Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Алла менән хеҙмәттәшлек итеү — ҙур шатлыҡ

Алла менән хеҙмәттәшлек итеү — ҙур шатлыҡ

«Беҙ — Алланың хеҙмәттәштәре» (1 КОР. 3:9).

ЙЫРҘАР: 28, 14

1. Аллаһы Тәғәлә Йәһүә башҡаларға ниндәй мөмкинселек бирә?

ЙӘҺҮӘ — Аллаһы Тәғәлә һәм бөтә нәмәне Барлыҡҡа Килтереүсе. Ул сикһеҙ зирәклек һәм көскә эйә. Әйүп тә быны аңлаған булған. Йәһүә уға үҙенең ижади эштәре хаҡында бер нисә һорау биргәс, ул: «Хәҙер мин һинең бар нәмәне эшләй алғаныңды, һәр ниәтеңде үтәй алғаныңды беләм», — тигән (Әйүп 42:2). Йәһүә һәр ниәтен берәйһенең ярҙамынан тыш тормошҡа ашыра алһа ла, ул, яратыу күрһәтеп, башҡаларҙы ла үҙ ниәтен үтәүҙә ҡатнашырға саҡыра.

2. Йәһүә Ғайсаға ниндәй мөһим эш ҡушҡан?

2 Иң элек Алла үҙенең рухи Улын — Ғайсаны барлыҡҡа килтергән. Шунан Йәһүә Улына үҙенең башҡа ижади эштәрендә ҡатнашырға рөхсәт иткән (Яхъя 1:1—3, 18). Илсе Паул Ғайса тураһында бына нимә яҙған: «Күктә һәм ерҙә булған, күренгән һәм күренмәгән нәмәләрҙең [барыһы ла]... етәксе көстәр ҙә, ҡеүәттәр ҙә, башлыҡтар ҙа, хакимдар ҙа — бөтөнөһө лә Уның аша һәм Уның өсөн яратылған» (Кол. 1:15—17). Йәһүә, үҙенең Улына донъяны яратыуҙа ҡатнашырға рөхсәт итеп һәм башҡаларға уның мөһим роле тураһында һөйләп, уға ҙур хөрмәт күрһәткән.

3. Йәһүә Әҙәмде ниндәй эштәрҙә ҡатнашырға саҡырған һәм ни өсөн?

3 Йәһүә кешеләрҙе лә үҙе менән хеҙмәт-тәшлек итергә саҡырған. Мәҫәлән, ул Әҙәмгә хайуандарға атама бирергә ҡушҡан (Баш. 2:19, 20). Хайуандарҙы күҙәтеү, уларҙың үҙенсәлектәрен, ҡылыҡтарын өйрәнеү һәм уларҙың һәр бер төрөнә атама уйлап сығарыу, моғайын, бик мауыҡтырғыс шөғөл булғандыр! Әлбиттә, Йәһүә үҙе лә хайуандарға атама бирә алыр ине, ул бит уларҙы барлыҡҡа килтергән. Ләкин, Әҙәмгә быны эшләргә рөхсәт итеп, Алла уға яратыу күрһәткән. Алла шулай уҡ Әҙәмгә ожмах сиктәрен киңәйтергә мөмкинлек биргән (Баш. 1:27, 28). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әҙәм Алла менән хеҙмәттәшлек итеүҙе һайламаған һәм бының менән үҙен дә, тоҡомдарын да ҙур ғазаптарға дусар иткән (Баш. 3:17—19, 23).

4. Башҡа кешеләр, Алланың ниәтен үтәр өсөн, нисек уның менән хеҙмәттәшлек иткән?

4 Һуңыраҡ Алла башҡа кешеләрҙе лә үҙенең ниәтен үтәүҙә ҡатнашырға саҡырған. Нух ҙур кәмә төҙөгән һәм һөҙөмтәлә Туфан ваҡытында үҙе лә, ғаиләһе лә иҫән ҡалған. Муса пәйғәмбәр Израиль халҡын Мысыр ҡоллоғонан азат иткән. Йошуа Алла халҡын Вәғәҙә ителгән ергә индергән. Сөләймән Иерусалимдағы ғибәҙәтхананы төҙөгән. Ә Мәрйәм Ғайсаның әсәһе булып киткән. Был һәм башҡа тоғро кешеләр, Алланың ниәтен үтәр өсөн, уның менән хеҙмәттәшлек иткән.

5. Беҙ ниндәй эштә ҡатнаша алабыҙ? Йәһүә уны беҙҙән башҡа башҡара алыр инеме? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

5 Бөгөн Йәһүә беҙҙе, Мәсих етәкселегендәге Батшалыҡҡа булышлыҡ күрһәтер өсөн, көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләргә саҡыра. Изге хеҙмәттең күп төрҙәре бар. Уларҙың ҡайһы берҙәрендә бөтә мәсихселәр ҙә ҡатнаша алмай, әммә барыһы ла Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе иғлан итә ала. Әлбиттә, Йәһүә был эште бер үҙе лә башҡара алыр ине. Кешеләргә күктән үҙ хәбәрен еткереү уға бер ни ҙә тормай. Йәһүә хатта таштарҙы ла Мәсих-Батша тураһында һөйләтә алыр ине, тигән Ғайса (Лука 19:37—40). Әммә Йәһүә беҙгә үҙенең «хеҙмәттәштәре» булырға мөмкинлек бирә (1 Кор. 3:9). Илсе Паул: «Беҙ иһә, Алла хеҙмәтселәре булараҡ [«Алла менән бергә хеҙмәт итеп», ЯДТ], һеҙгә бүләк ителгән Алла мәрхәмәте бушҡа булмаһын, тип үтенеп һорайбыҙ», — тип яҙған (2 Кор. 6:1). Алла менән хеҙмәттәшлек итеү — бик ҙур хөрмәт һәм шатлыҡ. Ни өсөн? Быға бер нисә сәбәп бар. Әйҙәгеҙ, уларҙы ҡарап сығайыҡ.

АЛЛА МЕНӘН ХЕҘМӘТТӘШЛЕК ИТЕҮ ШАТЛЫҠ КИЛТЕРӘ

6. Алланың беренсе Улы, Атаһы менән хеҙмәттәшлек иткәндә, ниндәй хистәр кисергән?

6 Электән үк Йәһүәнең хеҙмәтселәре уның менән хеҙмәттәшлек итеүҙән шатлыҡ ала. Ғибрәтле һүҙҙәр китабының 8-се бүлегендә Алланың беренсе рухи Улы зирәклектең кәүҙәләнеше итеп тасуирлана: «Мин Йәһүәнең ижади эштәренең башланғысы... Мин уның янында оҫта һөнәрсе инем, һәр көн уның һөйөнөсө булдым. Уның ҡаршыһында һәр ваҡыт шатланып торҙом» (Ғиб. һүҙ. 8:22, 30). Атаһы менән хеҙмәттәшлек итеп, Ғайса ҙур шатлыҡ кисергән, сөнки күп төрлө эштәр башҡарған һәм Йәһүәнең һөйөүен һиҙгән. Ә беҙҙең турала нимә әйтеп була?

Кешеләрҙе хәҡиҡәткә өйрәтеүҙән дә күберәк шатлыҡ килтергән берәй нәмә бармы? (7-се абзацты ҡарағыҙ.)

7. Ни өсөн вәғәз эше беҙгә шатлыҡ килтерә?

7 Ғайса, кеше алыуҙа һәм биреүҙә бәхет таба, тип әйткән (Ғәм. 20:35). Хәҡиҡәтте тапҡас, беҙ бик шатландыҡ, хәҙер уның тураһында башҡаларға һөйләү беҙгә шулай уҡ ҙур шатлыҡ килтерә. Башҡаларҙы Изге Яҙма менән таныштырғанда, беҙ рухи нәмәләргә һыуһаған кешеләрҙе осратабыҙ. Изге Яҙманың тәғлимәттәрен аңлай башлағас һәм Алла менән мөнәсәбәттәр үҫтерә башлағас, уларҙың йөрәктәре иҫ киткес шатлыҡ менән тула. Уларҙың фекер йөрөтөүҙәрен һәм йәшәү рәүештәрен үҙгәртеүен күреү беҙҙе бик һөйөндөрә. Шул саҡта беҙ вәғәз эшенең үтә мөһим икәнен аңлайбыҙ. Был эш ярҙамында Алла менән татыулашҡан кешеләр өсөн мәңге йәшәү мөмкинлеге асыла (2 Кор. 5:20). Кешеләргә мәңгелек тормошҡа юлды табырға ярҙам иткән эштән тыш тағы ниндәй эш шул тиклем күп шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек килтерә алһын?!

8. Йәһүә менән хеҙмәттәшлек килтергән шатлыҡ тураһында ҡайһы берәүҙәр нимә әйтә?

8 Кешеләрҙең һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул итеүҙәре шатлыҡ килтерһә лә, беҙ шулай уҡ Йәһүәнең беҙҙе хуплауын белеүҙән ҙур кинәнес табабыҙ. Ул хеҙмәттә һалған бөтә тырышлыҡтарыбыҙҙы ҡәҙерләй. (1 Коринфтарға 15:58-ҙе уҡығыҙ.) Италияла йәшәүсе Марко исемле ағай-ҡәрҙәш: «Үҙемдә булғандың иң яҡшыһын ваҡыт уҙыу менән тырышлыҡтарымды онотҡан ниндәйҙер кеше өсөн түгел, ә Йәһүә өсөн биреү миңә сикһеҙ шатлыҡ килтерә», — ти. Шулай уҡ Италияла хеҙмәт итеүсе Франко исемле башҡа ағай-ҡәрҙәш, Марконың һүҙҙәрен йөпләп, былай ти: «Йәһүә үҙенең Һүҙе һәм башҡа рухи хазиналар аша көн һайын беҙҙе яратыуын һәм, уның өсөн башҡарған эштәребеҙ беҙгә бер ни түгел һымаҡ тойолһа ла, уларҙы мөһим тип һанауын иҫебеҙгә төшөрөп тора. Бына ни өсөн Алла менән хеҙмәттәшлек итеү тормошомдо шатлыҡлы һәм мәғәнәле итә».

АЛЛА МЕНӘН ХЕҘМӘТТӘШЛЕК ИТЕҮ УҒА ҺӘМ БАШҠАЛАРҒА ЯҠЫНАЙТА

9. Йәһүә менән Ғайса араһында ниндәй мөнәсәбәттәр булған, һәм ни өсөн?

9 Яратҡан кешеләребеҙ менән бергә хеҙмәттәшлек итеү беҙҙе уларға яҡынлаштыра һәм уларҙың холҡон, сифаттарын яҡшыраҡ белергә ярҙам итә. Беҙ уларҙың нимә эшләргә теләгәндәрен генә түгел, ә быны нисек эшләргә йыйынғандарын да белә алабыҙ. Ғайса Йәһүә менән бергә, күрәһең, миллиардлаған йылдар буйына хеҙмәттәшлек иткән. Был ваҡыт эсендә улар бер-береһен бик яҡын күрә башлаған, һәм улар араһында көслө, ҡаҡшамаҫ яратыу тойғоһо үҫкән. Мөнәсәбәттәренең ни тиклем яҡын булыуын тасуирлап, Ғайса: «Мин һәм Ата — бербеҙ», — тип әйткән (Яхъя 10:30). Улар һәр саҡ бик татыу һәм берҙәм рәүештә хеҙмәттәшлек иткән.

10. Ни өсөн вәғәз эшендә ҡатнашыу беҙҙе Аллаға һәм башҡаларға яҡынайта?

10 Доғала Ғайса Йәһүәнән шәкерттәрен һаҡлауын үтенгән. Ни өсөн? Ул доғала былай тигән: «Беҙ бер булған кеүек, улар ҙа бер булһындар өсөн» (Яхъя 17:11). Тормошобоҙҙо Алланың ҡанундарына яраҡлаштырғанда һәм вәғәз эшендә ҡатнашҡанда, беҙ уның ғәжәп сифаттарын тағы ла яҡшыраҡ аңлайбыҙ. Ни өсөн уға таяныу һәм уның етәкселеге буйынса эш итеү аҡыллы икәнлегенә төшөнәбеҙ. Аллаға яҡынлашҡан һайын, ул да беҙгә яҡынлаша. (Яҡуб 4:8-ҙе уҡығыҙ.) Беҙ шулай уҡ ҡәрҙәштәр менән яҡынаябыҙ, сөнки беҙҙең маҡсаттарыбыҙ, ҡайғы-шатлыҡтарыбыҙ уртаҡ. Эйе, беҙ бергә хеҙмәттәшлек итәбеҙ, бергә шатланабыҙ һәм ауырлыҡтарҙы бергә кисерәбеҙ. Британияла йәшәүсе Октейвия апай-ҡәрҙәш былай ти: «Йәһүә менән хеҙмәттәшлек итеү мине ҡәрҙәштәргә яҡынайта. Беҙҙе бер-беребеҙгә күңел ятыу ғына түгел, ә уртаҡ маҡсаттар һәм ынтылыштар дуҫлаштыра». Әллә һеҙ ҙә шундай уҡ тойғолар кисермәйһегеҙме? Башҡаларҙың Йәһүәне һөйөндөрөргә тырышыуы һеҙҙе уларға яҡынайтмаймы?

11. Ни өсөн беҙ яңы донъяла Йәһүәгә һәм ҡәрҙәштәргә тағы ла яҡыныраҡ булып китәсәкбеҙ?

11 Аллаға һәм ҡәрҙәштәргә ҡарата яратыуыбыҙ әлеге ваҡытта көслө булырға мөмкин, әммә ғәҙел яңы донъяла ул тағы ла көслөрәк булып китәсәк. Беҙҙе алда нимә көтөүен күҙ алдына ғына килтереп ҡарағыҙ! Терелтелгән кешеләрҙе ҡаршы алып, уларҙы Йәһүә юлдарына өйрәтергә, шулай уҡ ерҙе ожмахҡа әйләндерергә кәрәк буласаҡ. Беҙҙе ғәйәт ҙур эштәр көтә! Ағай- һәм апай-ҡәрҙәштәр менән иңгә-иң терәп хеҙмәт итеү ниндәй күңелле буласаҡ! Мәсих етәкселегендәге Батшалыҡ идараһы аҫтында кешеләр яйлап камиллыҡҡа өлгәшәсәк. Улар бер-береһенә һәм «һәр тере йәндең теләген [мотлаҡ] ҡәнәғәтләндерәсәк» Аллаға тағы ла яҡыныраҡ булып китәсәк (Зәб. 145:16).

АЛЛА МЕНӘН ХЕҘМӘТТӘШЛЕК ИТЕҮ ЯҠЛАЙ

12. Вәғәз эше беҙҙе нисек яҡлай?

12 Беҙгә рухилығыбыҙҙы яҡлап торорға кәрәк. Шайтан Иблис хакимлығында ятҡан донъяла йәшәгәнгә һәм камил булмағанға, был донъяға хас булған фекер йөрөтөүҙе һәм тәртипте үҙләштереү бик еңел. Донъяның рухын көслө йылға ағымы менән сағыштырып була. Ағым беҙҙе беҙ теләмәгән яҡҡа алып китмәһен өсөн, бөтә көсөбөҙгә уға ҡаршы йөҙөргә кәрәк. Шуның шикелле, Шайтан донъяһының рухы беҙҙе икенсе яҡҡа алып китмәһен өсөн, бөтә тырышлығыбыҙҙы һалып уға ҡаршы торорға кәрәк. Башҡаларға вәғәзләгәндә, беҙ иғтибарыбыҙҙы иманды ҡаҡшата алған нәмәләргә түгел, ә мөһим һәм файҙалы рухи нәмәләргә туплайбыҙ (Флп. 4:8). Вәғәз эшендә ҡатнашыу беҙгә тәүәккәллек өҫтәй, Алланың вәғәҙәләрен һәм ғәҙел нормаларын иҫебеҙгә төшөрә, шулай уҡ рухи хәрби кейемдәребеҙҙе яҡшы хәлдә һаҡларға ярҙам итә. (Ефестарға 6:14—17-те уҡығыҙ.)

13. Австралиянан бер ҡәрҙәш вәғәз эшенә нисек ҡарай?

13 Вәғәз һәм башҡа рухи эштәр менән мәшғүл булыу беҙҙең өсөн яҡлау булып тора, сөнки проблемаларыбыҙ арҡаһында сиктән тыш борсолорға ваҡыт ҡалмай. Австралияла йәшәүсе Джоуэл исемле ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Вәғәз эше миңә тормошҡа айыҡ ҡараш һаҡларға ярҙам итә. Мин кешеләрҙең ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡанын күрәм һәм Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланыу миңә ниндәй файҙа килтергәнен тағы ла асығыраҡ аңлайым. Вәғәздә ҡатнашыу миңә баҫалҡы булып ҡалырға, Йәһүәгә таянырға һәм имандаштарыма ышанырға ярҙам итә».

14. Ни өсөн вәғәз эшен дауам итеүебеҙ беҙҙең менән Алла рухы булыуын күрһәтә?

14 Вәғәз эшендә ҡатнашыу шулай уҡ Алланың беҙгә изге рух биреп тороуына ышанысыбыҙҙы ла нығыта. Әйтәйек, һеҙгә үҙегеҙ йәшәгән ерҙәге кешеләргә тәмле һәм туҡлыҡлы икмәк таратырға тәҡдим иттеләр, ти. Һеҙгә эшегеҙ өсөн дә түләмәйҙәр, сығымдарығыҙҙы ла ҡапламайҙар. Унан да бигерәк, тиҙҙән һеҙ шуны аңлайһығыҙ: күпселек кеше икмәк алырға теләмәй, ә ҡайһы берәүҙәр хатта һеҙҙе уны таратып йөрөгән өсөн нәфрәт итә. Был эште ни тиклем оҙаҡ башҡара алыр инегеҙ? Кешеләрҙең тиҫкәре мөнәсәбәте арҡаһында һеҙ, бәлки, төшөнкөлөккә бирелеп, эште артабан дауам итер өсөн эске көс тапмаҫ инегеҙ. Ләкин күптәребеҙ йылдан-йыл, рәхмәтһеҙ кешеләрҙең мыҫҡыллап көлөүенә ҡарамаҫтан, үҙ иҫәбенә вәғәздә ҡатнашыуын дауам итә. Әллә был беҙгә Алла рухы тәьҫир иткәнен иҫбатламаймы?

АЛЛА МЕНӘН ХЕҘМӘТТӘШЛЕК ИТЕҮ УНЫ ҺӘМ БАШҠАЛАРҘЫ ЯРАТЫУҘЫ КҮРҺӘТӘ

15. Һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү нисек Йәһүәнең кешелеккә ҡарата ниәте менән бәйле?

15 Һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү Йәһүәнең кешелеккә ҡарата ниәтенең үтәлеүенә нисек булышлыҡ итә? Йәһүә кешеләрҙең ерҙә мәңге йәшәүҙәрен теләгән. Әҙәм гонаһ ҡылған булһа ла, Алланың ниәте үҙгәрмәгән (Ишағ. 55:11). Йәһүә кешеләрҙе гонаһ һәм үлем ҡоллоғонан ҡотҡарыр өсөн саралар күргән. Алланың шул ниәте буйынса, Ғайса, ергә килеп, Аллаға тыңлаусан кешеләр өсөн ғүмерен ҡорбан иткән. Әммә тыңлаусан булыр өсөн, кешеләр Алла үҙҙәренән нимә талап иткәнен аңларға тейеш. Шуға күрә Ғайса уларҙы Алла ҡанундарына өйрәткән һәм үҙенең шәкерттәренә лә шуны уҡ эшләргә ҡушҡан. Кешеләргә Алла менән татыулашырға ярҙам итеп, беҙ туранан-тура Алла ниәтенең үтәлешендә ҡатнашабыҙ, ә уның ниәте — кешелекте гонаһ менән үлемдән ҡотҡарыу.

16. Вәғәз эше нисек Алланың иң мөһим әмерҙәре менән бәйле?

16 Башҡаларға мәңгелек тормош юлынан барырға ярҙам итеп, беҙ «бөтөн кешеләрҙең дә ҡотолоуын һәм хәҡиҡәтте таныуын телә[гән]» Аллаға һәм кешеләргә яратыу күрһәтәбеҙ (1 Тим. 2:4). Бер фарисей Ғайсанан, Израиль халҡына бирелгән Ҡанунда ҡайһы әмер иң мөһиме, тип һорағас, ул былай тип яуап биргән: «„Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең һәм бөтә аҡылың менән ярат“... Был беренсе һәм иң мөһим әмер. Икенсеһе лә шундай уҡ: „Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат“» (Мат. 22:37—39). Вәғәз эшендә ҡатнашып, беҙ ошо әмерҙәргә буйһоноуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. (Ғәмәлдәр 10:42-не уҡығыҙ.)

17. Вәғәздә ҡатнашыу хөрмәтенә эйә булыуығыҙ хаҡында уйлағанда, һеҙ нимә хис итәһегеҙ?

17 Йәһүә беҙҙе шул тиклем фатихалаған! Ул биргән эш беҙгә шатлыҡ килтерә, беҙҙе уға һәм башҡаларға яҡынлаштыра һәм рухи яҡтан яҡлай. Был эш шулай уҡ Аллаға һәм яҡындарыбыҙға яратыу күрһәтергә мөмкинлек бирә. Бөтә донъя буйынса йәшәгән Алла хеҙмәтселәренең шарттары бик ныҡ айырылып тора. Әммә уларҙың бөтәһе лә — йәштәр һәм ололар, байҙар һәм ярлылар, көслөләр һәм көсһөҙҙәр — башҡаларға үҙ имандары хаҡында һөйләр өсөн юлдар эҙләп таба. Һеҙ, моғайын, Францияла йәшәүсе Шантель исемле апай-ҡәрҙәш менән ризалашырһығыҙ. Ул былай ти: «Ғаләмдәге иң ҡеүәтле Шәхес, бөтә нәмәне Барлыҡҡа Килтереүсе, бәхетле Алла, асылда, миңә: „Бар, минең хаҡта һөйлә! Һүҙҙәрең йөрәктән сыҡһын. Мин һиңә көс, үҙ Һүҙемде — Изге Яҙманы, ярҙамға күктән фәрештәләр, хеҙмәттәшлек итергә ерҙә кешеләр бирәм. Мин һине өйрәтәм һәм үҙ ваҡытында етәкселек бирәм“, — тип әйтә. Йәһүә ҡушҡандарҙы башҡарыу һәм уның менән хеҙмәттәшлек итеү — ифрат ҙур хөрмәт!»