Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Артабан да рухи яҡтан үҫегеҙ!

Артабан да рухи яҡтан үҫегеҙ!

«Рух буйынса йәшә[геҙ]» (ГАЛ. 5:16).

ЙЫРҘАР: 22, 75

1, 2. Бер ағай-ҡәрҙәш үҙенең рухилығы тураһында нимә аңлаған, һәм ул ниндәй үҙгәрештәр яһаған?

РОБЕРТ, үҫмер сағында һыуға сумдырылған булһа ла, хәҡиҡәт уның тормошонда иң мөһим урында тормаған. Ул былай ти: «Мин бер ваҡытта ла насар эштәр ҡылманым, тик хәҡиҡәткә лә күңелемде һалманым. Бөтә йыйылыш осрашыуҙарына йөрөгәнгә һәм йылына бер нисә тапҡыр ярҙамсы пионер булып хеҙмәт иткәнгә, мин рухи яҡтан көслө булып күренә инем. Ләкин нимәлер етмәй ине».

2 Нимә етмәгәнен Роберт кәләш алғас ҡына аңлаған. Ҡайһы саҡ улар ҡатыны менән уйын рәүешендә бер-береһенә Изге Яҙма буйынса һорауҙар биргән. Ҡатыны Изге Яҙманы яҡшы белгән һәм һорауҙарға еңел генә яуап биргән. Ә Роберт йыш ҡына яуап бирә алмаған һәм бының арҡаһында уңайһыҙланған. Роберт былай ти: «Мин үҙемде бер нәмә лә белмәгәндәй тойҙом. Шунлыҡтан: „Ҡатыныма баш булырға теләһәм, нимәлер эшләргә кәрәк“, — тип уйлап ҡуйҙым». Һәм ул үҙгәрә башлаған. Роберт былай ти: «Мин Изге Яҙманы ентекләп өйрәндем, ундағы фекерҙәрҙең асылына төшөнөргә тырыштым, һәм әкренләп белемдәремдән бер рәсем төҙөлә барҙы. Мин хәҡиҡәтте яҡшыраҡ аңлай башланым, ә иң мөһиме, Йәһүә менән мөнәсәбәттәрем күпкә яҡыныраҡ булып китте».

3. а) Роберттың осрағынан нимәгә өйрәнеп була? б) Беҙ ниндәй мөһим һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?

3 Роберттың осрағынан мөһим һабаҡтар алып була. Изге Яҙманы ниндәйҙер кимәлдә белеү, шулай уҡ йыйылыш осрашыуҙарына һәм вәғәзгә даими йөрөү генә беҙҙе рухи ҡарашлы кеше итмәй. Ә, бәлки, беҙ рухи кеше булыр өсөн тырышлыҡ һалабыҙҙыр, шулай ҙа үҙ-үҙебеҙҙе тикшергән саҡта яҡшыртырға кәрәк булған яҡтарҙы күрәбеҙҙер (Флп. 3:16). Был мәҡәләлә бындай өс мөһим һорауға яуап биреләсәк: 1) Беҙгә рухилығыбыҙҙы тикшерергә нимә ярҙам итер? 2) Рухи яҡтан көслөрәк булыр өсөн нимә эшләргә кәрәк? 3) Рухи ҡарашлы булыу көндәлек тормошобоҙҙа нисек ярҙам итергә мөмкин?

ҮҘ-ҮҘЕБЕҘҘЕ ТИКШЕРЕҮ

4. Ефестарға 4:23, 24-тәге кәңәш кем өсөн файҙалы булыр?

4 Аллаға хеҙмәт итә башлағанда, беҙ тормошобоҙҙа ҙур үҙгәрештәр яһаныҡ. Һыуға сумдырылғандан һуң да, беҙ яҡшы яҡҡа үҙгәреүҙән туҡтамайбыҙ. Изге Яҙма фекер йөрөтөү рәүешебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы артабан да яңыртырға өндәй (Ефес. 4:23, 24). Камил булмағанға, беҙгә һәр ваҡыт үҙ-үҙебеҙҙә үҙгәрештәр яһап торорға кәрәк. Йәһүәгә инде күп йылдар хеҙмәт иткән мәсихселәргә лә уның менән мөнәсәбәттәрҙе нығытып тороу мөһим (Флп. 3:12, 13).

5. Ниндәй һорауҙар ярҙамында рухилығыбыҙҙы тикшереп була?

5 Рухи яҡтан үҫер өсөн, беҙгә үҙ-үҙебеҙҙе намыҫлы итеп тикшерергә кәрәк. Йәшме беҙ, оломо, барыбыҙ ҙа бындай һорауҙар өҫтөндә уйлана ала: «Тормошомдан рухи яҡтан үҫә барыуым күренәме? Ғайса Мәсихкә нығыраҡ оҡшаш булырға тырышаммы? Осрашыуҙарға мөнәсәбәтем һәм унда үҙемде нисек тотоуым рухилығым тураһында нимә аса? Аралашҡан ваҡытта әйткән һүҙҙәремдән күренеүенсә, минең өсөн нимә иң мөһиме? Шәхси өйрәнеүҙе нисек һәм ни тиклем даими үткәреүем, кейемем һәм тышҡы ҡиәфәтем, кәңәштәргә мөнәсәбәтем минең турала нимә аса? Берәй насар эш ҡылырға теләк тыуғанда, үҙемде нисек тотам? Мине рухи яҡтан етлеккән мәсихсе тип атап буламы?» (Ефес. 4:13). Был һорауҙар өҫтөндә уйланыу беҙгә үҙебеҙҙең рухи яҡтан ни тиклем көслө булыуыбыҙҙы билдәләргә ярҙам итер.

6. Беҙгә рухилығыбыҙҙы тикшерергә тағы нимә ярҙам итер?

6 Ҡайһы ваҡыт, рухи яҡтан ни тиклем көслө булыуыбыҙҙы билдәләр өсөн, башҡаларҙың ярҙамы кәрәк булырға мөмкин. Илсе Павел яҙғанса, донъяға хас ҡарашлы кеше үҙенең йәшәү рәүеше менән Алланы күңелһеҙләндереүен аңламай. Ә рухи ҡарашлы кеше Алланың төрлө һорауҙар буйынса фекерен белә һәм уның ниндәй йәшәү рәүешен хупламауын аңлай (1 Кор. 2:14—16; 3:1—3). «Мәсих аңына» эйә булған өлкәндәр берәй ҡәрҙәштең үҙен донъяға хас булғанса тота башлауын тиҙ арала абайлап ҡала һәм уға ярҙам итергә тырыша. Өлкәндәр беҙгә шундай ярҙам күрһәтергә тырышһа, беҙ уларға ҡолаҡ һалырбыҙмы һәм кәрәкле үҙгәрештәр яһарбыҙмы? Шулай булһа, беҙ рухи яҡтан көслөрәк булырға теләүебеҙҙе күрһәтербеҙ (Вәғ. 7:5, 9).

РУХИ ЯҠТАН ҮҪЕҮ

7. Ни өсөн, рухи кеше булырға теләһәк, Изге Яҙманы белеү генә әҙ?

7 Рухи кеше булыр өсөн Изге Яҙманы белеү генә әҙ. Сөләймән батша Йәһүә тураһында күп белгән, һәм уның ҡайһы бер аҡыллы һүҙҙәре хатта Изге Яҙманың өлөшө булып киткән. Әммә һуңыраҡ Сөләймәндең Йәһүә менән мөнәсәбәттәре һүрелә башлаған, һәм ул Аллаға тоғро булып ҡалмаған (1 Бат. 4:29, 30; 11:4—6). Улайһа, Изге Яҙманы белеүҙән тыш беҙгә тағы нимә кәрәк? Артабан да рухи яҡтан үҫеү мөһим (Кол. 2:6, 7). Бының өсөн нимә эшләргә?

8, 9. а) Беҙгә көслө иман үҫтерергә нимә ярҙам итер? б) Өйрәнгәндә һәм уйланғанда, маҡсатыбыҙ ниндәй булырға тейеш? (Мәҡәлә башындағы фотоһүрәттәрҙе ҡарағыҙ.)

8 Павел беренсе быуаттағы мәсихселәрҙе рухи яҡтан етлеккән булыуға ынтылырға өндәгән (Евр. 6:1, ЯДТ). Бөгөн был кәңәште нисек ҡулланып була? Ысулдарҙың береһе — Изге Яҙма принциптарын тормошта нисек ҡулланып булғанын аңларға ярҙам иткән баҫмаларҙы өйрәнеү. Был иманыбыҙҙы нығытыр (Кол. 1:23). Шулай уҡ белгәндәребеҙ хаҡында уйланыу һәм уларҙы ҡулланырға ярҙам итеүен һорап Йәһүәгә доға ҡылыу мөһим.

9 Изге Яҙманы өйрәнгәндә һәм уның өҫтөндә уйланғанда, маҡсатыбыҙҙы иҫтә тотоу мөһим — беҙ Йәһүәне ҡыуандырырға һәм уға буйһонорға өйрәнергә теләйбеҙ (Зәб. 40:8; 119:97). Беҙ шулай уҡ рухи яҡтан үҫергә ҡамасаулаған һәр нәмәне кире ҡағырға өйрәнәбеҙ (Тит. 2:11, 12).

10. Йәштәр рухи яҡтан көслө булып китер өсөн нимә эшләй ала?

10 Йәштәр, ә һеҙҙең рухи маҡсаттарығыҙ бармы? Вефилдә хеҙмәт иткән бер ағай-ҡәрҙәш, ғәҙәте буйынса, район конгрестарында һыуға сумдырылған йәштәр менән аралаша һәм уларҙан рухи маҡсаттары тураһында һораша. Уларҙың күбеһе киләсәктә Йәһүәгә нисек хеҙмәт итергә теләгәнен яҡшы белә. Ҡайһы берәүҙәр Йәһүәгә тулы ваҡытлы хеҙмәт итеүҙе планлаштыра, ә кемдер вәғәзселәргә ихтыяж булған ергә күсергә теләй. Әммә был һорауға яуап бирә алмаған йәштәр ҙә бар. Бәлки, улар, рухи маҡсаттар — минең өсөн түгел, тип уйлайҙыр. Йәш булһағыҙ, үҙ-үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Осрашыуҙарға һәм вәғәзгә атай-әсәйем теләгәнгә генә йөрөйөммө? Йәки мин, Йәһүә менән шәхси мөнәсәбәттәр үҫтереп, уға яҡынлашаммы?» Әлбиттә, йәшме беҙ, оломо, барыбыҙҙың да рухи маҡсаттары булырға тейеш. Был маҡсаттар беҙгә рухи яҡтан көслө булып китергә ярҙам итер (Вәғ. 12:1, 13).

11. а) Рухи кеше булып китер өсөн нимә эшләргә кәрәк? б) Беҙ Алланың ниндәй хеҙмәтсеһенән өлгө ала алабыҙ?

11 Ниндәй яғыбыҙҙы яҡшыртырға кәрәк икәнен билдәләгәс, үҙгәрештәр яһай башларға кәрәк. Асылда, быға беҙҙең тормошобоҙ бәйле (Рим. 8:6—8). Рухи яҡтан етлеккән булыр өсөн камил булыу талап ителмәй, ә Алла рухының ярҙамы кәрәк. Шулай ҙа үҙебеҙгә лә тырышлыҡ һалыу мөһим. Етәксе кәңәшмәнең ағзаһы булып хеҙмәт иткән Джон Барр ҡәрҙәш бер ваҡыт, Лука 13:24-тәге һүҙҙәрҙе аңлатҡанда, былай тигән: «Үҙҙәрен рухи яҡтан нығытыр өсөн етерлек көс һалмағанға, күптәр „тар ишек аша“ инә алмай». Беҙгә Яҡуп кеүек булырға кәрәк, ул фәрештә менән көрәшкән һәм фатиха алғанға тиклем бирешмәгән (Баш. 32:26—28). Әлбиттә, Изге Яҙманы өйрәнеү ҡыҙыҡлы була ала, әммә, ул роман кеүек мауыҡтырғыс булыр, тип көтөү дөрөҫ булмаҫ ине. Ундағы ҡиммәтле хәҡиҡәттәрҙе табыр өсөн көс һалырға кәрәк.

12, 13. а) 1 Коринфтарға 2:16-лағы һүҙҙәрҙе нисек ҡулланып була? б) Илсе Петрҙың үрнәге һәм уның кәңәше беҙгә нисек ярҙам итә ала? в) Рухи яҡтан көслөрәк булыр өсөн нимә эшләргә? (« Рухи яҡтан үҫергә нимә ярҙам итә?» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

12 Рухи яҡтан үҫер өсөн тырышлыҡ һалһаҡ, изге рух беҙгә фекер йөрөтөү рәүешебеҙҙе үҙгәртергә ярҙам итер. Әкренләп беҙ Мәсих кеүек фекер йөрөтөргә өйрәнербеҙ (1 Кор. 2:16). Изге рух ярҙамында насар теләктәрҙән ҡотолорға һәм Алланың күңеленә хуш килгән сифаттар үҫтерергә мөмкин (Гал. 5:16, 22, 23). Әгәр иғтибарығыҙҙың матди нәмәләргә йә күңел асыуҙарға тупланғанын абайлаһағыҙ, бирешмәгеҙ. Артабан да Йәһүәнән изге рух биреүен һәм иғтибарығыҙҙы дөрөҫ нәмәләргә тупларға ярҙам итеүен һорап доға ҡылығыҙ (Лука 11:13). Илсе Петрҙы иҫкә төшөрөгөҙ. Ул ҡайһы саҡта Ғайса Мәсих кеүек фекер йөрөтмәгән (Матф. 16:22, 23; Лука 22:34, 54—62; Гал. 2:11—14). Ләкин ул бирешмәгән, һәм Йәһүә уға ярҙам иткән. Әкренләп Петр Мәсих кеүек фекер йөрөтөргә өйрәнгән. Был беҙҙең дә хәлебеҙҙән килә.

13 Һуңыраҡ Петр бының өсөн ниндәй сифаттар кәрәклеге хаҡында яҙған. (2 Петр 1:5—8-ҙе уҡығыҙ.) Тотанаҡлыҡ, сабырлыҡ, туғандарса яратыу һәм башҡа яҡшы сифаттар өҫтөндә эшләү мөһим. Көн һайын үҙегеҙгә бындай һорау биреп ҡарағыҙ: «Бөгөн мин рухи яҡтан көслөрәк булып китергә ярҙам иткән ниндәй сифат өҫтөндә эшләй алам?»

ИЗГЕ ЯҘМА ПРИНЦИПТАРЫН ТОРМОШТА ҠУЛЛАНЫУ

14. Рухи ҡарашлы булыу тормошобоҙға нисек тәьҫир итә?

14 Мәсих кеүек фекер йөрөтһәк, был эш урынында йә мәктәптә үҙебеҙҙе нисек тотоуыбыҙға, нимә һөйләүебеҙгә һәм көн һайын ниндәй ҡарарҙар ҡабул итеүебеҙгә тәьҫир итер. Ҡарарҙарыбыҙҙан Мәсихтән өлгө алырға тырышыуыбыҙ күренер. Рухи кешеләр булараҡ, беҙ Йәһүә менән мөнәсәбәттәрҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға теләмәйбеҙ. Берәй насар эш ҡылырға теләк тыуғанда, Мәсих кеүек рухи ҡарашлы булыу беҙгә был теләкте тәүәккәл рәүештә кире ҡағырға ярҙам итер. Ҡарарҙар ҡабул итер алдынан беҙгә, туҡтап, үҙ-үҙебеҙҙән былай тип һорарға кәрәк: «Изге Яҙмалағы ниндәй принциптар миңә ярҙам итергә мөмкин? Ғайса Мәсих бындай осраҡта нимә эшләр ине? Ниндәй ҡарар Йәһүәгә оҡшар ине?» Шулай фекер йөрөтөүҙе ғәҙәткә индерер өсөн, әйҙәгеҙ, бер нисә осраҡты ҡарап сығайыҡ һәм уларҙың һәр береһендә аҡыллы эш итер өсөн Изге Яҙмалағы ниндәй принциптарҙы ҡулланып булғанын беләйек.

15, 16. Мәсих кеүек фекер йөрөтөү а) тормош иптәше һайлағанда, б) аралашыу даирәһе һайлағанда нисек ярҙам итергә мөмкин?

15 Тормош иптәше һайлау. Быға бәйле принцип 2 Коринфтарға 6:14, 15-тә (уҡығыҙ) яҙылған. Павел рухи ҡарашлы һәм донъяға хас ҡарашлы кешеләр араһында ҙур айырма барлығы хаҡында әйткән. Уларҙың ҡараштары бик ныҡ айырылып тора. Был принцип тормош иптәше һайлағанда нисек ярҙам итер?

16 Аралашыу. 1 Коринфтарға 15:33-тә (уҡығыҙ) яҙылған принципҡа иғтибар итәйек. Рухи кеше иманын ҡаҡшата алған кешеләр менән дуҫлашмаҫ. Был принципты төрлө осраҡтарҙа нисек ҡулланып булғаны хаҡында уйланығыҙ. Мәҫәлән, социаль селтәрҙәргә ҡағылышлы ҡарарҙар ҡабул иткәндә был принцип нисек ярҙам итә? Йәки таныш булмаған кешеләр онлайн-уйындар уйнарға тәҡдим иткәндә нисек эш итергә кәрәк?

Ҡарарҙарым миңә нисек рухи яҡтан үҫергә ярҙам итер? (17-се абзацты ҡарағыҙ.)

17—19. Рухи ҡараш һаҡлау нисек а) әһәмиәтһеҙ эштәрҙән ҡасырға, б) рухи маҡсаттар ҡуйырға, в) аңлашылмаусанлыҡтарҙы яйға һалырға ярҙам итә?

17 Рухилығыбыҙға зыян иткән эштәр. Еврейҙарға 6:1, 2-лә (уҡығыҙ *, ЯДТ) мөһим киҫәтеү бар. Беҙ ниндәй «үле эштәрҙән» ҡасырға тейеш? Бында рухи яҡтан көслөрәк итмәгән әһәмиәтһеҙ эштәр тураһында һүҙ бара. Был шиғырҙағы принцип беҙгә бындай һорауҙарға яуап бирергә ярҙам итер: «Был эш файҙа килтерәме йә ваҡытты ғына әрәм итәме? Өҫтәмә аҡса эшләп алыу тәҡдимен ҡабул итергәме, юҡмы? Ни өсөн донъя хәлен яҡшыртырға тырышҡан берәй төркөмгә ҡушылырға кәрәкмәй?»

Ҡарарҙарым миңә нисек рухи маҡсаттар ҡуйырға ярҙам итер? (18-се абзацты ҡарағыҙ.)

18 Рухи маҡсаттар. Тауҙағы вәғәзендә Ғайса Мәсих маҡсаттарға ҡағылышлы яҡшы кәңәш биргән (Матф. 6:33). Рухи кеше Алла Батшалығын тормошонда беренсе урынға ҡуя. Был принцип беҙгә бындай һорауҙарға яуап бирергә ярҙам итер: «Мәктәпте тамамлағандан һуң юғары белем алырғамы, юҡмы? Теге йә был эшкә ризалашырғамы, юҡмы?»

Ҡарарҙарым миңә нисек башҡалар менән татыулыҡта йәшәргә ярҙам итер? (19-сы абзацты ҡарағыҙ.)

19 Аңлашылмаусанлыҡтар. Павелдың Римдағы мәсихселәргә биргән кәңәше аңлашылмаусанлыҡтарҙы яйға һалырға ярҙам итә ала (Рим. 12:18). Ғайса Мәсихтән өлгө алғанға, беҙ «барыһы менән дә... татыу» йәшәргә тырышабыҙ. Берәй бәхәс ҡупҡанда, беҙ үҙебеҙҙе нисек тотабыҙ? Беҙгә башҡа кешенең фекеренә ҡолаҡ һалыуы ауырмы? Йәки беҙ тыныслыҡ урынлаштырыусы булараҡ билдәлеме? (Яҡ. 3:18)

20. Ни өсөн һеҙ рухи яҡтан үҫергә теләйһегеҙ?

20 Был осраҡтарҙан күренеүенсә, Изге Яҙмалағы принциптар беҙгә ҡарарҙарҙы рухи кеше кеүек ҡабул итергә ярҙам итә. Рухи ҡарашлы булһаҡ, тормош беҙгә күп шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек килтерер. Юғарыла иҫкә алынған Роберт былай ти: «Йәһүә менән яҡыныраҡ мөнәсәбәттәр үҫтереү миңә яҡшы ир һәм яҡшы атай булырға ярҙам итте. Мин быға шул тиклем шатмын!» Рухи яҡтан көслөрәк булыр өсөн бар көсөбөҙҙө һалһаҡ, Йәһүә беҙҙе мул итеп фатихалар. Шулай итеп, беҙ инде хәҙер бәхетлерәк тормош алып барырбыҙ, ә киләсәктә «ысын тормошҡа» эйә булырбыҙ (1 Тим. 6:19).

^ 17 абз. Еврейҙарға 6:1, 2, ЯДТ: «Шуға күрә, Мәсих тураһындағы башланғыс тәғлимәттәрҙе ҡалдырып, етлеккәнлеккә ынтылайыҡ һәм үле эштәрҙән тәүбә итеү, Аллаға иман итеү, һыуға сумдырылыу, ҡулдарҙы ҡуйыу, үлгәндәрҙең терелеүе һәм мәңгегә хөкөм итеү тураһындағы тәғлимәттәргә йәнә нигеҙ һалмайыҡ».