Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

18-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

65-СЕ ЙЫР Алға бар!

Егеттәр, Марк менән Тимәтиҙән өлгө алығыҙ!

Егеттәр, Марк менән Тимәтиҙән өлгө алығыҙ!

«Үҙең менән бергә Маркты ла алып кил, ул миңә хеҙмәтемдә ярҙам итә алыр» (2 ТИМ. 4:11).

ТӨП ФЕКЕР

Йыйылыштағы йәш егеттәр башҡаларға тағы ла яҡшыраҡ хеҙмәт итер өсөн, Марк менән Тимәтиҙән нимәгә өйрәнә ала?

1, 2. Марк менән Тимәтигә Аллаға күберәк хеҙмәт итергә нимә ҡамасаулай алған?

 ЙӘШ ир ҡәрҙәштәр, һеҙ Йәһүә өсөн күберәкте эшләргә һәм йыйылышығыҙҙа имандаштарығыҙға ашҡынып ярҙам итергә теләйһегеҙме? Беҙ быға бер ҙә шикләнмәйбеҙ. Башҡаларға ярҙам итергә әҙер торған йәш ирҙәрҙең булыуы бик яҡшы! (Зәб. 109:3). Әммә һеҙҙе нимәлер тотҡарларға мөмкин. Мәҫәлән, билдәһеҙлектән ҡурҡыу. Бәлки, мин булдыра алмам, тип уйлайһығыҙҙыр, шуға күрә ниндәйҙер йөкләмәләрҙән баш тартаһығыҙҙыр. Ысынында, шундай хистәр күптәргә таныш.

2 Марк менән Тимәти ҙә, моғайын, үҙгәрештәрҙән ҡурҡҡандыр һәм ниндәйҙер йөкләмәләр башҡарыр өсөн үҙҙәрен яраҡһыҙ тип уйлағандыр. Шулай булһа ла, улар, башҡаларға хеҙмәт итер өсөн, үҙ ҡурҡыуҙарын еңгән. Пауыл менән Барнаб Маркты беренсе миссионер сәйәхәтенә саҡырғанда, ул, күрәһең, әсәһе менән ҙур йортта, уңайлы шарттарҙа йәшәгән (Илс. 12:12, 13, 25). Ләкин Марк, Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итер өсөн, туған ерҙәрен ҡалдырып китергә ризалашҡан. Тәүҙә ул Антиухияға күсенгән, шунан һуң Пауыл һәм Барнаб менән башҡа йыраҡ ерҙәрҙә хеҙмәт иткән (Илс. 13:1—5). Пауыл Тимәтиҙе үҙе менән хеҙмәткә саҡырғанда, Тимәти, моғайын, шулай уҡ ата-әсәһе менән йәшәгәндер. Ул йәш һәм тәжрибәһеҙ булған, шуға күрә ҡәрҙәштәренең өмөттәрен аҡлай алмаҫмын, тип борсолғандыр (1 Кәринттәргә 16:10, 11-ҙе 1 Тимәти 4:12 менән сағыштырығыҙ.) Ләкин ул был ҡурҡыуҙарға үҙен туҡтатырға юл ҡуймаған һәм Пауылға эйәреп киткән. Һөҙөмтәлә Тимәти өсөн ҡыҙыҡлы һәм тулы мәғәнәле тормош башланған (Илс. 16:3—5).

3. а) Пауылдың Марк менән Тимәтиҙе яратҡанын беҙ ҡайҙан беләбеҙ? (2 Тимәтигә 4:6, 9, 11). (Рәсемдәрҙе лә ҡарағыҙ.) б) Был мәҡәләлә ниндәй һорауҙар ҡаралыр?

3 Марк һәм Тимәти йәш саҡтарында уҡ йыйылыштағы яуаплы йөкләмәләрҙе үтәргә өйрәнгән. Пауыл был йәш ирҙәрҙе бик ҡәҙерләгән, хатта үлеме алдынан уларҙы үҙе янына килергә саҡырған. (2 Тимәтигә 4:6, 9, 11-ҙе уҡығыҙ.) Ни өсөн Пауыл Марк менән Тимәтиҙе яратҡан? Йәш ҡәрҙәштәр, Марк менән Тимәтигә оҡшаш булыр өсөн, ниндәй сифаттар үҫтерә ала? Пауылдың атайҙарса биргән кәңәше егеттәргә нисек ярҙам итер?

Марк менән Тимәти йәш саҡтан уҡ яуаплы йөкләмәләр башҡарған. Пауыл ул ҡәрҙәштәрҙе бик яратҡан. (3-сө абзацты ҡарағыҙ.) c


МАРКТАН ӨЛГӨ АЛЫҒЫҘ — БАШҠАЛАРҒА ТЫРЫШЫП ХЕҘМӘТ ИТЕГЕҘ

4, 5. Марктың башҡаларға хеҙмәт итергә теләгәне нимәнән күренә?

4 Бер белешмә буйынса, башҡаларға хеҙмәт итеү уларға тырышып ярҙам итеүҙе һәм еңел булмағанда ла быны дауам итеүҙе аңлата. Марк был яҡтан иҫ киткес үрнәк ҡалдырған. Пауыл уны икенсе миссионер сәйәхәтенә үҙе менән алмағас, ул, бәлки, үпкәләгәндер һәм бойоҡҡандыр (Илс. 15:37, 38). Ләкин Марк шул арҡала имандаштарына хеҙмәт итеүҙән туҡтағанмы? Юҡ, туҡтамаған.

5 Марк үҙенең ике туған ағаһы Барнаб менән хеҙмәтен дауам иткән. Ә һуңыраҡ, 11 йыл үткәс, Пауыл Римда өйҙә һаҡ аҫтында булғанда, Марк уның янында булған һәм уға ярҙам иткән (Флм. 23, 24). Пауыл Маркка бик рәхмәтле булған һәм уның тураһында: «Миңә күңел йыуанысы булды», — тип яҙған (Кол. 4:10, 11).

6. Маркка тәжрибәле мәсихселәр менән хеҙмәт итеү ниндәй файҙа килтергән? (Төшөрмәне лә ҡарағыҙ.)

6 Марк, рухи яҡтан етлеккән мәсихселәр менән хеҙмәт итеп, күп нәмәгә өйрәнгән. Ул Римда Пауыл янында бер ни тиклем булғандан һуң Бабилға илсе Петер янына киткән. Улар шул тиклем яҡын дуҫтар булып киткән, хатта Петер уны «улым Марк» тип атаған (1 Пет. 5:13). Моғайын, Петер үҙенең йәш дуҫына Ғайсаның тормошо һәм хеҙмәте тураһында ҡыҙыҡлы осраҡтар һөйләгәндер. Бөгөн беҙ уларҙы Марк бәйән иткән һөйөнөслө хәбәр китабынан уҡый алабыҙ a.

7. Марктың миҫалы Сон У ҡәрҙәшкә ҡайһы яҡтан ярҙам иткән? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

7 Марк башҡаларға тырышып ярҙам иткән һәм рухи яҡтан етлеккән ҡәрҙәштәр менән хеҙмәттәшлек иткән. Һеҙ, егеттәр, унан нимәгә өйрәнә алаһығыҙ? Әгәр һин күберәк хеҙмәт итергә, мәҫәлән, хеҙмәт ярҙамсыһы йә аҡһаҡал булып китергә теләһәң, әммә әлегә талаптарға тура килмәһәң, бойоҡма. Артабан да Йәһүә өсөн ҡулыңдан килгәнде эшлә һәм имандаштарыңа ярҙам итер өсөн мөмкинлектәр эҙлә. Аҡһаҡал булып хеҙмәт иткән Сон У b ир ҡәрҙәш тап шулай эш иткән дә. Йәшерәк булғанда ул үҙен тиңдәштәре менән сағыштырған. Уларҙың ҡайһы берҙәренә йөкләмәләр биргәндәр, ә уға — юҡ. Был Сон У ҡәрҙәште рәнйеткән. Ул үҙ хистәрен аҡһаҡалдарға һөйләгән. Уларҙың береһе уға, ҡайһы саҡта игелекле эштәрең иғтибарһыҙ ҡалһа ла, башҡалар өсөн яҡшылыҡ эшлә, тигән кәңәш биргән. Сон У ҡәрҙәш был кәңәшкә ҡолаҡ һалған һәм оло йәштәге ҡәрҙәштәрҙе машинала йыйылыш осрашыуҙарына йөрөтөргә тәҡдим иткән. Үткәндәргә әйләнеп ҡарап, ул былай ти: «Башҡаларға хеҙмәт итеүҙең нимә икәнен мин яҡшыраҡ аңланым. Ҡәрҙәштәремә ярҙам итеп мин ҙур шатлыҡ тойҙом».

Йәш егеттәргә рухи яҡтан етлеккән ир ҡәрҙәштәр менән ваҡыт үткәреү ни өсөн файҙалы? (7-се абзацты ҡарағыҙ.)


ТИМӘТИҘӘН ӨЛГӨ АЛЫҒЫҘ —БАШҠАЛАР ХАҠЫНДА ҠАЙҒЫРТЫҒЫҘ

8. Ни өсөн Пауыл үҙенең хеҙмәттәше итеп Тимәтиҙе һайлаған? (Филипиҙарға 2:19—22).

8 Пауылға ҡыйыу хеҙмәттәштәр кәрәк булған, сөнки ҡасандыр көслө ҡаршылыҡ булған ергә һәр кемде алып барып булмай бит. Тәүҙә Пауыл Силас исемле тәжрибәле мәсихсене һайлаған (Илс. 15:22, 40). Ә шунан һуң ул Тимәтигә лә үҙе менән барырға тәҡдим иткән. Ни өсөн ул Тимәтиҙе һайлаған? Беренсенән, Тимәти яҡшы абруй ҡаҙанған (Илс. 16:1, 2). Ә икенсенән, ул кешеләр хаҡында эскерһеҙ ҡайғыртҡан. (Филипиҙарға 2:19—22-не уҡығыҙ.)

9. Тимәтиҙең имандаштары хаҡында эскерһеҙ ҡайғыртыуы нимәнән күренә?

9 Тимәти Пауыл менән хеҙмәт итә башлағанда уҡ башҡаларҙың именлеге уның өсөн үҙенекенән мөһимерәк икәнен күрһәткән. Шуға күрә Пауыл уны Бируя ҡалаһында ҡалдырырға ҡурҡмаған, сөнки Тимәтиҙең ундағы яңы мәсихселәр хаҡында яҡшы ҡайғыртасағын белгән (Илс. 17:13, 14). Бынан тыш, Бируяла Силас та ҡалған, һәм Тимәти унан күпкә өйрәнә алған. Һуңыраҡ Пауыл Тимәтиҙе үҙен генә Тисалуникаға ебәргән. Тимәти ундағы мәсихселәрҙе нығытҡан (1 Тис. 3:2). Артабанғы 15 йыл дауамында уның имандаштарына ҡарата мөхәббәте тағы ла нығынып киткән. Ул уларҙы бик ныҡ яратҡан, хатта ҡайһы саҡта улар менән бергә илаған (Рим. 12:15; 2 Тим. 1:4). Һеҙ, йәш ҡәрҙәштәр, Тимәтиҙән нимәгә өйрәнә алаһығыҙ?

10. У Джэ ҡәрҙәш нисек башҡалар хаҡында күберәк ҡайғыртырға өйрәнгән?

10 Бына нисек У Джэ ҡәрҙәш башҡалар хаҡында күберәк ҡайғыртырға өйрәнгән. Үҫмер сағында уға үҙенән олораҡ булған ҡәрҙәштәр менән аралашыу ауыр булған. Батшалыҡ залында ул уларҙы бары тик сәләмләп яндарынан үтеп киткән булған. Бер аҡһаҡал уға ҡәрҙәштәргә уларҙың ниндәй сифаттары оҡшай икәне тураһында әйтергә кәңәш биргән. Шулай уҡ уны башҡаларға нимә ҡыҙыҡлы икәне тураһында уйланырға һәм улар менән был темаларға һөйләшергә өндәгән. У Джэ ҡәрҙәш был кәңәштәрҙе ҡулланған. Бөгөн ул аҡһаҡал булып хеҙмәт итә. Ул былай тип бүлешә: «Хәҙер мин төрлө йәштәге ҡәрҙәштәр менән шатланып аралашам. Улар менән һөйләшкәндә уларҙың ауырлыҡтары һәм шарттары тураһында беләм. Шул саҡта миңә уларға ярҙам итеү еңелерәк».

11. Йәш ир ҡәрҙәштәр йыйылышта башҡалар хаҡында нисек күберәк ҡайғырта ала? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

11 Йәш ир ҡәрҙәштәр, һеҙ ҙә башҡалар хаҡында күберәк ҡайғыртырға өйрәнә алаһығыҙ. Йыйылышҡа тиклем һәм йыйылыштан һуң төрлө йәштәге ҡәрҙәштәр менән аралашырға тырышығыҙ. Уларҙың хәлдәрен һорашығыҙ һәм иғтибар менән тыңлағыҙ. Шулай итеп һеҙ уларҙың нимәгә мохтаж булыуы тураһында белерһегеҙ. Әйтәйек, оло йәштәге бер парҙың JW Library® ҡушымтаһына бәйле ауырлыҡтары тыуған йә уларҙың вәғәзгә барырға хеҙмәттәштәре юҡ, ти. Һеҙ уларға ярҙам итә алыр инегеҙме? Уларҙың ихтыяждарына иғтибар итеп һәм улар өсөн игелек ҡылып, һеҙ бөтә йыйылышҡа яҡшы үрнәк бирәһегеҙ.

Йәш ир ҡәрҙәштәр башҡалар өсөн күпте эшләй ала. (11-се абзацты ҡарағыҙ.)


ПАУЫЛДЫҢ АТАЙҘАРСА БИРГӘН КӘҢӘШЕН ТЫҢЛАҒЫҘ

12. Пауылдың һүҙҙәре йәш ир ҡәрҙәштәргә нисек ярҙам итә ала?

12 Пауыл Тимәтиҙең бәхетле тормош алып барыуын һәм хеҙмәттә уңышлы булыуын теләгән, шуға күрә уға бер нисә ғәмәли кәңәш биргән (1 Тим. 1:18; 2 Тим. 4:5). Илсенең йәш дуҫына әйткән һүҙҙәре, йәштәр, һеҙҙе лә уңышлыраҡ һәм бәхетлерәк итә ала. Нисек итеп? Тимәтигә яҙылған ике хатты ла шәхсән үҙегеҙ өсөн яҙылған кеүек уҡығыҙ һәм унда әйтелгәндәрҙе ҡулланырға тырышығыҙ. Әйҙәгеҙ, бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ.

13. Тоғролоҡ сифатын үҫтерергә нимә ярҙам итер?

13 «Үҙеңде Аллаға ихлас табыныуҙа күнектер» (1 Тим. 4:7б). «Аллаға ихлас табыныу», йәғни уға тоғро булыу нимә ул? Был — Йәһүәгә бирелгәнлек һәм уны теләп шатландырыу. Тоғролоҡ сифаты тыумыштан килмәй, уны үҫтерергә кәрәк. Был йәһәттән беҙгә нимә ярҙам итер? «Күнектер» тип тәржемә ителгән грек һүҙе йыш ҡына спортсының ярыштар алдынан тырышып күнегеүҙәр яһағанын һүрәтләгәндә ҡулланылған. Спортсыға үҙен ҡаты тәртиптә тотоу бик мөһим. Беҙгә лә Йәһүәгә яҡынлашырға ярҙам иткән ғәҙәттәр үҫтерер өсөн шундай тәртип кәрәк.

14. Изге Яҙманы уҡығанда маҡсатыбыҙ ниндәй булырға тейеш һәм уға нисек өлгәшергә?

14 Изге Яҙманы көн һайын уҡырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта уны ни өсөн уҡығаныбыҙҙы иҫтә тотоу мөһим. Беҙҙең маҡсатыбыҙ — Йәһүәгә яҡыныраҡ булып китеү. Мәҫәлән, Ғайса һәм йәш түрә тураһындағы хикәйәнән һин нимәгә өйрәнә алыр инең? (Марк 10:17—22). Теге йәш кеше Ғайсаның Мәсих булыуына бер ҙә шикләнмәгән. Ә бына уның шәкерте булып китергә иманы етмәгән. Быға ҡарамаҫтан, Ғайса уны яратҡан һәм уның менән игелекле итеп һөйләшкән. Ул был йәш ир кешенең зирәк ҡарар ҡабул итеүен теләгән. Ғайсаның уның менән мөғәмәлә итеүендә Йәһүәнең хистәре сағылған (Яхъя 14:9). Был хикәйә һәм үҙебеҙҙең шарттарыбыҙ тураһында уйланғанда үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Йәһүәгә яҡыныраҡ булып китер өсөн һәм башҡаларға хеҙмәт итер өсөн, миңә нимә эшләргә кәрәк?»

15. Ни өсөн йәш ҡәрҙәш башҡалар өсөн өлгө булырға тейеш? (1 Тимәтигә 4:12, 13).

15 «Иман тотоусылар өсөн өлгө бул» (1 Тимәтигә 4:12, 13-тө уҡығыҙ.) Пауыл Тимәтиҙе уҡыу һәм өйрәтеү оҫталығынан тыш, мөхәббәт, иман һәм сафлыҡ сифаттарын да үҫтерергә өндәгән. Йәш ир ҡәрҙәштәр, нисек уйлайһығыҙ, был ни өсөн мөһим? Сөнки кешенең һүҙҙәренә ҡарағанда, эштәре мөһимерәк. Әйтәйек, һиңә тыңлаусыларыңды ашҡынып вәғәзләргә дәртләндергән телмәр менән сығыш яһарға тәҡдим иткәндәр, ти. Әгәр һин үҙең ысын күңелдән хеҙмәт итһәң, был темаға сығыш яһау һиңә күпкә еңелерәк булыр. Һинең үрнәгең тыңлаусыларыңды ишеткәндәре буйынса йәшәргә дәртләндерер (1 Тим. 3:13).

16. а) Ниндәй биш өлкәлә йәш мәсихсе башҡалар өсөн өлгө була ала? б) Йәш ир ҡәрҙәш «һөйләгән һүҙҙәрендә» нисек өлгө була ала?

16 1 Тимәти 4:12-лә Пауыл биш өлкәгә иғтибар иткән. Йәш ир ҡәрҙәштәр шул өлкәләрҙә башҡалар өсөн өлгө була ала. Ни өсөн шәхси өйрәнеү ваҡытында был өлкәләрҙең һәр береһен ҡарап сыҡмаҫҡа? Әйтәйек, һин «һөйләгән һүҙҙәреңдә» яҡшырырға ҡарар иттең, ти. Берәйһен рухландырыр өсөн нимә әйтерең тураһында уйланып ҡара. Әгәр һин әлегә атай-әсәйең менән йәшәһәң, ни өсөн һиңә уларҙың игелеге өсөн йышыраҡ рәхмәт әйтмәҫкә? Осрашыуҙан һуң программала ҡатнашҡан ҡәрҙәштәргә рәхмәтеңде белдереп, уларҙың сығышында һиңә ниндәй фекер оҡшағаны тураһында әйтә алыр инеңме? Шулай уҡ осрашыуҙарҙа үҙ һүҙҙәрең менән яуаптар бирергә тырыш. Шул саҡта һинең «һөйләгән һүҙҙәреңдә» яҡшырырға һалған тырышлыҡтарың һәм рухи үҫешең башҡалар өсөн асыҡ күренер (1 Тим. 4:15).

17. Йәш ир ҡәрҙәшкә рухи маҡсаттарға өлгәшергә нимә ярҙам итер? (2 Тимәти 2:22).

17 «Йәштәргә хас булған мауығыуҙарҙан ситтә тор... тәҡүәлеккә... ынтыл». (2 Тимәтигә 2:22-не уҡығыҙ.) Пауыл Тимәтиҙе рухи маҡсаттарға ҡамасаулаған һәм Йәһүә менән мөнәсәбәттәрҙе боҙған бөтә нәмәнән ситтә торорға өндәгән. Ҡайһы бер шөғөлдәр, бәлки, насар түгелдер ҙә. Ләкин һин улар арҡаһында Йәһүә өсөн ваҡытың әҙ ҡалғанын күрәһеңдер. Спорт, интернет йә видеоуйындарға күпме ваҡытың киткәне тураһында уйлап ҡара. Ошо ваҡыттың бер өлөшөн һин Йәһүәгә һәм ҡәрҙәштәреңә бүлә алыр инеңме? Мәҫәлән, Батшалыҡ залын хеҙмәтләндереүҙә ҡатнашырға йә күсмә стенд менән хеҙмәт итергә яҙылырға була. Шундай хеҙмәттә ҡатнашҡанда һин, моғайын, яңы дуҫтар табырһың, ә улар һиңә рухи маҡсаттар ҡуйырға һәм уларға өлгәшергә ярҙам итер.

БАШҠАЛАРҒА ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ТОРМОШОҒОҘҘО ШАТЛЫҠ ҺӘМ БӘХЕТ МЕНӘН ТУЛТЫРЫР

18. Ни өсөн Марк менән Тимәтиҙең тормошо ҡыҙыҡлы һәм тулы мәғәнәле булған?

18 Марк менән Тимәти башҡаларға хеҙмәт итер өсөн күп ҡорбандарға барған. Был уларҙың тормошон сағыу һәм тулы мәғәнәле иткән (Илс. 20:35). Марк төрлө илдәрҙә булған һәм ундағы ҡәрҙәштәрен нығытҡан. Ул шулай уҡ Ғайсаның тормошо һәм хеҙмәте тураһында яҙған. Тимәти Пауылға йыйылыштар ойошторорға һәм имандаштарын нығытырға ярҙам иткән. Был йәш ҡәрҙәштәрҙең фиҙаҡәрлек менән хеҙмәт итеүе Йәһүәне ҡыуандырған.

19. Ни өсөн йәш ир ҡәрҙәштәргә Пауылдың Тимәтигә яҙған һүҙҙәренә ҡолаҡ һалыу мөһим һәм һөҙөмтәһе ниндәй булыр?

19 Пауылдың хаттарынан күренеүенсә, ул үҙенең дуҫын Тимәтиҙе бик ныҡ яратҡан. Ләкин Пауылды был хаттарҙы яҙырға Йәһүә дәртләндергән. Егеттәр, Пауылдың хаттары Йәһүәнең һеҙгә ҡарата яратыуын дәлилләй. Ул һеҙҙе бик ныҡ ярата һәм бәхетле булыуығыҙҙы теләй. Шуға күрә Пауылдың атайҙарса биргән кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ һәм башҡаларға күберәк хеҙмәт итер өсөн теләк үҫтерегеҙ. Был һеҙгә хәҙер күп шатлыҡ килтерер һәм киләсәктә буласаҡ «ысын тормошҡа» өлгәшергә ярҙам итер (1 Тим. 6:18, 19).

80-СЕ ЙЫР «Йәһүәнең игелеген татығыҙ һәм күрегеҙ»

a Петер хистәргә бирелеүсән кеше булған. Шуға ул Маркка ниндәйҙер ваҡиғалар тураһында һөйләгәндә, Ғайсаның хис-тойғоларын сағыу итеп тасуирлай алған. Бәлки, шуға ла Марк үҙе яҙған һөйөнөслө хәбәр китабында Ғайсаның ниндәй хистәр тойғаны һәм булған ваҡиғаларға нисек ҡарағаны тураһында йыш яҙған (Марк 3:5; 7:34; 8:12).

b Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

c РӘСЕМДӘ. Марк миссионер сәйәхәтендә булғанда Пауыл менән Барнаб өсөн ризыҡ әҙерләй. Тимәти, йыйылыштарға килеп, ҡәрҙәштәрҙе нығыта.