Аллаһы Тәғәләнең бүләктәренә мәңге кинәнегеҙ
Аллаһы Тәғәлә Ибраһим пәйғәмбәргә, «Тоҡомоң аша фатиха аласаҡ ерҙәге бөтә халыҡтар», тип вәғәҙә иткән (Башланмыш 22:18). Ул тоҡом кем ул?
Яҡынса 2000 йыл элек Алла Ибраһимдың тоҡомо булған Ғайса пәйғәмбәргә бөйөк мөғжизәләр ҡылырға көс биргән. Шул мөғжизәләр Ибраһимға бирелгән вәғәҙә Ғайса пәйғәмбәр аша үтәләсәген күрһәткән (Галаттарға 3:14).
Ғайса пәйғәмбәрҙең мөғжизәләре кешеләргә Алланың бөтә кешелекте фатихалар өсөн тап уны һайлағанын күрергә ярҙам иткән. Улар шулай уҡ Хоҙайҙың киләсәктә кешеләргә ниндәй бүләктәр бирәсәген күрһәткән. Ул мөғжизәләрҙең нисек итеп Ғайса пәйғәмбәрҙең күркәм сифаттарын асҡанына иғтибар итегеҙ.
Изгелекле. Ғайса пәйғәмбәр ауырыуҙарҙы һауыҡтырған.
Бер көндө махау сирле кеше Ғайсанан: «Әгәр теләһәң, мине таҙарта алыр инең», — тип үҙен һауыҡтырыуын һораған. Ғайса уға ҡағылған да: «Эйе, теләйем. Таҙарын!» — тигән. Сирленең махауы шунда уҡ бөткән (Марк 1:40—42).
Йомарт. Ғайса пәйғәмбәр астарҙы ашатҡан.
Ғайса кешеләрҙең аслыҡтан интегеүен теләмәгән. Кәм тигәндә ике тапҡыр Ғайса мөғжизәле рәүештә меңәрләгән кешене ни бары бер нисә икмәк һәм балыҡ менән ашатҡан (Матфей 14:17—21; 15:32—38). Ашарға шул тиклем күп булған, хатта бөтәһе лә туйғансы ашағандан һуң, әллә күпме ризыҡ тороп ҡалған.
Йәлләүсән. Ғайса пәйғәмбәр үлгәндәрҙе терелткән.
Бер көндө бер тол ҡатындың берҙән-бер улы үлгән. Уның үҙен ҡайғыртырлыҡ башҡа бер кеме лә булмаған. Ғайса, ҡайғыға батҡан ҡатынды «йәлләп», уның улын терелткән (Лука 7:12—15).