Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

46-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүәгә хеҙмәт итеү ғаиләгеҙҙә беренсе урында булһын

Йәһүәгә хеҙмәт итеү ғаиләгеҙҙә беренсе урында булһын

«Йәһүә көс-ҡеүәтем... Йөрәгем уға таяна» (ЗӘБ. 28:7).

131-СЕ ЙЫР «Икеһе бер тән булырҙар»

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. а) Ни өсөн йәш ғаиләләргә Йәһүәгә таянырға кәрәк? (Зәбур 37:3, 4). б) Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

ҺЕҘ күптән түгел генә никахҡа индегеҙме йәки өйләнешергә йыйынаһығыҙмы? Шулай булһа, һеҙ, әлбиттә, яратҡан кешегеҙ менән мәңге шатланып йәшәргә теләйһегеҙ. Шулай ҙа ғаилә тормошонда үҙ ауырлыҡтары бар һәм никахтағыларға етди ҡарарҙар ҡабул итергә тура килә. Был ауырлыҡтарҙы нисек хәл итеүегеҙ һәм ниндәй ҡарарҙар ҡабул итеүегеҙ ғаилә бәхетенә тәьҫир итәсәк. Әгәр һеҙ Йәһүәгә таянһағыҙ, аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итерһегеҙ, никахығыҙ ныҡ булыр һәм үҙегеҙ бәхетле булырһығыҙ. Ә Алланың кәңәштәренә ҡолаҡ һалмаһағыҙ, ғаиләгеҙҙә ауырлыҡтарҙың тыуыуы ихтимал, һәм һеҙ бәхетһеҙ булырһығыҙ. (Зәбур 37:3, 4-те * уҡығыҙ.)

2 Был мәҡәлә беренсе сиратта йәш ғаиләләргә тәғәйенләнгән булһа ла, бында ҡаралған ауырлыҡтар менән һәр ғаилә осрашырға мөмкин. Беҙ Изге Яҙмала яҙылған Аллаға тоғро ирҙәр һәм ҡатындарҙың өлгөһөнән нимәгә өйрәнеп булғанын ҡарап сығырбыҙ. Был миҫалдарҙан алған һабаҡтарҙы беҙ ғаиләлә генә түгел, тормошобоҙҙоң башҡа өлкәләрендә лә ҡуллана алабыҙ. Шулай уҡ беҙҙең көндәрҙәге ғаиләләрҙең миҫалдарына иғтибар итербеҙ.

ЙӘШ ҒАИЛӘНЕҢ НИНДӘЙ АУЫРЛЫҠТАРЫ ТЫУЫРҒА МӨМКИН?

Йәш парҙарға ниндәй ҡарарҙар Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итергә ҡамасаулай ала? (3, 4-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

3, 4. Йәш ғаилә ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға мөмкин?

3 Ҡайһы саҡта яңы өйләнешкәндәрҙе яҡындары «кешеләрсә» йәшәргә өндәй. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәрҙе ата-әсәләре тиҙерәк бала табыуҙарын һорай. Йәки дуҫтары һәм туғандары, яҡшы ниәттәрҙән сығып, өй һатып алырға һәм уны матур әйберҙәр менән тултырырға кәңәш итә.

4 Әгәр йәш ғаилә уйламайынса ҡарарҙар ҡабул итһә, улар бурыстарға йә кредиттарға батырға мөмкин. Бурыстарын ҡаплар өсөн уларҙың икеһенә лә күп эшләргә тура килер. Эш яйлап уларҙың рухи эштәргә бүлгән ваҡыттарын урлай башлар. Эштәрен юғалтырға ҡурҡып йә күберәк аҡса эшләргә теләп, улар эштән һуң ҡалып эшләргә һәм шуға күрә йыйылыш осрашыуҙарын ҡалдырырға мөмкин. Һөҙөмтәлә ундай парҙар үҙҙәрен хеҙмәт килтергән шатлыҡтан мәхрүм итә.

5. Клаус менән Марисаның миҫалы һеҙҙе нимәгә өйрәтә?

5 Башҡаларҙың тормошонан күренеүенсә, байлыҡҡа мауығып йәшәгән кеше бәхетле була алмай. Быға Клаус менән Мариса * үҙҙәре инанған. Туйҙан һуң рәхәт тормош алып барырға теләп, улар икеһе лә тулы көн эшләгән. Әммә күңелдәрендә ниндәйҙер бушлыҡ һиҙгән. Клаус былай тип һөйләй: «Беҙҙең әйберҙәребеҙ кәрәгенән артыҡ ине, ә рухи яҡтан беҙ алға барманыҡ. Ысын ғына әйткәндә, беҙ тормошобоҙҙо үҙебеҙ ҡатмарландырҙыҡ һәм стресс өҫтәнек». Бәлки, һеҙ ҙә күп яңы әйберҙәр һатып алыу ҡәнәғәтлек килтермәй икәненә иғтибар иткәнһегеҙҙер. Әммә тормошоғоҙ Клаус менән Марисаныҡына оҡшаған булһа, борсолмағыҙ. Был мәҡәләләге кәңәштәр һеҙгә кәрәкле үҙгәрештәр яһарға ярҙам итер. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, Иосафат батшаның миҫалынан ирҙәр нимәгә өйрәнә алғанын ҡарап сығайыҡ.

ИОСАФАТ БАТША ҺЫМАҠ, ЙӘҺҮӘГӘ ТАЯНЫҒЫҘ

6. Ауыр хәл тыуғанда, Иосафат нисек Ғибрәтле һүҙҙәр 3:5, 6-ла килтерелгән кәңәш буйынса эш иткән?

6 Ирҙәр, һеҙгә өҫтөгөҙҙә ятҡан вазифаларҙы үтәүе ауыр булғаны бармы? Әгәр шулай булһа, һеҙгә Иосафат батшаның үрнәге ярҙам итә ала. Батша булараҡ, ул бөтә халыҡтың именлеге өсөн яуаплы булған. Ул нисек был етди йөкләмәне үтәгән? Ул үҙенең халҡын яҡлар өсөн хәленән килгәндең барыһын эшләгән. Иосафат Йәһүҙәләге ҡалаларҙы нығытҡан һәм 1 160 000 һуғышсынан торған ғәскәр йыйған (2 Йыл. 17:12—19). Бер ваҡыт ул етди ауырлыҡ менән осрашҡан. Уның үҙенә, ғаиләһенә һәм халҡына аммондар, муавтар һәм Сеир тауҙарында йәшәгән халыҡтар һөжүм итергә йыйынған (2 Йыл. 20:1, 2). Иосафат нимә эшләгән? Ул Йәһүәгә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Ғибрәтле һүҙҙәр 3:5, 6-ла * (уҡығыҙ) яҙылған һүҙҙәр тап шуға дәртләндерә лә. 2 Йылъяҙма 20:5—12-лә Иосафаттың баҫалҡылыҡ менән ҡылған доғаһы яҙылған. Уның һүҙҙәренән күренеүенсә, ул күктәге ҡайғыртыусан Атаһына бик ныҡ таянған. Йәһүә Иосафаттың доғаһына нисек яуап биргән?

7. Йәһүә Иосафаттың доғаһына нисек яуап биргән?

7 Йәһүә Иосафатҡа Йәһәзиил исемле левит аша былай тип өндәшкән: «Шунда баҫығыҙ ҙа үҙ урындарығыҙҙа тик тороғоҙ һәм Йәһүәнең үҙегеҙҙе нисек ҡотҡарыуын ҡарап тороғоҙ» (2 Йыл. 20:13—17). Шундай етди ҡурҡыныс янағанда тик кенә ҡарап тороу — ғәҙәти хәл түгел. Әммә был күрһәтмәләр кешенән түгел, ә Алланан булған. Йәһүәгә тулыһынса ышанғанға, Иосафат шулай эш иткән дә. Батша үҙ халҡы менән дошманға ҡаршы сыҡҡанда, беренсе рәткә тәжрибәле һуғышсыларҙы түгел, ә Йәһүәне данлаған ҡоралһыҙ йырсыларҙы ҡуйған. Алла үҙ вәғәҙәһен үтәгән: ул дошман ғәскәрен тар-мар иткән (2 Йыл. 20:18—23).

Яңы өйләнешкән парҙар, доға ҡылып һәм Алла Һүҙен өйрәнеп, тормоштарында Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе беренсе урынға ҡуя (8, 10-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

8. Ирҙәр Иосафаттың миҫалынан нимәгә өйрәнә ала?

8 Ирҙәр, Иосафаттың миҫалы һеҙҙе күп нәмәгә өйрәтә ала. Һеҙ ғаиләгеҙҙең именлеге өсөн яуаплы, шуға күрә уларҙы яҡлар һәм тәьмин итер өсөн тырышып эшләйһегеҙ. Бәлки, һеҙ, ауырлыҡтар тыуғанда, мин барыһын да үҙем хәл итә алам, тип уйлайһығыҙҙыр. Әммә, зинһар өсөн, үҙегеҙгә генә таянмағыҙ! Шәхси доғала ярҙам һорап, Йәһүәгә мөрәжәғәт итегеҙ. Шулай уҡ ҡатынығыҙ менән дә бергә ҡайнар доға ҡылығыҙ. Изге Яҙманы өйрәнеп һәм ойошмабыҙҙың баҫмаларын уҡып, Йәһүәнән күрһәтмәләр эҙләгеҙ һәм тапҡан кәңәштәрҙе ҡулланығыҙ. Изге Яҙмаға нигеҙләнеп ҡабул иткән ҡарарҙарығыҙ башҡалар өсөн аҡылһыҙ булып күренергә мөмкин. Улар былай тип әйтә ала: «Ғаилә үҙен яҡлаулы итеп тойһон өсөн, ир кешегә күп аҡса эшләргә кәрәк». Әммә һеҙ Иосафаттың миҫалы тураһында онотмағыҙ. Ул Йәһүәгә таянған һәм быны эштәре менән күрһәткән. Йәһүә был тоғро хеҙмәтсеһен ҡалдырмаған кеүек, һеҙҙе лә ҡалдырмаясаҡ (Зәб. 37:28; Евр. 13:5). Никахтары бәхетле булһын өсөн, ир менән ҡатын нимә эшләй ала?

ИШАҒЫЯНАН ҺӘМ УНЫҢ ҠАТЫНЫНАН ҮРНӘК АЛЫҒЫҘ

9. Беҙ Ишағыя пәйғәмбәр һәм уның ҡатыны тураһында нимә беләбеҙ?

9 Ишағыя менән уның ҡатынының тормошонда Йәһүә беренсе урында булған. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? Ишағыя пәйғәмбәр булып хеҙмәт иткән. Изге Яҙмала уның ҡатыны ла пәйғәмбәр булған тип әйтелә. Күрәһең, Йәһүә уға ла пәйғәмбәри йөкләмәләр тапшырған (Ишағ. 8:1—4). Был ғаиләнең тормошо тулыһынса Йәһүәгә хеҙмәт итеүгә бәйле булған. Улар йәш ғаиләләр өсөн бик яҡшы үрнәк булып тора.

10. Пәйғәмбәрлектәрҙе тикшереү парҙарҙың ашҡынып хеҙмәт итеүенә нисек тәьҫир итә ала?

10 Бөгөн дә ирле-ҡатынлылар, Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә бар көсөн һалып, Ишағыяның ғаиләһенән өлгө ала. Әгәр улар Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе бергәләп тикшерһәләр һәм уларҙың үтәлешенә иғтибар итһәләр, уларҙың Йәһүәгә ҡарата ышаныстары нығыр (Тит. 1:2) *. Шулай уҡ парҙарға Изге Яҙмалағы ҡайһы бер пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлешенә нисек үҙ өлөштәрен индерә алғандары тураһында уйланыу файҙалы булыр. Мәҫәлән, шундай пәйғәмбәрлектәрҙең береһе Матфей 24:14-тә яҙылған: «Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер. Ана шунан һуң аҙағы килер». Ир менән ҡатын пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлгәнен асығыраҡ күргән һайын, уларҙың Йәһүәгә хеҙмәт итеү теләге көслөрәк була барыр.

ПРИСКИЛЛА МЕНӘН АКИЛА ҺЫМАҠ, АЛЛА ИХТЫЯРЫН БЕРЕНСЕ УРЫНҒА ҠУЙЫҒЫҘ

11. Акила менән Прискилла ниндәй хеҙмәттә ҡатнаша алған һәм ни өсөн?

11 Яңы өйләнешкән парҙар Римда йәшәгән Прискилла менән Акила миҫалынан да күп нәмәгә өйрәнә ала. Улар йәһүдтәр булған һәм, Ғайса Мәсих тураһында һөйөнөслө хәбәрҙе ишеткәс, мәсихсе булып киткән. Һис шикһеҙ, Акила менән Прискилла үҙ шарттары менән ҡәнәғәт булған, әммә барыһы ҡапыл үҙгәргән. Император Клавдий бөтә йәһүдтәргә Римдан китергә ҡушҡан. Был уларҙың тормошона нисек тәьҫир иткән? Уларға, үҙ йорттарын һәм сатыр яһау эштәрен ҡалдырып, икенсе ҡалаға күсеп китергә һәм унда барыһын да яңынан башларға кәрәк булған. Шундай үҙгәрештәр арҡаһында Батшалыҡ эше уларҙың тормошонда икенсе урынға күсмәгәнме? Моғайын, был һорауға яуапты һеҙ беләһегеҙҙер. Яңы урында, Коринф ҡалаһында, Акила менән Прискилла урындағы йыйылыш менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән һәм илсе Павел менән бергә ҡәрҙәштәрҙе нығытҡан. Һуңыраҡ улар бер нисә тапҡыр башҡа ҡалаларға вәғәзләр өсөн күсенгән (Ғәм. 18:18—21; Рим. 16:3—5). Эйе, улар мәғәнәле һәм төрлө ваҡиғаларға бай тормош алып барған!

12. Ни өсөн йәш ғаиләләргә рухи маҡсаттар ҡуйырға кәрәк?

12 Бөгөн дә парҙар, Батшалыҡ эштәрен беренсе урынға ҡуйып, Прискилла менән Акиланан өлгө ала ала. Парҙар тормош маҡсаттарын осрашып йөрөгән саҡта билдәләһә, был бик яҡшы булыр ине. Улар рухи маҡсаттар ҡуйһа һәм уларға бергә өлгәшергә тырышһа, Алланың рухы уларҙың тормоштарына күберәк тәьҫир итер (Вәғ. 4:9, 12). Расселл менән Элизабеттың һүҙҙәре быны иҫбатлай. «Беҙ рухи маҡсаттарыбыҙҙы туйға тиклем ҡарап сыҡтыҡ», — ти Расселл. Ә Элизабет былай тип дауам итә: «Ғаилә тормошонда был бик ярҙам итте. Ҡарарҙар ҡабул иткәндә, беҙ рухи маҡсаттарыбыҙҙы иҫәпкә алабыҙ һәм уларға өлгәшергә бер нәмәгә лә ҡамасауларға рөхсәт итмәйбеҙ». Һөҙөмтәлә Расселл менән Элизабет вәғәзселәр әҙ булған Микронезияға күсенә алған.

Яңы өйләнешкән парҙар, рухи маҡсаттар ҡуйып, тормоштарында Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе беренсе урынға ҡуя (13-се абзацты ҡарағыҙ.)

13. Зәбур 28:7 буйынса, Йәһүәгә таянған парҙарҙы нимә көтә?

13 Расселл менән Элизабет һымаҡ, күп парҙар вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эшенә күберәк ваҡыт бүлер өсөн ябай тормош алып барырға ҡарар иткән. Рухи маҡсаттар ҡуйғанда һәм уларға бергәләп өлгәшкәндә, ир менән ҡатын күп фатихалар ура. Тормоштарында Йәһүәнең ҡайғыртыуын күберәк күргәндә, уларҙың уға ышанысы үҫә һәм улар үҙҙәрен бәхетлерәк тоя. (Зәбур 28:7-не * уҡығыҙ.)

ПЕТР ҺӘМ УНЫҢ ҠАТЫНЫ ҺЫМАҠ, ЙӘҺҮӘНЕҢ ВӘҒӘҘӘЛӘРЕНӘ ЫШАНЫҒЫҘ

14. Илсе Петр һәм уның ҡатыны Матфей 6:25, 31—34-тә яҙылған вәғәҙәгә ышанғандарын нисек күрһәткән?

14 Парҙар илсе Петр менән уның ҡатынының миҫалынан да күп нәмәгә өйрәнә ала. Петр Ғайса Мәсих менән осрашҡандан һуң яҡынса ярты йә бер йыл үткәс, Ғайса уға үҙенең шәкерте булырға тәҡдим иткән. Был тәҡдимде ҡабул итергәме, юҡмы икәне тураһында уйланғанда, Петрға бер мөһим яҡты иҫәпкә алырға кәрәк булған. Баш булараҡ, ул ғаиләһен тәьмин итер өсөн балыҡ тотоу эше менән шөғөлләнгән (Лука 5:1—11). Шулай ҙа Петр Ғайса Мәсих артынан эйәрергә ҡарар иткән, һәм был бик аҡыллы булған. Күрәһең, Петрҙың ҡатыны уның ҡарарын хуплаған. Изге Яҙманан күренеүенсә, Ғайсаның терелеүенән һуң ул күпмелер ваҡыт дауамында ире менән бергә сәйәхәт иткән (1 Кор. 9:5). Һис шикһеҙ, Петрҙың ҡатыны яҡшы мәсихсе һәм тоғро ярҙамсы булған. Шуға күрә Петр ирҙәргә һәм ҡатындарға хаҡлы рәүештә кәңәш бирә алған (1 Пет. 3:1—7). Әлбиттә, Петр һәм уның ҡатыны Йәһүәнең, Батшалыҡты беренсе урында ҡуйғандар хаҡында ҡайғыртырмын, тигән вәғәҙәһенә тулыһынса ышанған. (Матфей 6:25, 31—34-те уҡығыҙ.)

15. Тьягу менән Эстерҙың миҫалынан беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ?

15 Әгәр һеҙ инде бер нисә йыл никахта булһағыҙ, һеҙгә Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итеү теләген үҫтерергә нимә ярҙам итер? Һеҙ башҡа парҙарҙың тәжрибәһенә иғтибар итә алаһығыҙ. Мәҫәлән, ундай ҡәрҙәштәр тураһында «Улар үҙҙәрен хеҙмәткә теләп бағышлаған» * тигән рубрикала уҡып була. Шундай мәҡәләләр Бразилиянан булған Тьягу менән Эстерҙы вәғәзселәргә ихтыяж булған территорияла хеҙмәт итергә дәртләндергән. Тьягу былай тип аңлата: «Шундай мәҡәләләрҙе уҡып, беҙ Йәһүәнең бөгөнгө ваҡытта үҙ хеҙмәтселәренә нисек ярҙам иткәнен күрҙек. Беҙ ҙә Йәһүәнең ярҙамын һәм ҡайғыртыуын үҙ тормошобоҙҙа күрергә теләнек». Ваҡыт үтеү менән улар Парагвайға күсенгән һәм 2014 йылдан башлап унда португал телендә һөйләшкән кешеләргә вәғәзләй. Эстер былай тип бүлешә: «Беҙгә икебеҙгә лә Ефестарға 3:20-ләге һүҙҙәр бик оҡшай. Йәһүәгә хеҙмәт иткәндә, беҙ был һүҙҙәрҙең үтәлешен гел күреп торабыҙ». Был аятта яҙылғанса, Йәһүә беҙҙең өсөн һорағаныбыҙҙан күберәкте эшләй ала, һәм быға күп дәлилдәр бар.

Яңы өйләнешкән парҙар, тәжрибәле мәсихселәр менән кәңәшләшеп, тормоштарында Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе беренсе урынға ҡуя (16-сы абзацты ҡарағыҙ.)

16. Йәш парҙарға маҡсаттар ҡуйыуҙа кем ярҙам итә ала?

16 Йәш ғаиләләр Йәһүәгә таянырға өйрәнгән парҙарҙың тәжрибәһенән һабаҡтар ала ала. Мәҫәлән, ҡайһы бер парҙар инде тиҫтәләгән йылдар дауамында тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнаша. Ниңә шундай парҙар менән ҡуясаҡ маҡсаттарығыҙ тураһында һөйләшеп алмаҫҡа? Шулай эш итеп, һеҙ Йәһүәгә таянғанығыҙҙы күрһәтерһегеҙ (Ғиб. һүҙ. 22:17, 19). Шулай уҡ йәш ғаиләләргә маҡсаттар ҡуйырға һәм уларға өлгәшергә өлкәндәр ярҙам итә ала.

17. Клаус һәм Мариса менән нимә булған һәм уларҙың миҫалы беҙҙе нимәгә өйрәтә?

17 Беҙ Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итергә теләһәк тә, ҡайһы ваҡыт теләктәребеҙ тормошҡа ашмаҫҡа мөмкин. Мәҡәләнең башында иҫкә алынған Клаус менән Марисаның осрағында шулай булған да. Туйҙан һуң өс йыл үткәс, улар Финляндияға филиалдың төҙөлөшөндә ярҙам итер өсөн күсенгән. Әммә һуңыраҡ улар унда алты ай ғына хеҙмәт итергә рөхсәт ителгәнен белеп ҡалған. Тәүҙә улар бойоғоп киткән. Әммә күп тә үтмәҫтән уларға ғәрәп теленең курстарын үтергә тәҡдим иткәндәр. Хәҙер улар шатланып башҡа илдә хеҙмәт итә һәм ғәрәп телендә һөйләшкән кешеләргә вәғәзләй. Үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, Мариса былай ти: «Уңайлы шарттарҙы ҡалдырып, Йәһүәгә тулыһынса таяныу бик ауыр булып күренергә мөмкин. Әммә мин Йәһүәнең һәр ваҡыт ярҙам иткәнен күрҙем. Һәм ул быны йыш ҡына көтөлмәгәнсә эшләне. Шундай осраҡтарҙан һуң мин уға тағы ла нығыраҡ таяна башланым». Клаус менән Марисаның миҫалынан күренеүенсә, Йәһүә үҙенә тулыһынса таянған хеҙмәтселәрен һәр ваҡыт бүләкләй.

18. Ғаиләле парҙарға Йәһүәгә һәр ваҡыт таянырға нимә ярҙам итер?

18 Йәһүә кешеләргә никах ҡороу мөмкинлеге бүләк иткән (Матф. 19:5, 6). Ул ғаилә тормошоноң ир менән ҡатынға бәхет килтереүен теләй (Ғиб. һүҙ. 5:18). Йәш парҙар, шул хаҡта уйланығыҙ: һеҙ тормошоғоҙҙо нимәгә сарыф итәһегеҙ? Йәһүәнең бүләктәренә рәхмәтле булғанығыҙҙы күрһәтер өсөн бар тырышлыҡтарығыҙҙы һалаһығыҙмы? Йәһүә менән доғала һөйләшегеҙ. Үҙегеҙҙең шарттарҙа Йәһүәнең принциптарын ҡулланыр өсөн уның Һүҙен тикшерегеҙ, ә шунан ул һеҙгә биргән кәңәштәрҙе ҡулланығыҙ. Бер ҙә шикләнмәгеҙ: Йәһүәгә хеҙмәт итеү ғаиләгеҙҙә беренсе урында торһа, ғаилә тормошоғоҙ бәхетле һәм мәғәнәле булыр!

132-СЕ ЙЫР Беҙ икәү бер тән булдыҡ

^ 5 абз. Тормошобоҙҙа ҡабул иткән ҡарарҙар Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә күпме ваҡыт һәм көс бағышлай алғаныбыҙға тәьҫир итә. Уларҙың ҡайһы берҙәре хатта тормошобоҙға йүнәлеш бирә. Был айырыуса йәш ғаиләләргә ҡағыла. Был мәҡәлә уларға ғаилә тормоштары бәхетле һәм мәғәнәле булһын өсөн аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер.

^ 1 абз. Зәбур 37:3, 4: «Йәһүәгә таян һәм яҡшылыҡ ҡыл, ерҙә йәшә һәм тоғролоҡ менән эш ит. 4 Йәһүәлә сикһеҙ шатлыҡ тап, һәм ул күңелеңдең теләктәрен үтәр».

^ 5 абз. Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

^ 6 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 3:5, 6: «Бөтә йөрәгең менән Йәһүәгә таян, үҙеңдең аңлау һәләтеңә таянма. 6 Бар юлдарыңда ла уны күҙ уңында тот, һәм ул һуҡмаҡтарыңды тура итер».

^ 10 абз. Мәҫәлән, һеҙ «Саф ғибәҙәт торғоҙолған» тигән китаптың (тат.) 6, 7-се һәм 19-сы бүлектәрен ҡарап сыға алаһығыҙ.

^ 13 абз. Зәбур 28:7: «Йәһүә көс-ҡеүәтем һәм ҡалҡаным минең. Йөрәгем уға таяна. Мин унан ярҙам күрҙем, шуға күңелем һөйөнә, мин уны йырым менән маҡтармын».

^ 15 абз. Элек был мәҡәләләр «Күҙәтеү манараһында» баҫтырылды. Хәҙер улар jw.org сайтында «Йәһүә шаһиттарының биографиялары» тигән бүлексәлә килтерелә.