Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

1923. Йөҙ йыл элек

1923. Йөҙ йыл элек

«БЕҘ көткәнсә, 1923 йыл ысынлап та тулҡынландырғыс буласаҡ, — тип әйтелгән „Күҙәтеү манараһы“ 1923 йылдың 1 ғинуар сығарылышында. — Бойоҡҡан кешеләргә яҡты киләсәктең тиҙҙән буласағы тураһында һөйләү — беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт». Изге Яҙманы тикшереүселәрҙең өмөттәре тулыһынса аҡланған. Ул йылда йыйылыш осрашыуҙарын, конгрестарҙы һәм вәғәз эшен ойоштороуға ҙур үҙгәрештәр индерелгән. Шулай итеп Йәһүә хеҙмәтселәренең берҙәмлегенә яҡшы нигеҙ һалынған.

ОСРАШЫУҘАР ҠӘРҘӘШТӘРҘЕ БЕРЛӘШТЕРГӘН

Изге Яҙмалағы аяттар һәм йырҙарҙың һандары күрһәтелгән календарь

Ул йылда яһалған үҙгәрештәр Изге Яҙманы тикшереүселәрҙе ысынлап та берләштергән. Аҙна һайын үткән «Доға ҡылыу, данлау һәм хеҙмәттәге осраҡтарҙан рухланыу» тигән осрашыуҙа ҡаралған аяттарға «Күҙәтеү манараһында» комментарийҙар баҫтыра башлағандар. Бынан тыш, Изге Яҙманы тикшереүселәр сығарған календарҙа һәр аҙнаға Изге Яҙманан аят һәм һәр көнгә маҡтау йырҙарының һандары килтерелгән. Уларҙы шәхси өйрәнеүҙә йә ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу ваҡытында йырларға мөмкин булған.

Йыйылыш осрашыуҙарында Изге Яҙманы тикшереүселәр хеҙмәттә булған дәртләндергес осраҡтар менән бүлешкән. Улар Йәһүәгә нимә өсөн рәхмәтле булғанын һөйләгән. Кемдер йыр йырлай йә хатта доға ҡыла алған. 1923 йылда 15 йәшендә һыуға сумдырылған Э́ва Ба́рни исемле апай-ҡәрҙәш былай тип иҫенә төшөрә: «Әгәр нимәлер һөйләргә теләһәң, һин тороп былайыраҡ әйтер инең: „Мин Хоҙайыма бөтә игелеге өсөн рәхмәт әйтергә теләйем“». Ҡайһы бер ағай-ҡәрҙәштәр шундай сығыш яһарға бик ярата ине. Барни ҡәрҙәш былай тип дауам итә: «Беҙҙең ҡәҙерле Го́дуин ағай-ҡәрҙәшебеҙ Хоҙайҙы маҡтағанда уны туҡтатып булмай ине. Әммә уның ҡатыны осрашыуҙы үткәргән ҡәрҙәштең борсолғанын күреп ирен пиджағынан тарта торғайны һәм тегеһе урынына ултыра ине».

Айына бер тапҡыр һәр түңәрәк (йыйылыш) махсус осрашыу үткәргән. «Күҙәтеү манараһы» 1923 йылдың 1 апрель сығарылышында ундай осрашыу тураһында былай тиелгән: «Осрашыуҙың яртыһын хеҙмәттәге осраҡтарға һәм имандаштарҙы рухландырыуға бағышларға кәрәк. [...] Был осрашыуҙар ҡәрҙәштәребеҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштерер тип ышанабыҙ».

Ванкувер ҡалаһында (Канада) хеҙмәт иткән 19 йәшлек Чарлз Ма́ртин исемле вәғәзсегә был осрашыуҙар күп файҙа килтергән. Һуңыраҡ ул былай тип иҫенә төшөргән: «Тап ошо осрашыуҙарҙа мин өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләгәндә кешеләргә нимә һәм нисек әйтергә кәрәк икәненә өйрәндем. Кемдер хеҙмәттә булған осраҡтарҙы һөйләй торғайны. Шулай итеп мин, нисек вәғәзләп һәм төрлө ҡаршы килеүҙәргә нисек яуап биреп булғанын ишетеп, тәжрибә тупланым».

ВӘҒӘЗ ЭШЕ ҠӘРҘӘШТӘРҘЕ БЕРЛӘШТЕРГӘН

1923 йылдың 1 май сығарылышындағы «Бюллетень»

Ойошмабыҙҙың берҙәмлегенә шулай уҡ «хеҙмәт көндәре» лә булышлыҡ иткән. «Күҙәтеү манараһының» 1923 йылдың 1 апрель сығарылышында былай тип яҙылған: «Берҙәмлекте нығыраҡ тойор өсөн 1923 йылдың 1 май көнө „хеҙмәт көнө“ тип иғлан ителә. Артабан һәр айҙың тәүге шишәмбеһе шундай көн буласаҡ... Ул көндө түңәрәктең һәр ағзаһы хеҙмәткә күпмелер ваҡыт бүлергә тейеш».

Вәғәз эшендә хатта йәштәр ҙә ҡатнашҡан. Ул ваҡытта Хе́йзел Бе́рфорд исемле апай-ҡәрҙәшкә 16 йәш булған. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «„Бюллетендә“ a инеш һүҙҙәр тәҡдим ителгән ине. Уларҙы ятлап алып, беҙ олатайым менән ашҡынып вәғәзләй торғайныҡ». Әммә шунан Берфорд ҡәрҙәш өсөн көтөлмәгән бер хәл булған. Ул былай тип дауам итә: «Бер оло йәштәге ағай-ҡәрҙәш минең вәғәзләүемә ҡаршы булды. Ул ваҡытта ҡайһы берәүҙәр „Бөйөк Барлыҡҡа килтереүсебеҙҙе“ бөтә вәғәзселәр, шул иҫәптән „егеттәр һәм ҡыҙҙар“ ҙа данларға тейешлеген аңламай ине» (Зәб. 148:12, 13). Ләкин Берфорд ҡәрҙәштең ашҡыныуын бер нәмә лә һүндерә алмаған. Һуңыраҡ ул Гилеад мәктәбенең икенсе синыфында уҡып сыҡҡан һәм Панамала миссионер булып хеҙмәт иткән. Ваҡыт үтеү менән ҡәрҙәштәр йәштәрҙең дә вәғәздә ҡатнаша алғанын аңлаған.

КОНГРЕСТАР ҠӘРҘӘШТӘРҘЕ БЕРЛӘШТЕРГӘН

Урындағы һәм региональ конгрестар ҙа ҡәрҙәштәрҙең берҙәмлеген нығытҡан. Уларҙың күбеһенең программаһында хеҙмәт көндәре лә булған. Мәҫәлән, Ви́ннипег ҡалаһында (Канада) үткән конгреста бөтәһе лә 31 мартта вәғәздә ҡатнашырға саҡырылған булған. Ундай көндәрҙә һөйөнөслө хәбәрҙе күберәк кеше ишеткән. 5-се августа Виннипег ҡалаһында үткән икенсе конгресҡа 7000 кеше самаһы килгән. Быға тиклем Канадала үткән конгресҡа шул тиклем күп кеше йыйылмаған.

1923 йылда үткән конгрестарҙың иң мөһиме 18—26 августа Лос-Анджелеста (Калифорния штаты, АҠШ) үткән. Конгресс алдынан бер нисә аҙна дауамында уның хаҡта гәзиттәрҙә белдереүҙәр баҫтырылған. Изге Яҙманы тикшереүселәр 500000-дән ашыу саҡырыу ҡағыҙы таратҡан. Конгресҡа ҡағылышлы рекламалар трамвайҙарҙа һәм машиналарҙа урынлаштырылған булған.

Изге Яҙманы тикшереүселәрҙең Лос-Анджелеста үткән конгресы. 1923 йыл

Шәмбе көнө, 25 августа, Рутерфорд ҡәрҙәш «Һарыҡтар һәм кәзәләр» тигән телмәр менән сығыш яһаған. Ул был телмәрҙә «һарыҡтар» хәҡиҡәтте ҡабул итергә әҙер булған тәҡүә кешеләр икәнен асыҡ аңлатҡан. Улар ерҙәге ожмахта йәшәйәсәк. Шунан һуң ул «Иҫкәртеү» тигән резолюцияны уҡыған. Был резолюция сиркәүҙәрҙе хөкөм иткән һәм ысын күңелдән Алланы яратҡан кешеләрҙе «Бөйөк Вавилондан» сығырға саҡырған (Асыл. 18:2, 4). Һуңыраҡ Изге Яҙманы тикшереүселәр был резолюцияның миллионлаған данаһын бөтә донъя буйынса ашҡынып таратҡан.

«Был осрашыуҙар ҡәрҙәштәребеҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштерер тип ышанабыҙ»

Конгрестың һуңғы көнөндә Рутерфорд ҡәрҙәш «Бөтә халыҡтар Армагеддонға китеп бара, әммә бөгөн йәшәгән миллионлаған кеше бер ҡасан да үлмәйәсәк» тип аталған телмәр менән сығыш яһаған. Уны 30000-дән ашыу кеше тыңлаған. Күп кешенең килеүен белеп, Изге Яҙманы тикшереүселәр күптән түгел генә төҙөлгән «Лос-Анджелестың колизейын» ҡуртымға алған. Бөтәһенә лә яҡшы ишетелһен өсөн, ағай-ҡәрҙәштәр стадиондың тауыш көсәйтеү аппаратураһын ҡулланған. Ул ваҡытҡа ундай аппаратура иң яҡшы тип һаналған. Шулай уҡ күп кеше программаны радио аша тыңлаған.

КИҢ ҠОЛАС АЛАБЫҘ

1923 йылда вәғәз эше Африкала, Европала, Һиндостанда, Көньяҡ Америкала киңәйә башлаған. Мәҫәлән, Һиндостанда Адавиманна́тху Джо́зеф исемле ҡәрҙәш әҙәбиәтебеҙ малая́лам, тами́л, те́лугу, урду́ һәм хи́нди телдәрендә баҫтырылһын өсөн хәстәрлек күргән. Шул уҡ ваҡытта ул ҡатыны менән алты бала тәрбиәләгән.

Уильям Браун ғаиләһе менән

Сье́рра-Лео́нела йәшәгән А́льфред Джо́зеф һәм Ле́нард Бла́кман исемле Изге Яҙманы тикшереүселәр Бруклиндағы баш идаралыҡҡа ярҙам һорап хат яҙған. 1923 йылдың 14 апрелендә улар үҙенең үтенестәренә яуап алған. Альфред былай тип иҫенә төшөрә: «Шәмбе көн кискеһен телефоным шылтыраны. Унда кемдер көслө тауыш менән: „Күҙәтеү манараһының йәмғиәтенә вәғәзселәр һорап һеҙ яҙҙығыҙмы?“ — тип һораны. „Эйе“, — тип яуапланым мин. Телефондан: „Мине ебәрҙеләр“, — тигән тауыш ишетелде». Был Уи́льям Браун ҡәрҙәш булған. Ул ҡатыны Анто́ния һәм ҡыҙҙары Луи́з һәм Лу́си менән Кариб утрауҙарынан яңы ғына килгән булған. Ҡәрҙәштәргә Браун ғаиләһе менән осрашыуҙы оҙаҡ көтөргә тура килмәгән.

Альфред былай тип дауам итә: «Киләһе көндө иртәнсәк беҙ Ленард менән ғәҙәттәгесә Изге Яҙманы өйрәнгәндә беҙгә эре кәүҙәле бер ир килеп керҙе. Был Уильям Браун ине. Ул хәҡиҡәттә янып тора ине, хатта иртәгә үк телмәр менән сығыш яһарға әҙер ине». Бер ай ҙа үтмәне Браун үҙе менән алып килгән бөтә әҙәбиәтен таратып бөттө. Тиҙҙән ул тағы 5000 китап алды, әммә улары ла бөттө. Шулай ҙа Браун ҡәрҙәш китап һатыусы кеүек билдәле түгел ине. Ул Йәһүәгә күп йылдар тоғро хеҙмәт иткән һәм телмәр һөйләгәндә һәр ваҡыт Изге Яҙманан өҙөктәр килтерә ине. Шуға күрә уны Изге Яҙма Брауны тип атай торғайнылар.

Магдебургтағы Вефиль 1920-се йылдарҙа.

Шул уҡ ваҡытта Германиялағы ҡәрҙәштәр яңы филиал өсөн бина эҙләй башлаған. Бармен ҡалаһындағы бинаға улар инде һыймай башлаған. Улар шулай уҡ күрше Франция был ҡалаға ғәскәрҙәр индерергә йыйынғаны тураһында ишеткән. Магдебу́рг ҡалаһында баҫтырыу цехын урынлаштырыр өсөн бик һәйбәт бина табылған. 19 июндә баҫтырыу ҡорамалдарының һуңғы партияһы йыйылған һәм яңы Вефилгә күсерелгән булған. Ҡәрҙәштәр баш идаралыҡҡа был хаҡта хәбәр иткән көндө гәзиттәрҙә Франция Бармен ҡалаһын баҫып алған тигән хәбәрҙәр сыҡҡан. Ҡәрҙәштәр Йәһүәгә уларға хәүефһеҙ ергә күсергә ярҙам иткәне өсөн бик рәхмәтле булған.

Джордж Янг, Сара Фергусон (уң яҡта) һәм уның апаһы

Ә Бразилияла бына ниндәй хәл булған. Унда Джордж Янг исемле ағай-ҡәрҙәш килгән. Был ҡәрҙәш һөйөнөслө хәбәрҙе күп илдәрҙә ашҡынып һөйләгән. Ул Бразилияла яңы филиал асырға ярҙам иткән һәм португал телендә «Күҙәтеү манараһын» баҫтыра башлаған. Бер нисә ай эсендә Янг ҡәрҙәш 7000-дән ашыу журнал һәм буклет таратҡан. Уның килеүенә Сара Фе́ргусон апай-ҡәрҙәш бик шатланған, сөнки ул апай-ҡәрҙәш 1899 йылдан уҡ «Күҙәтеү манараһын» уҡый башлаған һәм һыуға сумдырылырға теләгән. Бер нисә айҙан һуң уның хыялы тормошҡа ашҡан. Ул һәм уның дүрт балаһы был мөһим аҙымды яһай алған.

«БЕҘҘЕ ҘУР ШАТЛЫҠ КӨТӘ»

Йыйылыш осрашыуҙарын, конгрестарҙы һәм вәғәз эшен ойоштороуға индерелгән бөтә был үҙгәрештәр Изге Яҙманы тикшереүселәргә нисек тәьҫир иткән? «Күҙәтеү манараһының» 1923 йылдың 15 декабрь сығарылышында бына ниндәй һөҙөмтә килтерелгән: «Ҡәрҙәштәрҙең рухи яҡтан нығынып китеүҙәре ап-асыҡ... [...] Әйҙәгеҙ, яңы көс менән ҙур эштәр башҡарырға әҙер булайыҡ, сөнки киләһе 1924 йылда беҙҙе күп эш һәм ҙур шатлыҡ көтә».

Киләһе йыл да Изге Яҙманы тикшереүселәр өсөн мөһим булған. Бруклиндағы Вефилдән йыраҡ булмаған Ста́тен утрауында ҡәрҙәштәр бер нисә ай дауамында төҙөү эшен алып барған. Һәм был төҙөү эштәре 1924 йылдың башында тамамланған. Был биналар ҡәрҙәштәрҙең берҙәмлеген нығытырға һәм һөйөнөслө хәбәрҙе тағы ла киңерәк таратырға ярҙам иткән.

Статен утрауындағы төҙөлөш бригадаһы

a Бөгөнгө «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте». Эш дәфтәре