Изге Яҙмала нимә әйтелә?
Беҙ ысынлап та «ахырызаман» ваҡытында йәшәйбеҙме?
Һеҙ нисек яуап бирер инегеҙ?
Эйе
Юҡ
Бәлки
Изге Яҙмала нимә әйтелә?
«Ахырызаман килгәндә ауыр ваҡыттар етер» (2 Тимофейға 3:1). Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәр ҙә, хәҙерге ваҡиғалар ҙа беҙҙең «ахырызаман» ваҡытында йәшәүебеҙҙе иҫбатлай.
Изге Яҙманан тағы нимә белеп була?
Ахырызаман ваҡытында һуғыштар, аслыҡ, ер тетрәүҙәр һәм йоғошло сирҙәр хөкөм һөрәсәк (Матфей 24:3, 7; Лука 21:11).
Ахырызаман ваҡытында кешелек йәмғиәтендә әхлаҡи һәм рухи тарҡалыу күҙәтеләсәк (2 Тимофейға 3:2—5).
Киләсәктә кешеләрҙе нимә көтә?
Ҡайһы берәүҙәр уйлауынса, ахырызаман Ерҙең һәм ерҙә йәшәгән бөтә кешеләрҙең юҡ ителеүе менән тамамланасаҡ. Башҡалар иһә, донъялағы хәл яҡшырыр, тип өмөтләнә. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Изге Яҙмала нимә әйтелә?
«Тәҡүәләр ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм унда мәңге йәшәйәсәк» (Зәбур 37:29).
Изге Яҙманан тағы нимә белеп була?
Ахырызаман бөтә яуызлыҡтың юҡ ителеүе менән тамамланасаҡ (1 Яхъя 2:17).
Бөтә ер йөҙө ожмахҡа әйләнәсәк (Ишағыя 35:1, 6).