт итә».

^ 20 абз. Зәбур 26:4: «Мин ялғансы кешеләр менән аралашып ултырмайым, ысын йөҙөн йәшереүселәрҙән һаҡланып йөрөйөм».