БИОГРАФИЯ
«Йәһүә мине һәр ваҡыт иҫендә тотто»
МИН Гайанала (Көньяҡ Америка) индеецтар ауылында йәшәйем. Беҙҙең Ореалла тип аталған ауылыбыҙҙа яҡынса 2 000 кеше көн күрә. Ауылыбыҙ алыҫта урынлашҡан, һәм бында кәмә йә бәләкәй самолет менән генә килеп етергә була.
Мин 1983 йылда тыуғанмын. Тәүҙә мин һау бала инем, әммә ун йәшемдә минең бөтә тәнем ауырта башланы. Ә яҡынса ике йыл үткәс, бер көндө иртән уянып аяҡтарымды ҡыбырлата алмағанымды тойҙом. Нисек кенә тырышһам да, аяҡтарымды ҡуҙғата алманым. Шул ваҡыттан алып мин йөрөй алмайым. Өҫтәүенә, ауырыуым арҡаһында мин үҫеүҙән туҡтаным. Хәҙер минең буйым бала саҡтағы һымаҡ.
Бер тапҡыр беҙгә ике ҡатын килде, улар Йәһүә шаһиттары ине. Ул ваҡытҡа мин инде бер нисә ай өйҙән сыҡмай инем. Ғәҙәттә, мин сит кешеләрҙән йәшенә торғайным, әммә был юлы улар менән һөйләшергә булдым. Улар ожмах тураһында һөйләне, һәм был миңә биш йәшемдә ишеткәндәрҙе иҫемә төшөрҙө. Ул саҡта ауылыбыҙға Суринамдан айына бер тапҡыр Джетро исемле миссионер килеп йөрөй торғайны. Ул атайым менән Изге Яҙманы өйрәнә ине. Джетро гел дә миңә ҡарата игелекле булды, һәм ул миңә бик оҡшай торғайны. Шулай уҡ олатайым менән өләсәйем Йәһүә шаһиттарының ауылыбыҙҙа үткәргән йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй ине һәм ҡайһы саҡта мине үҙҙәре менән алып бара торғайны. Шуға күрә беҙгә килгән апай-ҡәрҙәштәрҙең береһе, Флоренс, өйрәнеү тәҡдим иткәс, мин ризалаштым.
Икенсе тапҡыр Флоренс үҙенең ире Джастус менән килде, һәм улар минең менән өйрәнеү башланы. Уҡый белмәгәнемде күргәс, улар мине өйрәтергә булды. Күпмелер ваҡыт үткәндән һуң, мин инде үҙем уҡый ала инем. Һуңыраҡ Джастус менән Флоренсты Суринамда хеҙмәт итергә билдәләнеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ореаллала минең менән өйрәнеүҙе дауам итерлек кеше юҡ ине. Әммә Йәһүә мине һәр ваҡыт иҫендә тотто.
Күп тә үтмәҫтән, ауылыбыҙға Флойд исемле пионер күсеп килде. Хижинанан-хижинаға йөрөп вәғәзләгәндә, ул беҙгә лә керҙе. Ул Изге Яҙма өйрәнеүен тәҡдим иткәс, мин йылмайҙым. Флойд: «Ни өсөн һеҙ йылмаяһығыҙ?» — тип һораны. Мин уға «Алла беҙҙән нимә талап итә?» тигән брошюраны үткәнемде һәм «Мәңгелек тормошҡа алып барыусы белем» * тигән китапты өйрәнә башлағанымды әйттем, шулай уҡ ни өсөн өйрәнеү туҡталғанын аңлаттым. Флойд минең менән шул китаптың ҡалған бүлектәрен өйрәнде, әммә унан һуң уны башҡа ерҙә хеҙмәт итергә билдәләнеләр. Шулай итеп мин тағы уҡытыусыһыҙ ҡалдым.
Әммә 2004 йылда Ореаллаға Гранвилл һәм Джошуа исемле махсус пионерҙарҙы ебәрҙеләр. Вәғәзләп йөрөгәндә улар, миңә кереп, Изге Яҙма өйрәнеүе тәҡдим иттеләр. Мин йылмайҙым да «Мәңгелек тормошҡа алып барыусы белем» китабын минең менән баштан өйрәнеүҙәрен һораным. Улар мине элекке уҡытыусыларым өйрәткәндәргә өйрәтерме икәнен белергә теләй инем. Гранвилл ауылда йыйылыш осрашыуҙары үткәрелгәне тураһында әйтте. Мин өйҙән яҡынса ун йыл сыҡмаған инем, әммә осрашыуға барырға бик теләнем! Гранвилл миңә ярҙам итте: ул миңә килде һәм инвалид коляскаһына ултыртып Батшалыҡ залына алып барҙы.
Һуңыраҡ Гранвилл мине Теократик хеҙмәт мәктәбенә яҙылырға дәртләндерҙе. Ул миңә былай тине: «Йөрөй алмаһаң да, һин һөйләшә алаһың. Бер көндө һин асыҡ телмәр менән сығыш яһаясаҡһың. Һис шикһеҙ, яһаясаҡһың!» Уның һүҙҙәре миңә көс өҫтәне.
Мин Гранвилл менән бергә вәғәзләй башланым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең соҡор-саҡырлы юлдарҙан инвалид коляскаһында йөрөүе еңел түгел ине. Шуға күрә Гранвиллды мине арбала йөрөтөүен һораным. 2005 йылдың апрель айында мин һыуға сумдырылдым. Күп тә үтмәҫтән, ағай-ҡәрҙәштәр мине әҙәбиәт һәм Батшалыҡ залындағы тауыш аппаратураһы менән бәйле эштәрҙе башҡарырға өйрәтте.
2007 йылда бик ҡыҙғаныс хәл булды. Атайым, кәмәлә йөҙөп барғанда, фажиғәле хәлгә осраны һәм бер нисә көндән һуң үлде. Был ғаиләбеҙ өсөн бик ҙур ҡайғы булды. Гранвилл, беҙҙең менән доға ҡылып, Изге Яҙмалағы һүҙҙәр менән йыуата торғайны. Ә ике йылдан һуң тағы бер ҡайғы килде — Гранвилл йөҙөп барған кәмә батҡан, һәм ул һәләк булған.
Бәләкәй генә йыйылышыбыҙ бик ныҡ ҡайғырҙы. Беҙ өлкәнһеҙ, бер хеҙмәт ярҙамсыһы менән генә ҡалдыҡ. Мин Гранвиллдың үлемен бик ауыр кисерҙем, сөнки ул ҡәҙерле дуҫым булды. Мин рухи ярҙамға йә башҡа нәмәгә мохтаж булғанда, ул һәр ваҡыт янымда ине. Уның үлеменән һуң беренсе йыйылыш осрашыуында мин «Күҙәтеү манараһы»нан абзацтарҙы уҡырға тейеш инем. Ике абзацты уҡыным да бүтән уҡый алманым, сөнки тамағыма төйөр тығылып илай башланым.
Беҙгә ярҙам итер өсөн икенсе йыйылыштан ҡәрҙәштәр килгәс, күңелем күтәрелеп китте. Филиал шулай уҡ Ореаллаға Коджо исемле махсус пионерҙы ебәрҙе. Бынан тыш, әсәйем менән ҡустым, Изге Яҙманы өйрәнеп, һыуға сумдырылғас, сикһеҙ шатландым. 2015 йылдың март айында мине хеҙмәт ярҙамсыһы итеп билдәләнеләр. Ә бер ни тиклем ваҡыт үткәс, мин үҙемдең беренсе телмәрем менән сығыш яһаным. Шул саҡта мин Гранвиллдың: «Бер көндө һин телмәр менән сығыш яһаясаҡһың. Һис шикһеҙ, яһаясаҡһың!» — тигән һүҙҙәрен иҫемә төшөрҙөм дә йылмайып ҡуйҙым, һәм рәхмәт тойғоһонан күҙҙәрем йәшләнде.
JW телевидениеһы аша мин үҙемдекенә оҡшаш шарттарҙа булған ҡәрҙәштәр хаҡында белдем. Ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, улар шатлыҡлы һәм ҡыҙыҡлы тормош алып баралар. Мин дә, улар кеүек, бөтә көсөмдө Йәһүәгә бирергә теләйем, шуға күрә даими пионер хеҙмәтен башланым. Ә 2019 йылдың сентябрендә мин көтөлмәгән хәбәр алдым! Мине өлкән итеп билдәләнеләр, һәм хәҙер мин 40 вәғәзсенән торған йыйылыш хаҡында ҡайғыртам.
Мин үҙем менән Изге Яҙманы өйрәнгән һәм вәғәзләргә ярҙам иткән ҡәҙерле ҡәрҙәштәргә рәхмәтлемен. Ә иң мөһиме: Йәһүәгә бик рәхмәтлемен, сөнки ул мине һәр ваҡыт иҫендә тотто.
^ 8 абз. Йәһүә шаһиттары тарафынан баҫтырылған, хәҙер сығарылмай.