Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

8-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

130-СЫ ЙЫР Кисерергә әҙер булайыҡ

Йәһүәнең кисереүен өлгө итеп алығыҙ

Йәһүәнең кисереүен өлгө итеп алығыҙ

«Раббы һеҙҙе ғәфү иткән кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе ғәфү итегеҙ» (КОЛ. 3:13).

ТӨП ФЕКЕР

Беҙҙе рәнйеткән кешене ғәфү итергә нимә ярҙам итер?

1, 2. а) Ниндәй осраҡта ғәфү итеү айырыуса ауыр булырға мөмкин? б) Дениз ҡәрҙәш үҙ ғаиләһенә күп ҡайғы килтергән кешене ғәфү иткәнен нисек күрһәткән?

 БАШҠАЛАРҘЫ кисереү һеҙгә ауырмы? Күптәргә был еңел түгел. Айырыуса кемдер беҙҙе һүҙҙәре йә эштәре менән ныҡ рәнйетһә. Ләкин беҙ, әрнеү хистәренән арынып, кисерергә өйрәнә алабыҙ. Дени́з a ҡыҙ ҡәрҙәштең тормошонда нимә булғанын ҡарап сығайыҡ. Ул бик ауыр хәлгә осраһа ла, ғәфү итә алған. 2017 йылда Дениз ғаиләһе менән Йәһүә шаһиттарының бөтә донъя баш идаралығына экскурсияға барған. Ҡайтып килгәндә улар аварияға эләккән. Башҡа машина уларҙың машинаһына килеп бәрелгән. Дениз аңын юғалтҡан. Һуңыраҡ ул балаларының етди йәрәхәттәр алғанын, ә ире Бра́йандың үлгәнен белгән. Шул ваҡыттарҙы иҫенә төшөрөп, Дениз былай ти: «Ҡайғы мине аяҡтан йыҡты». Водитель иҫерек тә булмаған, машина йөрөткәндә иғтибарын да ситкә йүнәлтмәгән. Был осраҡлы хәл булған. Һуңыраҡ Дениз был хаҡта белһә лә, уға барыбер бигерәк ауыр булған. Шуға күрә ул Йәһүәнән йән тыныслығы һорап доға ҡылған.

2 Теге машинаның водителен кешене ниәтһеҙ үлтереүҙә ғәйепләгәндәр. Әгәр уны ғәйепле тип тапһалар, моғайын, төрмәгә ултыртырҙар ине. Әммә хөкөм ҡарары Дениздың нимә әйтеренә бәйле булған. Был хаҡта суд уға хәбәр иткән. Дениз былай ти: «Әйтерһең дә, ярамды асып, эсенә бер биҙрә тоҙ һалдылар. Миңә тормошомдоң иң ҡурҡыныс хәлдәрен яңынан кисереп сығырға тура килде». Бер нисә аҙнанан һуң суд булған. Денизҡа һүҙ биргәндәр. Ул нимә тигән? Дениз судьянан теге водителде ғәфү итеүен һораған b. Дениз һөйләп бөткәс, судья илап ебәргән. Ул былай ти: «Мин 25 йыл судья булып эшләйем һәм ундай һүҙҙәрҙе бер ваҡытта ла ишетмәнем. Мин эшләгән саҡта бер ҡасан да зыян күргән яҡтың ғәйепле кешене ғәфү иткән хәл булманы. Был бинаның стеналары „мөхәббәт“ һәм „ғәфү итеү“ тигән һүҙҙәрҙе бер ҡасан да ишетмәне».

3. Дениз ҡәрҙәшкә кисерергә нимә ярҙам иткән?

3 Дениз ҡәрҙәшкә кисерергә нимә ярҙам иткән? Ул Йәһүәнең нисек кисереүе тураһында уйланған (Миҡ. 7:18). Әгәр Йәһүәгә беҙҙе кисергәне өсөн рәхмәтле булһаҡ, был башҡаларҙы кисерергә этәргес көс булып торор.

4. Йәһүә беҙҙән нимә көтә? (Эфестарға 4:32).

4 Йәһүә башҡаларҙы кисергәндә беҙҙең дә уның кеүек ихлас күңелдән кисереүебеҙҙе теләй. (Эфестарға 4:32-не уҡығыҙ.) Беҙҙе рәнйеткәндәрҙе кисерергә әҙер булырға тейешбеҙ (Зәб. 85:5; Лука 17:4). Хатта ауыр булғанда ла беҙгә кисерергә өйрәнергә кәрәк. Әйҙәгеҙ, был йәһәттән беҙгә ярҙам иткән өс аҙымды ҡарап сығайыҡ.

ХИСТӘРЕГЕҘҘЕ ТАНЫҒЫҘ

5. Ғибрәтле һүҙҙәр 12:18-ҙә әйтелгәнсә, башҡаларҙың һүҙҙәре йә эштәре беҙҙе нисек әрнетергә мөмкин?

5 Кешенең һүҙҙәре йә эштәре беҙҙе рәнйетергә мөмкин. Ә ул яҡын дуҫыбыҙ йә туғаныбыҙ булһа, был айырыуса ауыр (Зәб. 54:13—15). Ҡайһы саҡта был ауыртыу беҙгә бысаҡ ҡаҙалғандай түҙә алмаҫлыҡ булырға мөмкин. (Ғибрәтле һүҙҙәр 12:18-ҙе уҡығыҙ.) Әлбиттә, үҙебеҙҙе бер нәмә лә булмағандай тотоп, хистәребеҙҙе тыйып, нисек бар шулай ҡалдырырға була. Ләкин был ярала бысаҡты ҡалдырыуға тиң. Шуның кеүек, беҙ үҙ хистәребеҙҙе тыйһаҡ йә уларға иғтибар бирмәһәк, был ауыртыу үҙенән-үҙе үтер, тип өмөтләнә алмайбыҙ.

6. Беҙҙе үпкәләткәндә, үҙебеҙҙе нисек тотоуыбыҙ бар?

6 Кемдер беҙҙе үпкәләтһә, беҙҙең асыуланып китеүебеҙ бар. Изге Яҙма асыуҙы хөкөм итмәй, иң мөһиме, асыу беҙҙән өҫтөнлөк алмаһын (Зәб. 4:5; Эфес. 4:26). Ни өсөн? Сөнки хистәр йыш ҡына эштәргә килтерә. Ә асыу, ғәҙәттә, яҡшы нәмәгә килтермәй (Яҡ. 1:20). Онотмағыҙ, асыуланыу һәм асыуланып йөрөү бер үк нәмә түгел. Беренсеһе — беҙҙең хистәребеҙ, ә икенсеһе — һайлауыбыҙ.

Асыуланыу — беҙҙең хистәребеҙ, ә асыуланып йөрөү — һайлауыбыҙ

7. Беҙҙең менән насар мөғәмәлә иткәндә, ниндәй хистәр кисереүебеҙ бар?

7 Кемдер беҙҙең менән насар мөғәмәлә иткәндә, асыу хисе генә түгел, башҡа хистәр ҙә кисереүебеҙ бар. Мәҫәлән, Энн исемле ҡыҙ ҡәрҙәш былай тип һөйләй: «Бала саҡта атайым, әсәйемде ҡалдырып, мине ҡараған бер апайға өйләнде. Мин үҙемде ташланған кеүек тойҙом. Уларҙың балалары тыуғас, миңә алмашҡа башҡа бала тапҡандар кеүек булды. Мин үҙемде бер кемгә кәрәкмәй кеүек хис иттем». Джордже́т исемле ҡәрҙәш менән бына ниндәй хәл булған. Уның ире уға хыянат иткән. Ул былай тип бүлешә: «Беҙ бала саҡтан уҡ дуҫ булдыҡ, бергә пионер булып хеҙмәт иттек. Шулай булыр тип, кем белгән? Минең йөрәгем селпәрәмә килде». Нао́ми исемле ҡәрҙәшебеҙ былай ти: «Ирем мине шул тиклем рәнйетер тип, бер ҙә уйламағайным. Йәшерен генә порнография ҡарағаны тураһында әйткәс, мине аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай булды! Үҙемде хыянат ителгәндәй тойҙом».

8. а) Башҡаларҙы кисерергә ниндәй сәбәптәр бар? б) Башҡаларҙы кисереү беҙгә ниндәй файҙа килтерә? (« Әгәр һеҙҙе ныҡ рәнйеткәндәр икән...» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

8 Беҙ башҡаларҙың һүҙҙәрен һәм эштәрен контролдә тота алмайбыҙ, ләкин тәртибебеҙ беҙҙең ҡулда. Йыш ҡына башҡаларҙың рәнйетеүенә иң яҡшы яуап — уларҙы ғәфү итеү. Ни өсөн? Беҙ Йәһүәне яратабыҙ, ә ул беҙҙең башҡаларҙы кисереүебеҙҙе теләй. Әгәр беҙ асыуланып йөрөһәк һәм башҡаларҙы кисермәһәк, аҡылһыҙ эш итеүебеҙ һәм һаулығыбыҙға зыян килтереүебеҙ бар (Ғиб. һүҙ. 14:17, 29, 30). Кристи́н исемле ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ бына нимә һөйләй: «Күңелһеҙ уйҙарға бирелеп йөрөгәндә мин һирәгерәк йылмаям, шулай уҡ шундай ваҡыттарҙа минең бөтә яҡшы ғәҙәттәрем юҡҡа сыға, мин теләһә нәмә ашайым, насар йоҡлайым. Шул арҡала тойғоларымды йүгәнләү ауырыраҡ. Һөҙөмтәлә ирем менән һәм башҡалар менән мөнәсәбәттәрем боҙола».

9. Ни өсөн үпкәнән арынырға кәрәк?

9 Кеше үҙ ғәйебен танымаһа ла һәм ғәфү үтенмәһә лә, эмоциональ ярабыҙ уңалһын өсөн, беҙ нимәлер эшләй алабыҙ. Хыянатлыҡ менән осрашҡан Джорджет былай ти: «Үпкәнән арыныр өсөн һәм элекке тормош иптәшемә асыу һаҡламаҫ өсөн, ваҡыт кәрәк булды. Ләкин шулай эшләгәс, мин иҫ киткес тыныслыҡ тоя башланым». Үпкәнән арынһаҡ, уға үҙебеҙҙе ағыуларға һәм һаулығыбыҙҙы ҡаҡшатырға юл ҡуймаҫбыҙ. Шулай эшләп, беҙ үҙебеҙҙе бүләкләйбеҙ. Үткәндәрҙе онотоп, тормошҡа яңынан шатлана алабыҙ (Ғиб. һүҙ. 11:17). Быларҙың барыһын да аңлаһаҡ та, һаман да ғәфү итә алмаһаҡ, нимә эшләргә?

ХИСТӘРЕГЕҘҘЕ ИҒТИБАРҺЫҘ ҠАЛДЫРМАҒЫҘ

10. Эмоциональ яҡтан һауығырға ни өсөн ваҡыт кәрәк? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

10 Рәнйегән хистәрҙе дауаларға нимә ярҙам итер? Түҙемле булығыҙ. Уйлап ҡарағыҙ: етди йәрәхәт алған кеше дауаланыу һәм реабилитация курсын үтәргә тейеш. Хистәребеҙ тураһында ла шуны уҡ әйтеп була. Уларға һауығырға ваҡыт бирегеҙ. Шул саҡта һеҙҙе үпкәләткән кешене ысын күңелдән кисереү еңелерәк булыр (Вәғ. 3:3; 1 Пет. 1:22).

Йәрәхәтләнгән кеше дауаланыуға һәм реабилитацияға мохтаж. Эмоциональ яра уңалһын өсөн, уға ваҡыт һәм тейешле иғтибар бүлергә кәрәк. (10-сы абзацты ҡарағыҙ.)


11. Доға ҡылыу һеҙгә ғәфү итергә нисек ярҙам итә ала?

11 Башҡаларҙы ғәфү итергә ярҙам ит тип, Йәһүәгә доға ҡылығыҙ c. Юғарыла иҫкә алынған Энн бына нимә ти: «Мин Йәһүәнән һәр беребеҙ өсөн, уны һүҙҙәребеҙ һәм эштәребеҙ менән рәнйеткәнебеҙ өсөн ғәфү үтендем. Шунан мин атайыма һәм уның ҡатынына, һеҙҙе ғәфү итәм тип, хат яҙҙым». Эннға быны эшләү еңел булмаған. Ул былай тип дауам итә: «Йәһүәнән өлгө алырға тырышыуым атайыма һәм уның ҡатынына Алла тураһында күберәк белем алырға теләк тыуҙырыр тип өмөтләнәм».

12. Ни өсөн хистәребеҙгә түгел, ә Йәһүәгә ышанырға кәрәк? (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:5, 6).

12 Хистәрегеҙгә түгел, ә Йәһүәгә ышанығыҙ. (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:5, 6-ны уҡығыҙ.) Ул беҙҙең өсөн иң яҡшыһы нимә икәнен бик һәйбәт белә (Ишағ. 55:8, 9). Алла беҙҙән үҙебеҙгә зыян килтергән нәмәне эшләүебеҙҙе бер ҡасан да һорамай. Ул беҙҙе кисерергә өндәй икән, тимәк, был беҙгә файҙа килтерә (Зәб. 39:5; Ишағ. 48:17, 18). Ә үҙ хистәребеҙгә ышанһаҡ, беҙ бер ҡасан да кисерә алмаҫбыҙ (Ғиб. һүҙ. 14:12; Йәр. 17:9). Юғарыла әйтеп кителгән Наоми ҡәрҙәш былай ти: «Башта мин иремде ғәфү итергә теләмәнем һәм быға хаҡым бар тип уйланым. Ул мине шундай ҡот осҡос хәлгә төшөрҙө һәм быны онотоп миңә тағы зыян килтерер, тип ҡурҡтым. Йәһүә хистәремде аңлай тип, үҙемде аҡланым. Ләкин һуңыраҡ мин шуны аңланым: Алла хистәремде аңлаһа ла, ул улар менән риза түгел. Ул миңә ни тиклем ауыр икәнен һәм асыуымдан шунда уҡ арына алмағанымды белә. Ул шулай уҡ минең кисерергә өйрәнеүемде теләй» d.

КИРЕ ХИСТӘРҘЕ ЫҢҒАЙ ХИСТӘРГӘ АЛМАШТЫРЫҒЫҘ

13. Римдарға 12:18—21-ҙәге һүҙҙәр беҙҙе нимәгә дәртләндерә?

13 Кисереү был проблема тураһында һөйләшмәүҙе йә был һорауҙы бүтән күтәрмәүҙе аңлатмай. Беҙҙе үпкәләткән кеше менән татыулашырға кәрәк, айырыуса ул беҙҙең ҡәрҙәшебеҙ булһа (Матф. 5:23, 24). Асыу һәм үпкәләү урынына, беҙ мәрхәмәт һәм ғәфү итеүҙе һайлайбыҙ (Римдарға 12:18—21-ҙе уҡығыҙ; 1 Пет. 3:9). Беҙгә нимә ярҙам итер?

14. Беҙгә ниндәй тырышлыҡтар һалырға кәрәк һәм ни өсөн?

14 Беҙҙе рәнйеткән кешегә Йәһүә күҙлегенән ҡарарға кәрәк. Алла үҙ иғтибарын кешенең яҡшы сифаттарына туплай (2 Йыл. 16:9; Зәб. 129:3). Ғәҙәттә, нимә эҙләйбеҙ, шуны табабыҙ. Әгәр кешеләрҙең яҡшы яҡтарына иғтибар итһәк, беҙгә уларҙы кисереү еңелерәк булыр. Джа́ррод исемле ир ҡәрҙәшебеҙ былай ти: «Минең берәй ҡәрҙәш менән аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡһа, мин шунда уҡ уның күп яҡшы яҡтарын иҫкә төшөрәм. Был миңә уны кисерергә ярҙам итә».

15. Кешегә уны кисергәнегеҙ тураһында әйтеү ни өсөн мөһим?

15 Кешегә уны кисергәнегеҙ хаҡында әйтеү мөһим. Ни өсөн? Наоми ҡәрҙәш бына нимә ти: «Ирем бер көндө минән: „Һин мине кисерҙеңме?“ — тип һораны. Мин уға яуап бирәм тип ауыҙымды асҡайным, ләкин һүҙҙәрем тамағыма төйөр булып тығылды. Шул саҡта мин ысынында уны кисермәгәнемде аңланым. Ваҡыт үтеү менән оҙаҡ көтөп алған „мин һине кисерәм“ тигән һүҙҙәрҙе әйтә алдым. Иремдең йәш менән тулы күҙҙәрен күрһәгеҙ ине! Был беҙҙең икебеҙгә лә шундай рәхәтлек килтерер тип, хатта көтмәгәйнем дә. Ә хәҙер мин иремә яңынан ышана башланым, һәм беҙ уның менән иң яҡшы дуҫтар».

16. Ғәфү итеү тураһында нимә белдегеҙ?

16 Йәһүә ғәфү итеү еңел түгел икәнен аңлай, шулай ҙа ул беҙҙең башҡаларҙы ғәфү итеүебеҙҙе теләй (Кол. 3:13). Был мәҡәләлә беҙгә был йәһәттән нимә ярҙам итә алғанын ҡарап сыҡтыҡ. Беҙгә хистәребеҙҙе иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай һәм шул уҡ ваҡытта асыу хисенән арынырға кәрәк. Шунан ваҡыт үтеү менән беҙ кире хистәрҙе ыңғай хистәргә алмаштыра алырбыҙ (« Кисереүгә илткән өс аҙым» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

ҒӘФҮ ИТЕҮҘЕҢ КӨСӨ

17. Ни өсөн башҡаларҙы ғәфү итеү мөһим?

17 Беҙҙең башҡаларҙы ғәфү итергә сәбәптәребеҙ күп. Бына уларҙың бер нисәһе. Беренсенән, беҙ ғәфү итеүҙә өлгө булып торған күктәге Атабыҙ Йәһүәне ҡыуандырабыҙ (Лука 6:36). Икенсенән, беҙ Йәһүәгә шәфҡәтлеге өсөн рәхмәтле булыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ (Матф. 6:12). Өсөнсөнән, был һаулығыбыҙға һәм башҡалар менән мөнәсәбәттәребеҙгә яҡшы йоғонто яһай.

18, 19. Кисереү тормошобоҙҙо нисек үҙгәртергә мөмкин?

18 Башҡаларҙы ғәфү итеү көтөлмәгән фатихаларға килтерергә мөмкин. Был мәҡәләнең башында әйтеп кителгән Дениз ҡәрҙәштең осрағы бына нисек бөткән. Аварияла ғәйепле булған кеше судтан һуң үҙ-үҙенә ҡул һалырға йыйынған. Дениз был хаҡта белмәһә лә, ул уны ғәфү иткән һәм был ғәйепле кешенең тормошон тулыһынса үҙгәрткән. Шулай уҡ Дениз ҡәрҙәштең ғәфү итеүе был кешенең йөрәгенә үтеп ингән, һәм ул Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнә башлаған.

19 Ҡайһы саҡта ғәфү итеү беҙҙең көсөбөҙҙән килмәй кеүек тойола. Әммә беҙ был аҙымды яһаһаҡ, ул тормошобоҙҙоң иң бәхетле мәлдәренең береһе булыр (Матф. 5:7). Үҙебеҙҙе шундай шатлыҡтан мәхрүм итмәйек, Йәһүә кеүек кисерәйек!

125-СЕ ЙЫР «Шәфҡәтлеләр бәхетле»

a Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

b Бындай осраҡтарҙа һәр мәсихсе нисек эш итергә үҙе ҡарар итә.

c jw.org сайтында «Прощайте друг друга» (урыҫ), «Ихластан кисерермен» (тат.) һәм «Татыулашырмын» (тат.) тигән музыкаль видеояҙмаларҙы ҡарағыҙ.

d Порнография ҡараған ир кеше гонаһ ҡылһа ла һәм шулай итеп ҡатынын әрнетһә лә, Изге Яҙма буйынса, ҡатындың иренән айырылырға хоҡуғы юҡ.