Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

46-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүә ерҙең ожмах буласағына гарантия бирә

Йәһүә ерҙең ожмах буласағына гарантия бирә

«Ер йөҙөндә үҙенә фатиха һораған һәр кемде Хәҡиҡәт Аллаһы фатихалар» (ИШАҒ. 65:16).

3-СӨ ЙЫР Ҡаябыҙ, ышыҡ урыныбыҙ,таянысыбыҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Ишағыя пәйғәмбәр израилдәргә ниндәй фекер еткерергә теләгән?

 ИШАҒЫЯ пәйғәмбәр Йәһүәне «Хәҡиҡәт Аллаһы» тип атаған. «Хәҡиҡәт» (һүҙмә-һүҙ «амин») тип тәржемә ителгән һүҙ «шулай булһын» тигәнде аңлата (Ишағ. 65:16, төшөрмә). Изге Яҙмала «амин» тигән һүҙ йыш ҡына Йәһүәнең һәм Ғайсаның үҙ һүҙен тота белеүен иҫбатлар өсөн ҡулланыла. Ишағыя израилдәргә ниндәй фекер еткерергә теләгән? Йәһүәгә тулыһынса таянып була, ул һәр ваҡыт үҙ вәғәҙәләрен үтәй.

2. Беҙ Йәһүәнең вәғәҙәләренең үтәләсәгенә ни өсөн ышана алабыҙ һәм ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?

2 Ни өсөн беҙ Йәһүәнең вәғәҙәләренә ышана алабыҙ? Ишағыя был һүҙҙәрҙе яҙғандан һуң яҡынса 800 йыл үткәс, илсе Павел Алланың бөтә вәғәҙәләренең ышаныслы булыуын аңлатҡан. Ул: «Алла һис тә алдай алмай», — тип яҙған (Евр. 6:18, ЯДТ). Шишмәнән бер юлы сөсө лә, тоҙло ла һыу аға алмаған кеүек, Хәҡиҡәт Аллаһы Йәһүә лә алдай алмай. Тимәк, Йәһүәнең бөтә һүҙҙәре ышанысҡа лайыҡ. Был мәҡәләлә беҙ ошондай һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ: Йәһүә беҙгә ниндәй киләсәк вәғәҙә итә? Уның вәғәҙәләренең үтәләсәгенә ниндәй гарантия бар?

ЙӘҺҮӘ НИМӘ ВӘҒӘҘӘ ИТӘ?

3. а) Алланың бөтә хеҙмәтселәре лә ниндәй пәйғәмбәрлекте бик ярата? (Асылыш 21:3, 4). б) Кешеләр был вәғәҙәгә нисек ҡарай?

3 Әйҙәгеҙ, Алланың бөтә хеҙмәтселәре лә яратҡан пәйғәмбәрлекте ҡарап сығайыҡ. (Асылыш 21:3, 4-те уҡығыҙ.) Йәһүә «үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡа булмаясаҡ» тип, беҙҙе ышандыра. Беҙ йыш ҡына кешеләргә ерҙәге ожмахтың ниндәй буласағын күрһәтер өсөн шул аяттарҙы уҡыйбыҙ. Был вәғәҙәләрҙе ишеткәс, кешеләр нимә ти? Күптәр: «Был әкиәткә оҡшаш», — ти.

4. а) Йәһүә нимәне белгән һәм алдан күргән? б) Йәһүә вәғәҙә биреүҙән тыш тағы нимә биргән?

4 Йәһүә кешеләргә Асылыш китабындағы пәйғәмбәрлекте уҡыясағыбыҙҙы һәм күптәргә был һүҙҙәргә ышаныуы ауыр буласағын алдан белгән (Ишағ. 42:9; 60:2; 2 Кор. 4:3, 4). Нисек беҙ Асылыш 21:3, 4-тә һүрәтләнгән киләсәктең үтәләсәгенә кешеләрҙе һәм үҙебеҙҙе ышандыра алабыҙ? Йәһүә вәғәҙәне биреп кенә ҡалмаған, ул шулай уҡ беҙҙең быға ышаныуыбыҙҙы теләп етди сәбәптәр килтергән. Ниндәй сәбәптәр тураһында һүҙ бара?

ЙӘҺҮӘ ГАРАНТИЯ БИРӘ

5. Беҙ Йәһүәнең вәғәҙәләренә ышана алыуыбыҙға сәбәптәрҙе ниндәй аяттарҙа табабыҙ?

5 Ерҙә ожмах буласағы тураһында вәғәҙә иткәндән һуң Йәһүә шунда уҡ ни өсөн уның һүҙҙәренә ышанып булғаны тураһында әйткән. Асылыш 21:5, 6-ла былай тип яҙылған: «Тәхеттә Ултырыусы былай тине: „Бына, Мин бар нәмәне лә яңы итеп яһайым“. Шунан миңә өндәште: „Яҙып ҡуй, сөнки был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ“. Ул миңә тағы былай тине: „Ғәмәлгә ашты! Мин — Альфа һәм Омега, Башы һәм Аҙағы“».

6. Асылыш 21:5, 6-ла яҙылған һүҙҙәр нисек Йәһүәнең вәғәҙәләренә ышанысыбыҙҙы нығыта?

6 Изге Яҙманың был аяттары Йәһүәнең вәғәҙәләренә ышанысыбыҙҙы нығыта. «Асылыш: уның апогейы яҡын!» тигән китапта (урыҫ) былай тиелгән: «Йәһүә тоғро кешеләргә киләсәк фатихаларға гарантия биргән документҡа ҡул ҡуя кеүек» b. Асылыш 21:3, 4-тәге һүҙҙәр — Йәһүәнең вәғәҙәһе, ә 5, 6-сы аяттарҙағы һүҙҙәр — уның ҡултамғаһы, тип әйтеп була. Улар Йәһүәнең һүҙҙәре ышанысҡа лайыҡ икәнен иҫбатлай. Әйҙәгеҙ, 5, 6-сы аяттарҙы ентекләберәк тикшерәйек һәм ҡайһы бер мөһим нескәлектәренә иғтибар итәйек.

7. Бишенсе аяттың беренсе өлөшө ҡайһы яҡтан иғтибарға лайыҡ?

7 Бишенсе аят: «Тәхеттә Ултырыусы былай тине», — тип башлана (Асыл. 21:5а). Асылыш китабында Йәһүәнең күктән үҙе өндәшкәненә өс кенә осраҡ килтерелә. Был — уларҙың береһе. Тимәк, гарантияны фәрештә йә хатта терелтелгән Ғайса ла түгел, ә Йәһүә үҙе бирә. Был артабан килтерелгән һүҙҙәргә көс өҫтәй. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Сөнки Йәһүә «бер ҡасан да ялған һөйләмәй» (Тит. 1:2). Шулай итеп 5-се аяттың беренсе өлөшө Асылыш 21:5, 6-ла яҙылғандарға тулыһынса ышанып булғанына инандыра.

«БЫНА, МИН БАР НӘМӘНЕ ЛӘ ЯҢЫ ИТЕП ЯҺАЙЫМ!»

8. Йәһүә үҙенең вәғәҙәләренең үтәләсәген нисек иҫбатлай? (Ишағыя 46:10).

8 Ә хәҙер «Бына, Мин бар нәмәне лә яңы итеп яһайым» тигән һүҙбәйләнеште ентекләп ҡарап сығайыҡ (Асыл. 21:5). Был һүҙбәйләнеш төп нөсхәһендә «ҡара» йә «тыңла» тип тәржемә итеп булған һүҙҙән башлана. Был һүҙ Асылыш китабында күп тапҡыр осрай. Бер белешмә буйынса, уның маҡсаты — уҡыусының иғтибарын артабанғы һүҙҙәргә йүнәлтеү. Шунан һуң беҙ нимә күрәбеҙ? Иғтибар итегеҙ, Йәһүә «Мин яһармын» тип түгел, ә «Мин яһайым» тип әйткән. Алла киләсәктәге үҙгәрештәр тураһында улар инде үтәлә кеүек һөйләй. Тимәк, үҙенең вәғәҙәләренең үтәләсәгенә ул бер ҙә шикләнмәй. (Ишағыя 46:10-ды уҡығыҙ.)

9. а) «Мин бар нәмәне лә яңы итеп яһайым» тигән һүҙҙәр нимәне аңлата? б) Әлеге ваҡытта булған «күк» һәм «ер» менән нимә буласаҡ?

9 Әйҙәгеҙ, «Мин бар нәмәне лә яңы итеп яһайым» тигән һүҙҙәрҙең тағы бер яғына иғтибар итәйек. Был һүҙҙәр нимәне аңлата? Йәһүә нимәнелер алмаштырыр, ә нимәнелер яңынан торғоҙор. Ә ул нимәне алмаштырыр? Асылыш 21:1-ҙә былай тип уҡыйбыҙ: «Элекке күк һәм элекке ер юҡҡа сыҡҡайны». «Элекке күк» Шайтандың һәм уның ендәренең идараһы аҫтында булған сәйәси хөкүмәттәрҙе символлаштыра (Матф. 4:8, 9; 1 Яхъя 5:19). Изге Яҙмала «ер» тураһында әйтелгәндә, ерҙә йәшәгән кешеләр күҙ уңында тотола (1 Йыл. 16:31; Зәб. 96:1). Тимәк, «элекке ер» — әлеге көндәрҙәге боҙоҡ кешеләр. Йәһүә бөгөн булған «күкте» һәм «ерҙе» үҙгәртеп йә төҙәтеп тормаҫ. Юҡ, ул уларҙан тулыһынса арынасаҡ. Йәһүә уларҙы «яңы күк», йәғни яңы хөкүмәт һәм «яңы ер», йәғни яңы кешеләр менән алмаштырасаҡ.

10. Йәһүә нимәне яңыртыр?

10 Асылыш 21:5-тәге һүҙҙәр буйынса, Йәһүә тағы нимәне яңыртасаҡ? (Асыл. 21:5). Ул ерҙе һәм кешеләрҙе һауыҡтырып, уларҙы камиллыҡҡа килтерәсәк. Ишағыя пәйғәмбәрлек иткәнсә, ер шары Эден баҡсаһына әйләнәсәк. Шулай уҡ ул һәр беребеҙҙе «яңыртыр». Беҙҙең көсөбөҙ ташып торор. Аҡһаҡтар, һуҡырҙар һәм һаңғырауҙар һау-сәләмәт булыр. Хатта үлгән кешеләр терелер! (Ишағ. 25:8; 35:1—7).

«БЫЛ ҺҮҘҘӘР ЫШАНЫСЛЫ ҺӘМ ХАҠ... ҒӘМӘЛГӘ АШТЫ!»

11. Йәһүә Илсе Яхъяға нимә эшләргә ҡушҡан һәм ни өсөн?

11 Беҙ Йәһүәгә ышана алһын өсөн, ул тағы нимә тигән? Ул илсе Яхъяға: «Яҙып ҡуй, сөнки был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ», — тип әйткән (Асыл. 21:5). Алла: «Яҙып ҡуй», — тип бойороҡ ҡына бирмәгән, ә был һүҙҙәр «ышаныслы һәм хаҡ» булғанға күрә уларҙы яҙып ҡуйырға ҡушҡан. Илсе Яхъя Алланың был бойороғон әлдә яҙып ҡуйған! Бының ярҙамында беҙ Йәһүәнең ерҙе ожмахҡа әйләндерәсәген беләбеҙ һәм беҙҙе көткән иҫ киткес киләсәк тураһында уйлана алабыҙ.

12. Ни өсөн Йәһүә: «Ғәмәлгә ашты!» — тигән?

12 Алла артабан: «Ғәмәлгә ашты!» — тигән (Асыл. 21:6). Йәһүә киләсәк ожмах тураһында ул инде бар кеүек һөйләй. Алланың шулай тип әйтергә бөтә хоҡуғы бар, сөнки уға үҙ ниәтен үтәргә бер кем дә, бер нәмә лә ҡамасаулай алмай. Шунан һуң Йәһүә ни өсөн уға ышанып булғанына тағы бер көслө дәлил килтерә.

«МИН — АЛЬФА ҺӘМ ОМЕГА»

13. Ни өсөн Йәһүә: «Мин — Альфа һәм Омега», — тип әйткән?

13 Инде әйтеп китеүебеҙсә, Асылыш китабында Йәһүәнең өс тапҡыр күктән өндәшеүе яҙылған (Асыл. 1:8; 21:5, 6; 22:13). Уларҙың һәр береһендә Йәһүә: «Мин — Альфа һәм Омега», — тип иғлан итә. Альфа — грек алфавитының беренсе хәрефе, ә омега — һуңғыһы. «Альфа һәм Омега» тип әйтеп, Йәһүә ниндәй генә эшкә тотонһа ла, уны аҙағына тиклем еткерәсәген күрһәтә.

Йәһүә ниндәйҙер эшкә тотонһа, аҙағына тиклем еткерә. (14, 17-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

14. а) Йәһүә образлы «Альфа» тип ҡасан әйткән һәм «Омега» тип ҡасан әйтәсәк? Аңлатығыҙ. б) Башланмыш 2:1—3-тә яҙылған һүҙҙәр нимәгә ышаныс бирә?

14 Йәһүә Әҙәм менән Һауаны барлыҡҡа килтергәс, ергә һәм кешеләргә ҡарата үҙ ниәтен иғлан иткән. Изге Яҙмала беҙ былай тип уҡыйбыҙ: «Алла, уларға фатиха ҡылып, әйтте: „Үрсегеҙ, күбәйегеҙ, ер өҫтөндә таралығыҙ һәм уға хужа булығыҙ“» (Баш. 1:28). Тап шул саҡта Йәһүә «Альфа» тип әйткәндәй булған. Үҙ ниәтен ул асыҡ аңлатҡан: Әҙәм менән Һауаның камил, тыңлаусан тоҡомдары ерҙә тараласаҡ һәм уны ожмахҡа әйләндерәсәк. Йәһүәнең был ниәте ғәмәлгә ашҡас, ул образлы «Омега» тип әйтәсәк. Алла күк менән ерҙе барлыҡҡа килтереүен тамамлағас, шулай буласағына гарантия биргән. Был хаҡта Башланмыш 2:1—3-тә яҙылған (уҡығыҙ). Унда әйтелгәнсә, Йәһүә етенсе көндө изге тип иғлан иткән. Был Йәһүәнең кешелеккә һәм ергә ҡарата ниәте етенсе көндөң аҙағына тулыһынса үтәләсәген күрһәтә.

15. Ни өсөн Шайтан, Аллаға ниәтен ғәмәлгә ашырырға ҡамасаулай алам, тип уйлаған?

15 Әҙәм менән Һауа Аллаға ҡаршы фетнә күтәргән һәм гонаһ ҡылған, шулай итеп гонаһ менән үлемде тоҡомдарына мираҫ итеп биргән (Рим. 5:12). Был Йәһүәнең ниәте емерелгәнен һәм ерҙең бер ҡасан да камил, тыңлаусан кешеләр менән тулмаясағын аңлатҡанмы? Шайтандың фетнәһе арҡаһында Алла «Омега» тип әйтә алырмы? Алла үҙ вәғәҙәһен бер нисек тә үтәй алмаһын өсөн, Шайтан, моғайын, уға ҡамасаулай алам, тип фекер йөрөткәндер. Мәҫәлән, Әҙәм менән Һауаны юҡ итеп, Алла икенсе камил пар барлыҡҡа килтерер, тип уйлағандыр. Әгәр Йәһүә шулай эш иткән булһа, Иблис уны алдауҙа ғәйепләр ине. Ни өсөн? Сөнки Башланмыш 1:28-ҙә әйтелгәнсә, Йәһүә Әҙәм менән Һауаға, уларҙың тоҡомдары ерҙе тултырасаҡ, тип әйткән.

16. Ни өсөн Шайтан, Йәһүәне башлаған эшен аҙағына еткерә алмауҙа ғәйепләй алам, тип уйлай алған?

16 Шайтандың уйлауынса, Йәһүә тағы ниндәй ҡарар ҡабул итә алыр ине? Моғайын, ул, Йәһүә Әҙәм менән Һауаға балалар тыуҙырырға рөхсәт итһә лә, улар бер ҡасан да камил булмаясаҡ, тип уйлағандыр (Вәғ. 7:20; Рим. 3:23). Шул саҡта Шайтан Йәһүәне башлаған эшен аҙаҡҡа тиклем еткерә алмауҙа ғәйепләр ине. Ни өсөн? Сөнки уның уйлауынса, Алланың ерҙе камил һәм тыңлаусан кешеләр менән тултырырға ниәте бер ҡасан да үтәлмәҫ ине.

17. Йәһүә нисек Шайтандың пландарын боҙған һәм был нимә менән тамамланасаҡ? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

17 Йәһүә Шайтандың бөтә пландарын боҙған (Зәб. 92:5). Ул Әҙәм менән Һауаға балалар тыуҙырырға рөхсәт иткән, шуға күрә Шайтан Алланы ялғанда ғәйепләй алмаған. Шулай уҡ Шайтан Йәһүәне башлаған эшен аҙаҡҡа тиклем еткерә алмауҙа ла ғәйепләй алмаған, сөнки Алла Әҙәм менән Һауаның тыңлаусан балаларын ҡотҡарыр өсөн «тоҡом» булдырған (Баш. 3:15; 22:18). Был «тоҡом» кешеләрҙе йолоп алыр өсөн үҙ ғүмерен бирергә тейеш булған. Шайтан, шулай килеп сығыр тип, бер ҙә уйламаған. Ни өсөн? Сөнки ундай ҡорбандар яратыуҙан сығып эшләнгән, Шайтанға иһә ундай хистәр бер ҙә таныш түгел, ул бит эгоист (Матф. 20:28; Яхъя 3:16). Ә йолом нимәгә килтергән? Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһы аҙағында ерҙә Әҙәм менән Һауаның камил һәм тыңлаусан тоҡомдары йәшәйәсәк. Барыһы ла тап Алла ниәтләгәнсә буласаҡ. Шул саҡта Йәһүә образлы «Омега» тип әйтер.

ЙӘҺҮӘНЕҢ ВӘҒӘҘӘЛӘРЕНӘ ЫШАНЫСЫБЫҘҘЫ НИСЕК НЫҒЫТА АЛАБЫҘ?

18. Ерҙең ожмахҡа әйләнәсәгенә ни өсөн ышанып була? ( «Йәһүәнең вәғәҙәләренә ышаныр өсөн өс сәбәп» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)

18 Был мәҡәләлә беҙ ерҙең ожмахҡа әйләнәсәгенә дәлилдәр ҡарап сыҡтыҡ. Беренсенән, быны Йәһүә үҙе вәғәҙә итә. Асылыш китабында: «Тәхеттә Ултырыусы былай тине: „Бына, Мин бар нәмәне лә яңы итеп яһайым!“» — тип яҙылған. Алланың был вәғәҙәһен үтәргә зирәклеге лә, көсө лә, теләге лә бар. Икенсенән, Йәһүә үҙ вәғәҙәләренең үтәлеүенә бер ҙә шикләнмәй. Бына ни өсөн ул: «Был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ... Ғәмәлгә ашты!» — тип әйткән. Өсөнсөнән, Йәһүә ниндәй генә эшкә тотонһа ла, аҙағына еткерә. Ул бит үҙен «Альфа һәм Омега» тип атай. Йәһүә Шайтандың ялғансы һәм уның бөтә мәкерле ниәттәре уңышһыҙ икәнен иҫбатлаясаҡ.

19. Кешегә Алланың, ерҙе ожмахҡа әйләндерәм, тигән вәғәҙәһенә ышаныуы ауыр булһа, һеҙ нимә эшләрһегеҙ?

19 Онотмағыҙ: һеҙ вәғәздә Алланың вәғәҙәләре тураһында һөйләгән һайын Йәһүәгә үҙ ышанысығыҙҙы нығытаһығыҙ. Кешегә Асылыш 21:4-те уҡығандан һуң «был әкиәткә оҡшаш» тигән яуап ишетһәгеҙ, нимә эшләрһегеҙ? Уға 5-се һәм 6-сы аяттарҙы уҡығыҙ һәм Йәһүәнең, үҙ вәғәҙәһен үтәйәсәгенә «ҡул ҡуйып», гарантия биргәнен күрһәтегеҙ (Ишағ. 65:16).

145-СЕ ЙЫР Алла вәғәҙә иткән ожмах

a Был мәҡәләлә беҙ Йәһүәнең ерҙең ожмах булып китәсәгенә ниндәй гарантиялар биргәнен ҡарап сығырбыҙ. Был дәлилдәр тураһында башҡаларға һөйләгән һайын, беҙ Йәһүәнең вәғәҙәләренә иманыбыҙҙы нығытабыҙ.