Алла ишетһен өсөн, нисек доға ҡылырға?
Йәһүә Алла — «Доғаларҙы тыңлаусы» (Зәбур 65:2). Беҙ уның менән һәр ерҙә, һәр ҡасан эстән йә ҡысҡырып һөйләшә алабыҙ. Йәһүә беҙҙең үҙенә «Атабыҙ» тип өндәшеүебеҙҙе теләй, һәм ул ысынлап та — иң яҡшы Атай (Матфей 6:9). Яратыу менән Йәһүә беҙҙе дөрөҫ итеп доға ҡылырға өйрәтә.
ЙӘҺҮӘ АЛЛАҒА ҒЫНА ДОҒА ҠЫЛЫҒЫҘ
«Минән башҡа һис ниндәй илаһтарығыҙ булмаһын. Үҙеңә күктә, ерҙә йә һыуҙа булған нәмәләрҙең боттарын йәки һүрәттәрен яһама» (Сығыш 20:3, 4).
Был һүҙҙәрҙән ап-асыҡ күренеүенсә, Йәһүә беҙҙең үҙенә һүрәттәр, изгеләр, фәрештәләр, үлгән ата-бабалар аша доға ҡылыуыбыҙҙы теләмәй. Бынан тыш, Алла вәғәҙә ителгән Мәсихте гонаһтарыбыҙ өсөн үлһен тип ергә ебәргәнгә күрә, беҙгә, Ғайса Мәсихтең мөһим ролен танып, Аллаға уның исеме хаҡына мөрәжәғәт итергә кәрәк. «Минең аша үтеп кенә Атам янына барып була», — тип әйткән Ғайса (Яхъя 14:6).
ЫСЫН КҮҢЕЛДӘН ДОҒА ҠЫЛЫҒЫҘ
«Уға күңелдәрегеҙҙе бушатығыҙ» (Зәбур 62:8).
Йәһүәгә доға ҡылғанда, беҙгә уның менән хәстәрлекле атай менән һөйләшкән кеүек һөйләшергә кәрәк. Доғаны доғалыҡтан уҡыр йә яттан әйтер урынына, беҙ уның менән ихтирамлы, ихлас һөйләшергә тейеш.
АЛЛАНЫҢ ИХТЫЯРЫ БУЙЫНСА ДОҒА ҠЫЛЫҒЫҘ
«Беҙ Алланың ихтыяры буйынса ниҙер һорайбыҙ икән, Ул беҙҙе ишетә» (1 Яхъя 5:14).
Изге Яҙмала Йәһүә Алла беҙҙең өсөн нимә эшләйәсәген һәм беҙҙең уның өсөн нимә эшләүебеҙҙе теләгәнен әйтә. Алла доғаларыбыҙҙы ҡабул итһен өсөн, беҙгә «Алланың ихтыяры буйынса» доға ҡылырға кәрәк. Бының өсөн беҙгә, Изге Яҙманы өйрәнеп, Алланы яҡшыраҡ белергә кәрәк. Шулай эшләһәк, беҙҙең доғаларыбыҙ уның күңеленә хуш килер.
НИМӘ ТУРАҺЫНДА ДОҒА ҠЫЛЫП БУЛА?
Ихтыяждарығыҙ хаҡында доға ҡылығыҙ. Беҙ Аллаға көндәлек ихтыяждарыбыҙ — ризыҡ, кейем һәм йәшәр урын тураһында доға ҡыла алабыҙ. Шулай уҡ дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итер өсөн зирәклек һәм һынауҙарҙы кисереп сығыр өсөн көс һорап доға ҡылырға була. Тағы ла Алланан иман биреүен, гонаһтарыбыҙҙы кисереүен һәм ярҙам итеүен һорап доға ҡыла алабыҙ (Лука 11:3, 4, 13; Яҡуб 1:5, 17).
Башҡалар тураһында доға ҡылығыҙ. Хәстәрлекле ата-әсәләр балаларының бер-береһен яратҡанын күреп ҡыуана. Йәһүә лә ерҙәге балаларының бер-береһе хаҡында ҡайғыртыуын теләй. Тормош иптәшебеҙ, туғандар, балалар, дуҫтарыбыҙ тураһында доға ҡылыу урынлы. Инжилдә: «Бер-берегеҙ өсөн доға ҡылығыҙ», — тип яҙылған (Яҡуб 5:16).
Рәхмәттәр әйтегеҙ. Барлыҡҡа килтереүсебеҙ тураһында Изге Яҙмала, «ваҡытында күктәрҙән ямғыр яуҙырып, мул уңыш биреп, һеҙҙе ризыҡ менән тәьмин итте һәм йөрәктәрегеҙҙе ҡыуаныс менән тултырҙы», тип әйтелә (Ғәмәлдәр 14:17). Алланың беҙҙең өсөн эшләгән бөтә эштәре хаҡында уйлағанда, уға доғала рәхмәттәр әйтергә теләк тыуа. Әлбиттә, Аллаға рәхмәтле булыуыбыҙҙы шулай уҡ үҙебеҙҙең тормош рәүешебеҙ менән дә күрһәтергә кәрәк (Колосстарға 3:15).
САБЫРЛЫҠ МЕНӘН ДОҒА ҠЫЛЫУЫҒЫҘҘЫ ДАУАМ ИТЕГЕҘ
Ҡай саҡта беҙ ихлас доғаларыбыҙға шунда уҡ яуап алмағанға бойоғоп китергә мөмкин. Беҙ, Алла беҙҙең менән ҡыҙыҡһынмай, тигән һығымтаға килергә тейешме? Һис тә юҡ! Беҙгә ни бары доға ҡылыуыбыҙҙы дауам итергә генә кәрәк. Был киләһе миҫалдарҙан күренә.
Тәүге мәҡәләлә иҫкә алынған Стив былай тип таный: «Доға ҡылыуымды дауам итмәгән булһам, өмөтөм күптән инде өҙөлгән булыр ине». Ни өсөн уның ҡарашы үҙгәргән? Ул Изге Яҙма өйрәнә башлаған һәм ныҡышмалыҡ менән доға ҡылырға кәрәклеге тураһында белгән. «Доға ҡылып, Аллаға ҡәҙерле дуҫтарым күрһәткән бөтә ярҙам өсөн рәхмәттәр әйтәм, — ти Стив. — Хәҙер мин бер ҡасан да булмағанса бәхетлемен».
Ә үҙен Алланың ишетеүенә лайыҡ түгел тип һанаған Дженни тураһында нимә әйтеп була? «Үҙемде иң ныҡ кәрәкһеҙ итеп тойған сағымда Аллаға, ни өсөн үҙемде шулай хис итеүемде аңларға ярҙам ит, тип ялбарҙым», — ти ул. Был уға нисек ярҙам иткән? «Алла менән һөйләшеү киңерәк ҡарарға, йөрәгем мине хөкөм итһә лә, Алланың хөкөм итмәгәнен күрергә ярҙам итте. Был миңә шулай уҡ бирешмәҫкә, артабан йәшәргә көс бирҙе, — тип һөйләй ул. — Доға ярҙамында мин Йәһүәнең яратҡан, хәстәрле Алла, Атай һәм Дуҫ икәнен күрҙем. Мин уның теләгәнен эшләргә тырышҡан саҡта, ул гел янымда һәм ярҙам итеп тора».
Шулай уҡ Изабел исемле ҡатындың миҫалын ҡарайыҡ. Ул ауырлы булған саҡта, табиптар уға балаһының етди кәмселектәр менән тыуасағы тураһында әйткән. Ул ныҡ ҡайғырған. Ҡайһы берәүҙәр уға хатта аборт яһатырға кәңәш иткән. «Күңелем шул тиклем әрнене, хатта үҙемде үлеп барған кеүек хис иттем», — ти Изабел. Ул нимә эшләгән? «Алланан ярҙам һорап, ҡат-ҡат доға ҡылдым», — ти ул. Бер аҙҙан уның улы Джерард тыуған. Ул зәғиф булып тыуған. Изабел Алланың үҙ доғаларына яуап биргәнен тойғанмы? Эйе! Нисек итеп? «14 йәше тулған улымдың зәғифлегенә ҡарамаҫтан тормошҡа шатланғанын күргәндә, ул — минең доғаларыма иң яҡшы яуап, Йәһүә Алла биргән иң ҙур фатиха, тип уйлайым», — ти Изабел.
Бындай эскерһеҙ һүҙҙәр мәҙхиә йырлаусының һүҙҙәрен иҫебеҙгә төшөрә: «Һин, эй Йәһүә, йыуаштарҙың үтенесен ишетерһең. Һин уларҙың йөрәктәрен ҡаҡшамаҫ итерһең һәм уларҙы иғтибар менән тыңларһың» (Зәбур 10:17). Өҙлөкһөҙ доға ҡылыр өсөн ниндәй яҡшы сәбәп!
Изге Яҙмала Ғайса пәйғәмбәрҙең күп кенә доғалары яҙылған. Уларҙың иң билдәлеһе — шәкерттәренә өйрәткән доға. Был доғанан нимәгә өйрәнеп була?